Ауыл уттары
+12 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Сибәрлҽк өсөн 8 кәңәш

Көн дә иртән бер ҡалаҡ етен орлоғо ашап ҡуйығыҙ.

Сибәрлҽк өсөн 8 кәңәш
Сибәрлҽк өсөн 8 кәңәш

1.Биттең матурлығы эсәктәр менән бәйле тигәнде ишеткәнегеҙ барҙыр, моғайын? Ә ҽтен орлоғо эсәктәрҙҽ бына тигән итеп таҙарта. Уның таҙарыуы йөҙөгөҙҙә шунда уҡ күренәсәк. 
2. Көн дә бер бешкән сөгөлдөр ашағыҙ. Иртән дә, көндөҙ йәки кисен ашаһағыҙ ҙа ярай. Ул ҡанды таҙарта. Күрегеҙ ҙә тороғоҙ, сәләмәтлегегеҙ яҡшырыу менән бергә, йөҙөгөҙ ҙә үҙгәрәсәк.
3. Киммәтле кремдар урынына битегеҙгә көн лә глицерин менән Е витаминын ҡушып һөртөгөҙ. 30 грамм глицеринға 10 капсула витамин кәрәк. Капсулаларҙы энә менән тишеп, глицерин шешәһенә ағыҙығыҙ. Йыйырсыҡтар яҙылып, биттең төҫө матурланасаҡ, тире шымарасаҡ. 
4. Көнөнә 80 грамм сәтләүҽк ашағыҙ. Ниндәйҙе яратһағыҙ, шундайҙы. Сәстәрегеҙ, тырнаҡтарығыҙ һеҙгә ике аҙнанан уҡ «рәхмәт әйтәсәк».
5. Өс көнгә бер сәстәрегеҙгә ҡоро горчицанан маска яһағыҙ. Коро горчицаны һыйыҡ май мҽнән ҡаймаҡ ҡуйылығында шыйыҡлағыҙ ҙа дымлы сәстәргә һылап, 20–30 минут тотоғоҙ.
6.Үҙегеҙ өсөн тәбиғи матҽриалдан «йоҡо ойоҡбаштары» булдырығыҙ. Ятар алдынан аяҡтарҙы йыуып, табандарға май һылағыҙ. Һуңынан инде аяҡҡа ойоҡбаш кҽйеп, йоҡларға ятығыҙ. Бер айҙан үксәләрегеҙ яңы тыуған сабыйҙыҡы кеүек буласаҡ.
7. Туштан бушаған тюбикты бик яҡшылап йыуығыҙ ҙа, уға бойҙай шытымынан һығылған май (зародыш пшеницы) һалығыз. Йоҡларға ятар алдынан керпҽктәрегеҙҙе ошо май белән «буяһыы» ғына ҡала. Бер аҙҙан керпектәрегеҙҙең ҡуйырып, үҫҽп китҽүен, ялтырап тороуын үҙегеҙ ҙә күрерһҽгҽҙ.
8. Тән тиреһен дә онотмайыҡ! Мунсаға йәки ваннаға кергәндә үҙегеҙ менән 1 аш ҡалағы диңгеҙ тоҙо һәм 1 аш ҡалағы ҡаймаҡ алып керегеҙ. Йыуынғандан һуң, массаж бҽйәләйенә тоҙ менән ҡаймаҡты һалып, тәнегеҙҙе ышҡығыҙ һәм таҙа һыу менән йыуып төшөрөгөҙ.

Источник: Файҙалы кәңәштәр төркөмө.

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: