Ауыл уттары
+4 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
8 Май , 15:05

Буласаҡ инженерҙар, конструкторҙар ярышты

Фәнни техник ижадты үҫтереү сараһы юғары кимәлдә үтте.

Буласаҡ инженерҙар, конструкторҙар ярышты
Буласаҡ инженерҙар, конструкторҙар ярышты

Кескәйҙәрҙең аң-белемен үҫтереүҙә балалар баҡсаһы ҙур роль уйнай. Заман алға киткән һайын мәғариф өлкәһе лә был йәһәттән бер урында тормай. Мәҫәлән, балалар баҡсаларында өҫтәлмә белем биреү дәрестәре индерелгән. Беҙҙең райондың мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында ла ундай дәрестәр бар. Йылайырҙағы “Ҡайынҡай” балалар баҡсаһы был йүнәлеш буйынса район кимәлендә генә түгел, республика, хатта Рәсәйҙә билдәлелек яулаған.

Тәрбиәселәр һәм уларҙың тәрбиәләнеүселәре күп төрлө конкурстарҙа даими ҡатнашып, призлы урындар яулай.  Шуға күрә бик мәртәбәле һаналған“Робобум” фестиваленең тап “Ҡайынҡай” балалар баҡсаһында үтеүендә лә осраҡлыҡ юҡ.

Республика фестивален асыу тантантанаһында район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов, район мәғариф бүлеге начальнигы Гөлсәсәк Айытҡолова, “Дошкольный мир” журналы баш мөхәррире, Башҡортостан Республикаһы ата-әсәләр һәм педагогтар Ассоциацияһы президенты Ирина Бесчасткина ҡатнашты. “Ҡайынҡай” балалар баҡсаһы мөдире Любовь Чекалова фестивалдә ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, сәмле ярыш теләне.

Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың техник ижадын сағылдырған сарала республиканың 6 районы һәм 6 ҡалаһынан 27 команда ҡатнашты. Голдберг машинаһы, фәнни уйынсыҡ, моделләү һәм прототиплау, ярыш роботехникаһы йүнәлештәре буйынса 44 бала ярышты. Голдберг машинаһы – ябай хәрәкәтте үтә ҡатмарлы рәүештә башҡарған ҡоролма, ҡағиҙә булараҡ, домино принцибы буйынса үҙ-ара эш итеүҙең оҙон эҙмә-эҙлелеге. Был машиналар үҙҙәренең атамаһын америка карикатурисы Һәм уйлап табыусыһы Руб Голдберг һәм инглиз рәссамы Уильям Робинсон исемдәренән алған. Бындай машиналарҙы ҡороу өсөн дүрт ғаилә: Шарановтар, Юриндар, Косаревтар, Чекаловтар ҡатнашты. Уларҙың балалары –“Ҡайынҡай” балалар баҡсаһы тәрбәләнеүселәре. Бындай машинаны йыйыу өсөн сабырлыҡ, сыҙамлыҡ һәм теүәл иҫәп кәрәк. Бер сәғәт дауамында командалар бирелгән материалдарҙан машина төҙөргә кереште. Бар ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығып, ғаилә ағзалары сиратлап машиналарын ҡабыҙҙы. Кемдер утлы, кемдер ялтырауыҡлы, ә кемдер һыулы эффект биргән машина механизмдарын эшләп ебәрҙе. Ата-әсәләренә ярҙам итеп йөрөгән кескәйҙәрҙең һөйөнөсөн күреү был конкурстың еңеүселәре тап улар икәнлеген асыҡ дәлилләй ине. Шулай ҙа, иң шәп Голдберг машинаһын Юриндар ғаиләһе төҙөнө, икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Чекаловтар һәм Косаревтар ғаиләһе бүлеште.Фәнни уйынсыҡ, моделләү һәм прототиплау конкурстарында балалар тик үҙҙәренең белемдәренә һәм тәжрибәһенә таянып эш итте. Фәнни уйынсыҡ яһаусы балалар тәҡдим ителгән материалдарҙан тик кәрәктәрен генә һайлап алып үҙйөрөшлө машина эшләне. Конкурсанттарҙың барыһы ла дөрөҫ итеп прототип моделләү эштәрен башҡарҙы. Һөҙөмтәлә һәр береһе үҙ ҡулдары менән төҙөгән машиналарын алмашлап старт һыҙығына ҡуйҙы. Шулай итеп, иң шәп үҙйөрөшлө машинаны Кумертау ҡалаһының “Аҡ сәскә” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Евгения төҙөнө.Моделләү һәм прототиплау конкурсында ла балалар тик үҙҙәренең белемдәренә таянып эш итте. Моделләү - ул реаль объекттарҙың моделдәрен өйрәнеү һәм булдырыу. Моделләү менән шөғөлләнгән кешеләр ике йәки өс үлсәмле изделиелар эшләй. Ә прототиплау – ул техник задание буйынса прототиптар төҙөү. Йәғни, балалар үҙҙәренә бирелгән эште, изделиены теүәл башҡара. Һөҙөмтәлә, моделдәр һәм прототиптар үҙ мәғәнәһе буйынса оҡшаш. Әммә моделдәрҙе эшләү прототиплаштырыуға ҡарағанда ижадираҡ шөғөл. Балалар араһында иң яҡшы модель йәнә Күмертау ҡалаһының “Аҡ сәскә” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Дашаныҡы булды.Иң көсөргәнешле ярыш робототехниктарҙа булды. Был конкурста ҡатнашыусы балалар ауыр йөк ташыусы машиналар йыйҙы. Бирелгән ваҡыт арауығында машиналар ҙа әҙер булды. Һөҙөмтәлә ике машина бер-береһе менән көс һынашып еңеүселәр билдәләнде. Иң көслө машинаны Аҡъярҙан  "Шатлыҡ" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре Батырхан һәм Дамир төҙөнө.Әлбиттә, кескәй конкурсанттар өсөн ярыш көсөргәнешле булды, еңеү һәм еңелеү күҙ йәштәре, шатлыҡлы көлөүҙәр, ҡыуаныслы ҡосаҡлашыуҙар... Ярышып арыған балалар өсөн күңел асыу сараһы ла ойошторолдо. Бында балалар бар арыуын онотоп бейене, һикерҙе, ҡыҙыҡлы конкурстарҙа ҡатнашты. Йомғаҡлау тантанаһында фестиваль призерҙары һәм ҡатнашыусылары кубоктар, иҫтәлекле бүләктәр алып ҡыуанды. Балалар конструкторлыҡ һәм инженерлыҡ йүнәлешендә үҙ оҫталыҡтарын күрһәтте. Фестиваль фәнни һәм өр-яңы техник асыштарға бай булды, балаларға ла, өлкәндәргә лә бик күп тәьҫораттар бүләк итте.

 

Буласаҡ инженерҙар, конструкторҙар ярышты
Буласаҡ инженерҙар, конструкторҙар ярышты
Буласаҡ инженерҙар, конструкторҙар ярышты
Буласаҡ инженерҙар, конструкторҙар ярышты
Буласаҡ инженерҙар, конструкторҙар ярышты
Буласаҡ инженерҙар, конструкторҙар ярышты
Буласаҡ инженерҙар, конструкторҙар ярышты
Буласаҡ инженерҙар, конструкторҙар ярышты
Буласаҡ инженерҙар, конструкторҙар ярышты
Буласаҡ инженерҙар, конструкторҙар ярышты
Буласаҡ инженерҙар, конструкторҙар ярышты
Буласаҡ инженерҙар, конструкторҙар ярышты
Буласаҡ инженерҙар, конструкторҙар ярышты
Автор:Лена Валиуллина
Читайте нас: