Ауыл уттары
+4 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
8 Май , 14:50

Юлдыбайҙар һыпайта күлдәк тегә

Һыпайта күлдәк тип, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының билһеҙ, тотош итеп йоҡа, еңел материалдан көндәлек тормошта кейеү өсөн тегелгән күлдәк атала.

Юлдыбайҙар һыпайта күлдәк тегә
Юлдыбайҙар һыпайта күлдәк тегә

Халҡыбыҙҙың милли колоритын сағылдырған уңайлы, ыҡсым һыпайта күлдәк менән танышыу, уны тегергә өйрәнеү, милли кейемдәрҙе тергеҙеү маҡсаты менән Юлдыбайҙа үткән оҫталыҡ дәресендә ағинәйҙәр ихлас ҡатнашты, шунда уҡ отоп алып, күлдәклек дауарҙы бесеп, тегеп, кейеп тә алдылар.

Йомағужина Мәрзиә, Таһирова Люциә, Рыҫкилдина Һәҙиә, Боҫҡонова Гөлнара, Һеләүһенова Люциә, Яманғолова Яңылбикә, Көмөшбаева Сөмбөл, Ҡылысова Зәкиә, Мостафина Фирҙәүес, Исламғолова Сәлимә, Зөлҡәрнәева Фәйрүзә, Ғәлиәкбәрова Мәрғизә, Бикбулатова Мәрхәбә, Байназарова Мөнирә, Әлибаева Һәҙиә, Айытҡолова Ғилмиә, Амантаева Хәфизә, Солтанова Рәфиә, Айытҡолова Рәмилә, Асаинова Яңылбикә оҫталыҡ дәресендә күп мәғлүмәт алып, һыпайта күлдәк тегергә өйрәнде.

Амантаева Хәфизә менән Солтанова Рәфиә тауарҙарҙан оҫта итеп, еренә еткереп күлдәк бесеп биреп торҙолар. Ҡылысова Зәкиә үлсәмдәр алып, нисек тегергә өйрәтеп йөрөнө.

Бер һүҙ менән, фәһемле, кәрәкле оҫталыҡ дәресе булды. Белгәндәр – өйрәтте, белмәгәндәр өйрәнде. Милли кейем – милли төҫ, милли сифатты сағылдырған билдә генә түгел, халҡыбыҙҙың көнкүрешен, көнитмешен, йәмғиәттәге урынын, статусын да билдәләгән.

Миләүшә Шаһыбал ҡыҙының үткәргән оҫталыҡ дәрестәре илебеҙҙең, халҡыбыҙҙың бороңғо йолаларын тергеҙеүгә, йәш быуынға еткереү маҡсаты менән тарихи сығанаҡтарға нигеҙләнеп башҡарыла.

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: