Ауыл уттары
+9 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Милли проект
8 Май , 08:00

Башҡортостан тауарҙарына һорау арта

Киләсәктә был йүнәлеште тағы ла үҫтереү күҙаллана

“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) быйыл ғинуар-февраль айҙарында Башҡортостандың Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре менән тышҡы сауҙа әйләнеше былтырғы ошо осор күрһәткестәре менән сағыштырғанда 67,7 процентҡа арҡан. Шул иҫәптән Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә тауар әйләнеше 99 процентҡа төбәк продукцияһы экспортынан тора.

- Быйыл тәүге ике айҙа Башҡортостандан Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә экспорт күләме былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда 68,5 процентҡа күбәйҙе. Республикабыҙҙың был ил менән тышҡы сауҙа мөнәсәбәте үҫешендәге ыңғай динамика үткән йылдан алып күҙәтелә, - тине Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

Автор:Ильфира Аккужина
Читайте нас: