Йыл һайын октябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Юл эшселәренең хеҙмәте ауыр, әммә бик мөһим. Нәҡ улар транспорт өсөн яңы юлдар һала, булғандарын ремонтлай, йыл әйләнәһенә ҡарап тота. Байрам тимәй, ял тимәй эшләргә тура килә уларға ҡайһы саҡта, сөнки юлдарҙа хәрәкәт бер ҡасан да туҡталмай.
Беҙҙең районда юлдар төҙөү һәм уларҙы ремонтлау менән “Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәтенең Йылайыр юл ремонтлау-төҙөү идаралығы коллективы шөғөлләнә, нәҡ уларҙың тырыш хеҙмәте менән районда автотранспорттың бөтә йүнәлештәрҙә лә тотҡарлыҡһыҙ хәрәкәте тәьмин ителә.
Был коллективты оҙаҡ йылдар инде үҙ эшен яҡшы белгән тәжрибәле етәксе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе Зиннур Мөхәмәт улы Рәхимов етәкләй. Һөнәри байрамдары алдынан хәбәрсебеҙ Н.Мохов уға ҡул аҫтындағы коллективтың эше, ҡаҙаныштары, киләсәккә пландары тураһында һөйләүен һорап мөрәжәғәт итте.