Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри йүнәлеш
20 Октябрь 2017, 11:44

“ЕТМЕШ УНЫҢ ҺӨНӘРЕ”

Хөрмәтле мәғариф ветераны, журналист, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, Юлдыбай, Сәләх ауылдарының почетлы гражданы Фәрит Абдулла улы Рәмовтың 80 йәшлек юбилейы айҡанлы Юлдыбай ауыл мәҙәниәт йортонда ойошторолған кисәгә республиканың баш ҡалаһынан, район үҙәгенән, күрше ауылдарҙан бик күп кеше йыйылды. Сарала район хакимиәте башлығы И.Л.Фәтҡуллин етәкселегендәге рәсми ҡунаҡтар ҡатнашты.

Мәҙәниәт йортоноң фойеһында Ф.А.Рәмовтың китаптарынан, республика, район матбуғатында баҫылған мәҡәләләре тупланған альбомдарҙан, юбиляр хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн бүләкләнгән Маҡтау грамоталарынан бай күргәҙмә ойошторолған ине. Кисә китапханасы Рәмилә Айытҡолованың башланғысында мәҙәниәт йорто һәм мәктәп хеҙмәткәрҙәре ярҙамы менән үткәрелде. Сара барышында экрандан юбилярҙың тормошон сағылдырған слайдтар күрһәтелде, байрам сәбәпсеһенең әҫәренән өҙөктәр сәхнәләштерелде һәм, әлбиттә, тәбрикләү һүҙҙәре концерт номерҙары менән үрелеп барҙы.

– Һәр төбәктең бөгөнгө юбиляр кеүек абруйлы шәхестәре, данлы ғаиләләре бар, һәм уларҙың өлгөһөн халыҡҡа еткереү ҙур әһәмиәткә эйә, – тине үҙенең ҡотлау сығышында район хакимиәте башлығы Илгиз Лирман улы

Өлкән Рәмовтарҙың балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең, бүлә-бүләсәрҙәренең ихлас ҡотлау һүҙҙәренә ҡушып, матур шиғырҙар, йырҙар башҡарыуы байрам сараһының сағыу, тулҡынландырғыс бер мәле булғандыр.

Яуап һүҙендә Фәрит Абдулла улы юбилейын ошолай ҙурлап үткәргәндәре өсөн ойоштороу комитетына рәхмәт белдерҙе.

– Байрамға мәртәбә өҫтәп, миңә һәм ғаиләмә оло иғтибар, ихтирам күрһәткән район башлығы Илгиз Лирман улына, мәғариф, мәҙәниәт, матбуғат хеҙмәткәрҙәренә, ауылдаштарыма, яҡташтарыма, кисәлә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ҙур рәх-мәтлемен. Һеҙ миңә рухи яҡтан көс, илһам, дәрт-дарман өҫтәнегеҙ, күңел ҡыуанысы бүләк иттегеҙ! – тине юбиляр.

Читайте нас: