Ауыл уттары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри йүнәлеш
27 Октябрь 2017, 11:43

Саҡрымдарҙы һанай-һанай...

29 октябрҙә Рәсәйҙә Автомобилселәр көнө билдәләнә. Ә хәҙерге тормошто автомобилһеҙ күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Күпселек ваҡыт үҙенең ГАЗелендә балалар ташыған район мәғариф бүлеге водителе Фәнис Ғәлимов та тормошон автомобилһеҙ күҙ алдына килтерә алмай. Бына һигеҙ йыл инде балаларҙы йә баш ҡалаға, йә республиканың теге йәки был районына төрлө сараларға алып йөрөгән оҫта водитель үҙенә юлда балаларҙың хәүефһеҙлеге, именлеге өсөн ниндәй ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелеүен бик яҡшы аңлай.

29 октябрҙә Рәсәйҙә Автомобилселәр көнө билдәләнә. Ә хәҙерге тормошто автомобилһеҙ күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын.

Күпселек ваҡыт үҙенең ГАЗелендә балалар ташыған район мәғариф бүлеге водителе Фәнис Ғәлимов та тормошон автомобилһеҙ күҙ алдына килтерә алмай. Бына һигеҙ йыл инде балаларҙы йә баш ҡалаға, йә республиканың теге йәки был районына төрлө сараларға алып йөрөгән оҫта водитель үҙенә юлда балаларҙың хәүефһеҙлеге, именлеге өсөн ниндәй ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелеүен бик яҡшы аңлай.

– Ғүмерем буйы руль артындамын. Тәүҙә совхозда эшләнем, шунан АТП-ла рейс автобусында пассажирҙар ташыным. Һуңғы йылдарҙағы эшен бигерәк тә яуаплы, сөнки балаларҙы алып йөрөйөм. Шуға күрә юл йөрөү ҡағиҙәләренә ҡағылышлы һәр яңылыҡ менән танышып барам, – ти тәжрибәле водитель.
Фәнис Фәсхетдин улының руль артында үҙ принциптары бар. Әйтәйек, ашығырға яратмай. “Бер ваҡытта ла ашыҡмайым. Ә балаларҙы йөрөткәндә – би-герәк тә. Алыҫ юлға һәр саҡ бер сәғәт запас менән сығам, шунлыҡтан тәғәйен ергә ашыҡмай ғына ваҡытында барып етәм. Әлегә тиклем, Аллаға шөкөр, бер ниндәй аварияһыҙ эшләп киләм, юлда боҙолоп ултырыуҙарҙан да Хоҙай аралай. Һаҡланғанды һаҡлармын, тигән бит, шуға ла автобусты һәр саҡ ҡарап-бағып, төҙөк тоторға кәрәк”, – ти ул.
Эше нисек кенә ауыр һәм яуаплы булмаһын, Фәнис Ғәлимов, әгәр оҙағыраҡ ваҡыт рейсҡа сыҡмай торһа, оҙон юлды һағына башлай. Уның өсөн баш ҡалабыҙға аҙнаһына бер нисә тапҡыр барып ҡайтыу ҙа бер ни түгел.
Һөнәри байрамдары менән ҡотлап, Фәнис Фәсхетдин улына һәм уның коллегаларына һәр саҡ еңел һәм имен юлдар, эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.
Читайте нас: