Ауыл уттары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри йүнәлеш
13 Ноябрь 2017, 19:08

Полиция хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләнеләр

Быйыл полиция хеҙмәткәрҙәре бер юлы ике байрамды – Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнөн һәм совет милицияһы ойошторолоуҙың 100 йыллығын билдәләне. Ошо айҡанлы район мәҙәниәт һарайында райондың полиция хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын ҡотлау тантанаһы булып үтте.

Быйыл полиция хеҙмәткәрҙәре бер юлы ике байрамды – Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнөн һәм совет милицияһы ойошторолоуҙың 100 йыллығын билдәләне. Ошо айҡанлы район мәҙәниәт һарайында райондың полиция хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын ҡотлау тантанаһы булып үтте.

Тантаналы йыйылышта район хакимиәте башлығы урынбаҫары А.В.Коротков, Йылайыр район-ара суды рәйесе С.Н.Түленков, район прокуроры А.А.Романов, юл ремонтлау-төҙөү идаралығы начальнигы З.М.Рәхимов һәм полиция бүлексәһенең ветерандар ойошмаһы рәйесе, отставкалағы милиция подполковнигы Ғ.А.Байморатов ҡатнашты.

Байрам сараһын асып, Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығының Йылайыр районы буйынса полиция бүлексәһе начальнигы Р.Р. Амантаев бүлексәнең быйылғы ун айҙағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны, районда криминаль хәлдең тотороҡло ҡалыуын, хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре буйынса ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшелеүен билдәләп үтте. Енәйәттәрҙе асыуҙың дөйөм проценты, шул иҫәптән ауыр һәм үтә ауыр енәйәттәрҙе асыу буйынса ла күрһәткестәр яҡшы.

Йыйылышта ҡатнашыусыларҙы һөнәри байрамдары менән район хакимиәте башлығы урынбаҫары А.В.Коротков ҡотланы.

Сығышында ул полиция бүлексәһенең район хакимиәте менән хеҙмәттәшлеге бик мөһим булыуын һәм полиция хеҙмәткәрҙәренең райондың йәмәғәт, мәҙәни һәм спорт тормошонда әүҙем ҡатнашыуҙарын һыҙыҡ өҫтөнә алды, был өлкәлә эшләгәндәргә һәм полиция ветерандарына ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, хеҙмәттәрендә уңыштар теләне.

Ҡотлау телмәрен йомғаҡлап, Александр Васильевич хеҙмәт бурыстарын намыҫлы башҡарғандары, районда спортты үҫтереүгә булышлыҡ иткәндәре өсөн һәм һөнәри байрамдары айҡанлы полиция прапорщигы А.А.Щипакинды, полиция майоры Р.Г.Ураҡовты, отставкалағы полиция капитаны Р.Х.Аҡҡужинды һәм полиция кесе сержанты Ф.Ф.Тимерйәновты район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары менән бүләкләне.

Юл төҙөү-ремонтлау идаралығы начальнигы З.М.Рәхимов ЮХХДИ инспекторҙарының эшен билдәләне.

– Беҙҙең эш үҙ-ара тығыҙ бәйләнгән. Беҙҙең һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторҙарының һөҙөмтәле һәм тырыш хеҙмәте юлдарҙағы именлекте тәьмин итә, – тип билдәләне үҙ сығышында Зиннур Мөхәмәт улы.

Полиция бүлексәһенең ветерандар ойошмаһы эше хаҡында уның рәйесе, отставкалағы милиция подполковнигы Ғ.А.Байморатов һөйләне.

Шунан Ғ.А.Байморатов ойошманың күп кенә ветерандарына күкрәккә таға торған “Ветерандар эше активисы” тигән билдә, Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығы ветерандар советының Рәхмәт хаттарын һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.

Байрам тантанаһы концерт менән тамамланды. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм эске эштәр бүлексәһе коллективы көсө менән әҙерләнгән ҙур концерттың һәр номеры полицияның көндәлек эшмәкәрлегенә, хеҙмәтенә арналды.

Гөлгөнә БАЙСУРИНА.

В.КЛИМОВ фотолары.

Читайте нас: