Ауыл уттары
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри йүнәлеш
26 Апрель 2018, 18:27

30 апрель - Рәсәй янғын һағы көнө

30 апрелдә янғын һүндереү-селәр, ғөмүмән, янғын һағы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Шулай уҡ быйыл совет янғын һағы хеҙмәте булдырылыуға ла 100 йыл тула.

Әммә янғын һүндереүсе һөнәре хатта байрам көнөндә лә уяу булыуҙы, кешеләрҙе, уларҙың мөлкәтен уттан һаҡларға һәр ваҡыт әҙер тороуҙы талап итә.

Йылайыр янғын һүндереү часында 20 йылға яҡын хеҙмәт иткән, был эштең ауырлығын һәм хәүефлелеген яҡшы белгән ҡарауыл начальнигы Андрей Шаров, водитель Алексей Алонцев, янғын һүндереүсе Михаил Порватов бөгөн үҙҙәренең бай тәжрибәһен янғын-ҡотҡарыу хеҙмәтенең йәш хеҙмәткәре Максим Ослаповский менән ихлас уртаҡлаша.

Һүрәттә һулдан-уңға: А.Шаров, М.Ослаповский, М.Порватов, А.Алонцев.

Читайте нас: