Ауыл уттары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри йүнәлеш
28 Июнь 2018, 17:58

Исеме мәңгеләштерелде

Беҙҙең район гәзите тарихында Сибай ҡала типографияһы мөһим урынды биләй. Утыҙ йылға яҡын районыбыҙ матбуғаты ошо предприятие цехында баҫылып килә. Урал аръяғы район-ҡалалары өсөн бик кәрәкле был полиграфия берәмеге менән күп ваҡыт, дөрөҫөрәге, 1979 йылдан 2008 йылға саҡлы, Азат Ибраһим улы Хәлитов етәкселек итте. Баймаҡ район типографияһында ябай печатник (баҫыусы) булып эш башлаған был тырыш, оҫта, аҡыллы егет Сибай типографияһы директоры дәрәжәһенә тиклем “үҫте”, үҙенең фиҙакәр хеҙмәте менән төбәктә оло абруй ҡаҙанды, “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.


Азат Ибраһим улы беҙҙең редакция менән һәр саҡ тығыҙ, дуҫтарса бәйләнештә булды, гәзитебеҙҙең сифатлы һәм ваҡытында сығыуы өсөн үҙен беҙҙең менән берҙәй яуаплы тойҙо. Юғары һөнәри оҫталығы, матур кешелек сифаттары менән оло ихтирам һәм лайыҡлы хөрмәт яуланы. Ҙур үкенескә ҡаршы, тынғыһыҙ етәксенең йөрәге 10 йыл элек яратҡан эшенә китеп барған юлында тибеүҙән туҡтай... Уға 60 йәш тә тулмаған ине...

Күптән түгел, 14 июнь – республика матбуғаты көнө, Сибай ҡалаһында Азат Ибраһим улы Хәлитовтың яҡты иҫтәлегенә типография бинаһына таҡтаташ ҡуйыу тантанаһы булып үтте. Ҡаланың киң йәмәғәтселеге вәкилдәре, Урал аръяғы райондарының журналистика һәм полиграфия ветерандары, хеҙмәткәрҙәре, мәрхүмдең күп һанлы яҡындары, дуҫтары ҡатнашлығында үткә-релгән был сарала арҙаҡлы шәхес тураһында матур иҫтәлектәр, хәтирәләр һөйләнде, уның рухына аяттар уҡылды, таҡтаташҡа тере сәскәләр һалынды. 30 йылға яҡын ғүмерен бағышлаған типографияға А.И.Хәлитовтың исемен биреү тураһында ла һүҙ ҡуҙғатылды был йыйында.

Ильяс ТАКАЛОВ.

Һүрәттә: А.И.Хә-литов иҫтәлегенә асылған таҡтаташ.
Читайте нас: