Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри йүнәлеш
5 Июль 2018, 17:59

Почтальон сәләм илтә

8 июль Почта хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй.
Элек почтальондар халыҡҡа иң кәрәкле, иң яҡын һәм көтөп алынған кеше һаналған. Һуғыш осоронда уларҙың күренеүе берсә күңелдәрҙә өмөт уятһа, берсә йөрәктәрҙе шомға һалған. Нисек кенә булмаһын, уларҙы һәр йортта көтөп торғандар. Ә бит почтальон ғына алыҫ араларҙы яҡынайта алған. Хәҙер заман башҡа, нисек теләйһең шулай аралаша, һөйләшә, хәбәрләшә алаһың. Шулай ҙа почта хеҙмәтенең бәҫе китмәй. Хатта әйтер инем, почта хеҙмәте бөгөн иң әүҙем эшләгән хеҙмәттәрҙең береһе.

Эш көнө башланыр-башланмаҫ, үҙ йомошо менән килеүселәр байтаҡ була унда. Кемдер коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләй, икенсеһе посылка ебәрә, тауар һатып алырға теләүселәр ҙә ошонда. Был операторҙарҙың көндәлек мәшәҡәтенең бер өлөшө генә булһа, почтальондар өсөн уғата ауырға тура килә. Йылайыр ауылын 4 почтальон: Е.Сырова, Ф.Ураҙбаева, Р.Тотманова һәм Н.Метушковалар хеҙмәтләндерә. Улар шулай уҡ күрше Анновка, Петровка ауылдарын да ҡарай. Өй һайын йөрөп ваҡытлы матбуғат, корреспонденция таратыуҙан тыш, ҡағыҙ эше лә уларҙы ситләп үтмәй. Һәр корреспонденцияның, реклама хаттарының, гәзит-журналдарҙың да, һатылған тауарҙың да теүәл иҫәбен ваҡытында һанап, отчет биреп барыу мотлаҡ. Уларҙың эш көндәре, ғәҙәттәгесә, тәғәйен участкаһына ашығыуҙан башлана.


Һүрәттә: операторҙар Гөлназ

Солтанова менән Наталья Вилкова.
Читайте нас: