Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри йүнәлеш
30 Август 2018, 18:40

Үҙ эшенең оҫтаһы

Ветеринар һөнәренең оҫталары беҙҙең ваҡытта, ысынлап та, бик һирәк осрай. Сөнки һәр кем дә ветеринар булырға теләмәй. Шулай ҙа, һайлаған һөнәренә тоғро ҡалып, яратҡан эшен намыҫ менән башҡарғандар ҙа бихисап.

Ветеринар һөнәренең оҫталары беҙҙең ваҡытта, ысынлап та, бик һирәк осрай. Сөнки һәр кем дә ветеринар булырға теләмәй. Шулай ҙа, һайлаған һөнәренә тоғро ҡалып, яратҡан эшен намыҫ менән башҡарғандар ҙа бихисап.
Беҙҙең коллегалар араһында ундайҙарға ветеринарҙар династияһынан булған Андрей Терентьевич Серебряковты индерер инек.
Андрей Терентьевич армия хеҙмәтенән һуң, атаһы Терентий Константинович юлынан китергә ҡарар итә һәм Йылайыр совхоз-техникумына уҡырға керә.
1991 йылда техникумды тамамлағас, тыуған ауылына ҡайта һәм “Яманһаҙ” совхозында ветеринар-техник булып хеҙмәт юлын башлай. 1998 йылда ошо уҡ совхоздың баш ветеринары итеп тәғәйенләнә. 2001 йылдан алып бөгөнгө көнгәсә Йылайыр район ветеринария станцияһының Яманһаҙ ауылындағы участкаһында мөдир булып эшләй. Андрей Терентьевичтың был өлкәлә эшләгән дөйөм хеҙмәт стажы – 27 йыл.
Андрей Терентьевич ветфельдшеры Исмәғил Абдулғафаров менән ике ауыл пунктында 904 эре, 2496 ваҡ мал, 586 ат, 400-гә яҡын эт һәм бесәйҙе хеҙмәтләндерә.
Ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм дауалау буйынса консультациялар үткәреү, хайуандарға ярҙам күрһәтеү, малдарҙың ауырыуҙары хаҡында журналдарға теркәп, медикаменттарҙы иҫәпләп барыу һәм иҫәптән сығарыу журналдарын теүәл алып барыу – былар бөтәһе лә ветеринарҙың көндәлек эше. Андрей Терентьевич быларҙы ҙур яуаплылыҡ менән тәртиптә башҡара, сөнки уны башҡаларҙан эшлеклелеге, эшһөйәрлеге айыра. Андрей Терентьевич диагностик, эпизоотик сараларға һәм ауылдарҙы ветеринар хеҙмәтләндереүгә бик яуаплы ҡарай, үҙ хеҙмәтен белеп башҡара.
Оҙайлы йылдар был юҫыҡта эшләү Андрей Серебряковты үҙ эшен башҡарыуға яуаплы ҡарауға һәм фиҙаҡәр хеҙмәткә өйрәткән.
Ул үҙ һөнәренең оҫтаһы ғына түгел, яҡшы ғаилә башлығы ла, ике балаға өлгөлө атай. Ауыл тормошо уларҙың ғаиләһен берләштерә, бер бөтөн итә. Сөнки Серебряковтарҙың ҡураһы тулы ат, һыйыр, һарыҡ, сусҡа малдары һәм ҡош-ҡорт. Бында хужаның малға һөйөүе лә күренә. Мал аҙығын һәр саҡ күпләп әҙерләргә күнеккән улар, бында инде балаларҙан да яҡшы ярҙамсы тапмаҫһың.
Һөнәри оҫталығы һәм тәжрибәһе өсөн Андрей Терентьевич ауыл халҡы һәм коллегалары араһында ихтирам яулаған. 2011 йылда оҙайлы һәм фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” Дипломы менән бүләкләнә, ә 2015 йылда уға Башҡортостан Республикаһының ветеринария идаралығының Почет грамотаһы бирелә.
Ветеринарҙар байрамы айҡанлы, райондың ветеринар хеҙмәте коллективы хөрмәтле Андрей Терентьевичты һөнәри байрамы менән ҡотлай һәм хеҙмәтендә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, бәхет теләй!
Йылайыр ветеринария станцияһы хеҙмәте коллективы.
Читайте нас: