Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри йүнәлеш
1 Октябрь 2018, 19:08

Кескәй йөрәктәргә наҙ өләшеүселәрҙе тәбрикләнеләр

27 сентябрҙә тәрбиәсе һәм мәктәпкәсә хеҙмәткәрҙәр көнө билдәләнде. Тәрбиәсе һәм мәктәпкәсә хеҙмәткәрҙәр көнөн уҙғарыу тарихы 2004 йылдан рәсми билдәләнә. Ниһайәт, балаларға көн дә байрам ойоштороусылар үҙ байрамлы булды!

27 сентябрҙә тәрбиәсе һәм мәктәпкәсә хеҙмәткәрҙәр көнө билдәләнде. Тәрбиәсе һәм мәктәпкәсә хеҙмәткәрҙәр көнөн уҙғарыу тарихы 2004 йылдан рәсми билдәләнә. Ниһайәт, балаларға көн дә байрам ойоштороусылар үҙ байрамлы булды!
Беренсе балалар баҡсаһы 1863 йылдың 27 сентябрендә асыла. был учреждение 3-8 йәшлек балаларҙы ҡабул иткән. Баҡса программаһында хәрәкәтле уйындар, конструкторҙар, хатта Тыуған ил тарихын өйрәнеү дәресе була. Беренсе балалар баҡсаһын асыусы “Балалар баҡ-саһы” исемле махсус журнал сығарыуға ире-шә.
Мәктәпкәсә йәштә – бала шәхес булып формалаша, уның һаулығына нигеҙ һалына, шуға ла бәләкәстең киләсәк яҙмышы тәрбиәсенең аҡылына, сыҙамлығына, баланың эске донъяһына, иғтибарына бәйле.
Яңы байрамдың идея-һы – балалар баҡсаһы, уның проблемаларына йәмғиәттең иғтибарын йәлеп итеү.
Был һөнәр ысын мәғәнәһендә балаларға һөйөү, ихтирам талап итә, сөнки тап балалар баҡсаһында алған тәрбиә уның киләсәк тормошона нигеҙ һала. Был осорҙа балала тәбиғәткә, тирә-йүнгә, тыуған илгә һөйөү тәрбиәләнә, ул яҡшылыҡты яуыз-лыҡтан айыра белергә, дуҫтар табырға өйрәнә.
Үткән аҙна аҙағында район үҙәгендә тәр-биәселәрҙе тәбрикләү тантанаһы булып уҙҙы. Байрам сараһында район хакимиәте баш-лығы урынбаҫары А.В.Коротков, район мәғариф бүлеге начальнигы Г.Х.Айытҡолова, балалар баҡсалары тәрбиәселәре, хеҙмәт-кәрҙәре һәм ветерандар ҡатнашты.
Бөтә йылы һүҙҙәр, изге теләктәр бары тик тәрбиәселәргә юлланды был көндө. Йылайыр
ауылы “Аҡ сәскә” балалар баҡсаһының хужалыҡ мөдире Татьяна Викторовна Вахмянина, Матрай ауылы “Йәйғор” балалар баҡсаһының тәрбиәсе ярҙамсыһы Римма Сәйфетдин ҡыҙы Көҫәпҡолова, Йыла-йыр ауылы “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһының кер йыуыусыһы Зоя Ивановна Кувшинова, Ҡашҡар ауылы “Миләш” балалар баҡсаһы мөдире Раушания Мир ҡыҙы Зөлҡәрнәева һәм Һабыр ауылы “Ләйсән” балалар баҡсаһы ҡарауылсыһы Ғаяз Әнүәр улы Хазиев – район хакимиәтенең Маҡтау грамотаһы, Яманһаҙ ауылы “Ба-шаҡҡай” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Айгөл Әхмәт ҡыҙы Баййегетова, Иван-Ҡыуалат ауылы “Шишмәкәй” балалар баҡсаһының тәрбиәсе ярҙамсыһы Елена Алек-
сандровна Иванушкина, Йылайырҙағы “Ҡайынҡай” балалар баҡсаһының музыкаль етәксеһе Антонина Петровна Новикова, Юлдыбай ауылы “Ләйсән” балалар баҡсаһының музыкаль етәксеһе Гөлнара Сәфәрғәле ҡыҙы Иҫәндәүләтова, Исҡужа ауылы “Миләш” балалар баҡсаһы ашнаҡсыһы Гөлсинә Зәбир ҡыҙы Аҡтаева район мәғариф бүлегенең Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде.
Байрам тантанаһы кескәйҙәр һәм тәр-биәселәр үҙҙәре әҙер-ләгән матур концерт менән тамамланды.
Гөлгөнә БАЙСУРИНА.
В.КЛИМОВ фотолары.
Читайте нас: