Ауыл уттары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри йүнәлеш
4 Октябрь 2018, 19:07

«Әгәр уҡытыусы үҙ эшен яратһа...»

«Әгәр уҡытыусы үҙ эшен яратһа, уҡыусыһына ышанһа, мотлаҡ лайыҡлы педагог буласаҡ. Әгәр ул вайымһыҙ һәм уға фәне лә, бала ла ҡыҙыҡ түгел икән, әлбиттә бер нәмә лә килеп сыҡмаясаҡ», – тип әйткән ине Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов үҙенең мәғариф буйынса республика кәңәшмәләренең береһендә.

«Әгәр уҡытыусы үҙ эшен яратһа, уҡыусыһына ышанһа, мотлаҡ лайыҡлы педагог буласаҡ. Әгәр ул вайымһыҙ һәм уға фәне лә, бала ла ҡыҙыҡ түгел икән, әлбиттә бер нәмә лә килеп сыҡмаясаҡ», – тип әйткән ине Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов үҙенең мәғариф буйынса республика кәңәшмәләренең береһендә.
Баланы тәртипле, итәғәтле, изге күңелле, белемле итеп тәрбиәләү ата-әсәләрҙең генә түгел, ә педагогтарҙың да изге бурысы. Бының өсөн күп тырышлыҡ, егәрлелек, сабырлылыҡ кәрәк. Беҙҙең Матрай урта мәктәбендә лә ошо сифаттарға эйә булған педагогтар эшләй. Улар, әлеге көндә бик актуаль темаларҙың береһе булып торған, баланы шәхес итеп тәрбиәләү өсөн бөтә белемен, һәләтен, йөрәк йылыһын һалып эшләүсе уҡытыусылар. Шундай педагогтарҙың береһе – Ҡаҙаҡҡолова Әлфиә Ғәббәс ҡыҙы.
1972 йылдың һыуыҡ ғинуар айында Һултантимер ауылында йәшәүсе күп балалы Ғәббәс һәм Сәғиҙә Ғәлиәкбәровтар ғаиләһендә иң кеселәре булып донъяға ауаз һала.
Тыуған ауылының 8 йыллыҡ төп дөйөм белем биреү мәктәбен тамамлағас, яҡшы билдәләргә генә уҡыған Әлфиә Сибай педагогия училищеһенә юллана. Уны тамамлағас, туған мәктәбендә эшләй башлай. Ситтән тороп Башҡорт дәүләт педагогия институтының филология факультетын тамамлай. Тырышлығы, эшкә яуаплы ҡарағаны өсөн дә ул 10 йылдан ашыу директорҙың уҡыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары булып та эшләй. Мәктәп ябылыу сәбәпле, 2013 йылдан Матрай урта мәктәбендә балаларға башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса белем бирә. Әлфиә Ғәббәс ҡыҙы – үҙ фәнен яҡшы белгән, һәр саҡ яңылыҡҡа ынтылған уҡытыусыларҙың береһе. Шуға күрә эш һөҙөмтәләре булып уның уҡыусылары тарафынан яуланған үрҙәр тора.
Йыл һайын үткәрелеп килгән «Халҡым өсөн» Шәйехзада Бабич шиғырҙарын һәм «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү конкурстарында уның уҡыусылары еңеү яулай, призлы урындар ала
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса үткәрелгән олимпиадала ла Боҫҡонова Ләйсән, Моталлапова Зөлфиә, Мостафина Азалиә призлы урындар яуланылар. Күренекле яҙыусы Таңсулпан Ғарипова исеменә үткәрелгән төбәк-ара ижади конкурсында Исламғолова Зәлифә II урын, «Республикаға дан йырлайым» район иншалар конкурсында I урын алды. Бөтә донъя туған тел көнөнә ҡарата республика күләмендә үткәрелгән «Әйҙә, шағир, маҡтау йырла һин!» яттан шиғыр һөйләүселәр конкурсында Байбаҡтина Гөлназ еңеүсе булды.
Рәми Ғарипов ижадына бағышланған шиғыр һөйләүселәрҙең интернет-конкурсында Фәйзуллин Фидан, Йәнгилдина Гүзәлиә призлы урындар яуланы.
Республика күләмендә үткәрелгән Туған телде үҫтереү буйынса диалекттарҙың әҙәби телгә йоғонтоһо ту-раһында халыҡ-ара конференцияларҙа ҡатнаша.
Үҙ эшеңә бирелеп эшләү өсөн, әлбиттә, ғаилә яғынан да һине аңлау кәрәк. Мәҡәләбеҙ геройы, Һултантимер ауылы егете Юныс менән тормош ҡороп, бик татыу ғүмер кисерәләр. Ике ул үҫтерәләр. Өлкән улдары Фәнүс хәҙерге мәлдә Себер тарафтарында үҙ һөнәре буйынса уңышлы эшләп йөрөй, ә кеселәре Айтуған быйыл Баймаҡ ҡалаһындағы Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының филиалына уҡырға инде.
27 йыл ҡайны-ҡәйнә менән татыу ғүмер итеп әлеге көндә 90 йәшлек ҡайныһы менән бергә йәшәйҙәр.
Әлфиә Ғәббәс ҡыҙына яңы уҡыу йылында ижади уңыштар, яңы үрҙәр, һаулыҡ теләйбеҙ.
Фирҙәүес Ғәлләмова.
Матрай урта мәктәбе укытыусыһы.
Читайте нас: