Ауыл уттары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри йүнәлеш
18 Октябрь 2018, 18:24

Райондың юл хужалығы – һандарҙа һәм факттарҙа

Алдағы йәкшәмбелә илебеҙҙең юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Был көн һөнәри байрамдар исемлегендә осраҡлы барлыҡҡа килмәгән, әлбиттә. Нәҡ ошо байрам аша дәүләт юл төҙөүселәрҙең, юлдарҙы ҡарап тотоусыларҙың хеҙмәте ил өсөн ни тиклем ҙур әһәмиәткә эйә булыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала.Беҙҙең районда юл хужалығы эштәрен “Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәтенең Йылайыр юл ремонтлау-төҙөү идаралығы алып бара.

Алдағы йәкшәмбелә илебеҙҙең юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Был көн һөнәри байрамдар исемлегендә осраҡлы барлыҡҡа килмәгән, әлбиттә. Нәҡ ошо байрам аша дәүләт юл төҙөүселәрҙең, юлдарҙы ҡарап тотоусыларҙың хеҙмәте ил өсөн ни тиклем ҙур әһәмиәткә эйә булыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала.
Беҙҙең районда юл хужалығы эштәрен “Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәтенең Йылайыр юл ремонтлау-төҙөү идаралығы алып бара.
 Идаралыҡтың ҡарамағында бөтәһе 495,1 километр автомобиль юлы. Шул иҫәптән:
– 110,6 километр асфальт-бетон япмалы төбәк әһәмиәтендәге юлдар;
– 189,9 километр (4,3 километры асфальт-бетон япмалы) муниципалитет әһәмиәтендәге юлдар;
– 194,6 километр урындағы әһәмиәттәге юлдар.
 идаралыҡ төбәк һәм муниципалитет әһәмиәтендәге 8 күперҙе, урындағы әһәмиәттәге 5 күперҙе, 308 һыу үткәргес торбаны, төбәк һәм муниципалитет әһәмиәтендәге юлдарҙа ҡуйылған 19 автопавильонды, 9241 метр барьер тибындағы кәртәләрҙе, 1453 дана юл билдәләрен хеҙмәтләндерә;
 быйыл 9 айҙа:
– автомобиль юлдарын ҡарап тотоу буйынса 52599,53 мең һумлыҡ эш башҡарылған;
– юлдарҙағы соҡор-саҡырҙарҙы тигеҙләү өсөн 240 тонна, 5780 метр оҙонлоғондағы участкала туҙған япманы яңыртыу өсөн 4911 тонна асфальт-бетон ҡатнашмаһы, 40 метр һалҡын асфальт тотонолған, эштәрҙең дөйөм суммаһы 19101,11 мең һум тәшкил иткән;
– территориаль заказ буйынса Юлдыбай – Аҡъяр – Һары юлының 0,5 километр оҙонлоғондағы участкаһында, Магнитогорск – Ира юлының 3 километр 280 метр оҙонлоғондағы участкаһында йәмғеһе 24099,08 мең һумлыҡ ремонт эштәре башҡарылған.
Читайте нас: