Ауыл уттары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри йүнәлеш
26 Октябрь 2018, 11:28

Машина ене ҡағылғандарҙың береһе

Ғүмерен шоферлыҡҡа бағышлаған, “ҡорос атын” йәнендәй күргән ир-егеттәр хаҡында “уға машина ене ҡағылған” тиҙәр. Шундайҙарҙың береһе – минең мәҡәләм геройы, ғүмеренең 40 йылын руль артында үткәргән Рәйес Тәлғәт улы Мөхәмәтйәнов, тиһәм, һис тә арттырыу булмаҫ.

Ғүмерен шоферлыҡҡа бағышлаған, “ҡорос атын” йәнендәй күргән ир-егеттәр хаҡында “уға машина ене ҡағылған” тиҙәр. Шундайҙарҙың береһе – минең мәҡәләм геройы, ғүмеренең 40 йылын руль артында үткәргән Рәйес Тәлғәт улы Мөхәмәтйәнов, тиһәм, һис тә арттырыу булмаҫ.
1977 йылда Йылайыр урта мәктәбен тамамлағас та йәш егет ул саҡтағы Юлдыбай СПТУ-һына шоферлыҡҡа уҡырға инә. Уҡыуын тамамлап, ҡулына танытма алған Рәйес ул ваҡытта районда гөрләп эшләп торған “Сельхозтехника” ойошмаһына эшкә төшә. Күптәр был ойошманы әле булһа ла йылы хәтирәләр менән һағынып иҫкә ала, сөнки күпме кешене эшле, тимәк, ашлы, ә иң мөһиме, йортло иткән предприятие була ул заманында. Рәйес Тәлғәт улы ла хеҙмәт юлын тап ошо ойошмала башлай һәм хаталанмай.
– Бөгөнгөләй иҫләйем, 22 февралдә училищела ҡулыма водитель таныҡлығы алдым да, 23 февралдә (элек ул көн эш көнө һаналды) тәүге эш көнөмдө башланым. Миңә бер ГАЗ-93 самосвалының асҡысын тотторҙолар. Әммә яратып өлгөргән был машинамда оҙаҡ эшләргә тура килмәне – армияға саҡырыу алдым. Өс йыл хеҙмәт итеп ҡайтҡас, уйлап та тормай элекке урыныма эшкә барҙым, – тип һөйләй ул.
Унан һуң күп кенә ойошма, предприятиеларҙа эшләргә тура килә Рәйес ағайға. Юл хужалығы булһынмы ул, автостанциямы, йә мәғариф бүлегеме – һәр ерҙә намыҫ менән тир түгә шофер Мөхәмәтйәнов. Хәҙерге көндә, бына 15 йылға яҡын инде, район хакимиәтендә эшләй. Рәйес Тәлғәт улын эш урынында иплелеге, кеселеклелеге өсөн хөрмәт итәләр. Был эшендә башта “Волга” автомобиленә ултырһа, хәҙер уның ҡарамағында – “Нива” һәм “Skoda Octavia” автомобилдәре.
– Әлбиттә, күп йөрөргә тура килә. Район буйынса ла, баш ҡалабыҙ Өфөгә лә, хатта республика буйлап та йыш йөрөйбөҙ. Алыҫ араларға сығырға тура килгәнлектән, машинаң – төҙөк, үҙең һәр саҡ әҙер булырға тейешһең. Был – минең эш принцибым. Тағы ла, руль артына ултыраһың икән, һин пассажирҙарҙың именлеге өсөн яуап бирәһең, бынан да мөһиме булыуы мөмкин түгел. Минең өсөн йөрөткән машинам һәр ваҡыт төҙөк булыуы мөһим булған кеүек үк, унда барған пассажирҙарҙың да үҙҙәрен уңайлы хис итеүе мөһим, – ти тәжрибәле водитель Рәйес Мөхәмәтйәнов.
Һәр эштә уны еренә еткереп үтәү өсөн ғаиләнең дә терәк булыуы кәрәк. Рәйес ағайҙың ҡатыны Зөһрә Инсафетдин ҡыҙы уға бар яҡлап та терәк булған тормош иптәше.
– Элек “Сельхозтехника”ла эшләгәндә ҡараңғыла ҡайтып инәһең, ҡараңғыла өйҙән сығып китәһең, балаларҙы ла күрмәгән саҡтар күп булды. Әммә ҡатыным мин өйҙә юҡта улар өсөн әсәй ҙә, атай ҙа була белде, минең эшемде һәр саҡ аңлап ҡабул итте. Ныҡ эшләнек бит. Әммә, шулай булыуға ҡарамаҫтан, ул йылдар әле лә яҡты иҫтәлектәр булып һаҡлана. Гөрләп торған ойошмаларҙы иҫләү күңелгә һиллек өҫтәй, ҡайһы саҡ һағындыра, – ти Рәйес Тәлғәт улы.
Рәйес Тәлғәт улының әсәһе лә, атаһы ла һөнәрҙәре буйынса педагогтар булған. Әсәһе Латифа Шәкир ҡыҙы ғүмерен уҡытыусылыҡҡа бағышлаһа, атаһы Тәлғәт Хөсәйен улы, башта уҡытыусы, оҙаҡ йылдар мәктәп директоры булғандан һуң, аҙаҡ хаҡлы ялға сыҡҡансы райондың халыҡ контроле комитеты рәйесе булып эшләгән. Уларҙы белгән кешеләр һөйләүенсә, өлгөлө, матур кешеләр булған улар. Ошондай ғаиләлә үҫкәнгәлер ҙә Рәйес Мөхәмәтйәновты башҡаларҙан итәғәтлелеге, тыйнаҡлығы, тәрән аҡыллылығы айырып тора.
Һөнәри байрамын күтәренке кәйефтә ҡаршылаған Рәйес Тәлғәт улы Мөхәмәтйәновҡа арымай-талмай, тағы ла оҙаҡ йылдар ҡыуанып эшләргә яҙһын!
Гөлгөнә ТАҺИРОВА.
Автор фотоһы.
Читайте нас: