Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри йүнәлеш
29 Октябрь 2018, 17:57

Юл хужалығы хеҙмәткәрҙәрен тәбрик иттеләр

Йылайыр ауылының Мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә райондың юл хужалығы хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән тәбрикләү тантанаһы үтте. Залға йыйылған Йылайыр юл ремонтлау-төҙөү идаралығы хеҙмәткәрҙәрен ҡотларға район хакимиәте башлығы, ауыл биләмәләре хакимиәттәре башлыҡтары, йәмәғәтселек вәкилдәре килде.

Йылайыр ауылының Мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә райондың юл хужалығы хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән тәбрикләү тантанаһы үтте. Залға йыйылған Йылайыр юл ремонтлау-төҙөү идаралығы хеҙмәткәрҙәрен ҡотларға район хакимиәте башлығы, ауыл биләмәләре хакимиәттәре башлыҡтары, йәмәғәтселек вәкилдәре килде.
Район башлығы И.Л.Фәтҡуллин үҙенең сәләмләү сығышында юл идаралығы коллективының эшенә юғары баһа бирҙе, юл эшсәндәрен байрамдары менән йылы ҡотланы, уларға һәм уларҙың ғаиләләренә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, именлек, алдағы йыл пландарын үтәүҙә уңыштар теләне.
– Йылайыр районы республикала территорияһы буйынса иң ҙур райондарҙың береһе булғас, юлдар-аралар ҙа оҙон. Шул юлдарҙы тейешле тәртиптә тотоу – ғәйәт ҙур һәм яуаплы эш. Һеҙҙең идаралыҡ коллективы был бурыстарҙы уңышлы атҡарып килә, тип әйтә алам. Башҡа йылдарҙағы кеүек үк, быйыл да һеҙ юлдарҙы ремонтлау, тәртипкә килтереү буйынса күп эш башҡарҙығыҙ, ҡаты япмалы юлдарҙың йылдан-йыл арта барыуы ҡыуандыра. Юл ремонтлау-төҙөү идаралығы хеҙмәткәрҙәре быйыл ауылдарҙы төҙөкләндереүҙә лә әүҙем ҡатнашты.
Сығышын йомғаҡлап, Илгиз Лирман улы юл эшсәндәрен тағы бер тапҡыр һөнәри байрамдары менән ҡотлап, уларға рәхмәт белдерҙе, изге теләктәрен әйтте.
Артабан хеҙмәттәштәрен байрам менән юл ремонтлау-төҙөү идаралығы етәксеһе Х.В.Исҡужин ҡотланы. Үҙенең сығышында ул идаралыҡтың барлыҡ подразделениелары эшенә анализ яһаны, аныҡ һандар килтереп, коллективтың ҡаҙаныштары тураһында һөйләне, сығышы аҙағында юл предприятиеһына эшендә ярҙам күрһәткән, уның менән берлектә эшләгән район хакимиәтенә, предприятиелар һәм ойошмалар етәкселәренә, ауыл биләмәләре башлыҡтарына рәхмәт белдерҙе.
Г. Таһирова
Читайте нас: