Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри йүнәлеш
4 Апрель 2019, 19:06

Районда тағы бер кооператив эш башланы

Башҡортостан Респуб-ликаһы Хөкүмәтенең килем килтереүсе проекттарға ярҙам итеү программаһы беҙҙең район хакимиәтендә лә, эшҡыуарҙар араһында ла киң яҡлау тапты һәм эшләргә, килем алырға теләгән күп кенә кешеләр үҙ проекттарын тәҡдим итә лә башланы. Былтыр республика Ауыл хужалығы министрлығының конкурс комиссияһы килем килтереүсе проекттар нигеҙендә төҙөлгән ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарын үҫтереүгә гранттар биреү өсөн рес-публика буйынса тәҡдим ителгән 115 проект араһынан беҙҙең райондың да өс проектын һайлап алғайны. Улар “Йылайыр”, “Форель” һәм “Башвойлок” кооперативтарын төҙөү буйынса проекттар ине.

Башҡортостан Респуб-ликаһы Хөкүмәтенең килем килтереүсе проекттарға ярҙам итеү программаһы беҙҙең район хакимиәтендә лә, эшҡыуарҙар араһында ла киң яҡлау тапты һәм эшләргә, килем алырға теләгән күп кенә кешеләр үҙ проекттарын тәҡдим итә лә башланы.
Былтыр республика Ауыл хужалығы министрлығының конкурс комиссияһы килем килтереүсе проекттар нигеҙендә төҙөлгән ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарын үҫтереүгә гранттар биреү өсөн рес-публика буйынса тәҡдим ителгән 115 проект араһынан беҙҙең райондың да өс проектын һайлап алғайны. Улар “Йылайыр”, “Форель” һәм “Башвойлок” кооперативтарын төҙөү буйынса проекттар ине.
Күптән түгел район хакимиәте башлығы И.Л.Фәтҡуллин шуларҙың береһендә – март айында эшләй башлаған “Форель” кооперативында булды. Кооператив рәйесе Юлдаш Сәғитов район башлығын хужалығының матди-техник базаһы, яңы алып ҡайтҡан ҡорамалдар, тәүге продукция өлгөләре менән таныштырҙы.
10 крәҫтиән (фермер) хужалығы һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡ ингән кооператив балыҡ үрсетеү, уны ыҫлау юлы менән эшкәртеү, төрөү һәм һатыу, шулай уҡ ит эшкәртеү менән шөғөлләнәсәк. Кооперативта 3 эш урыны булдырылған, йыл аҙағына тиклем эшселәр һаны 5-кә тиклем артасаҡ.
Кооператив етәксеһе район башлығына үҙ проектын ғәмәлгә ашырыу өсөн алған грант аҡсаһына һатып алған балыҡ ыҫлау шкафын, һыуытҡысты, продукцияны вакуум ярҙамында төрөү ҡоролмаһын, һыуытҡыслы “ГАЗель” автомобилен, һыуытҡыслы витринаны күрһәтте. Тағы ла ит турағыс, үлсәүҙәр, тоҙлау шприцы, һауыт-һаба, инструменттар һәм инвентарь һатып алырға кәрәк әле.
И.Л.Фәтҡуллин кооператив рәйесенән эште ойоштороп ебәреү өсөн нимәләр эшләүе, күпме продукция етештерә аласағы, уны ҡайҙа һәм нисек һатасағы, сеймалды ҡайҙан алыуы менән ҡыҙыҡһынды. Һөйләшеү барышында кооперативҡа уңышлы эшләү өсөн яңы ағзалар йәлеп итергә кәрәклеге лә асыҡланды.
“Килем килтереүсе проекттар булдырыуҙа, кооперативтар ойоштороуҙа хәҙер райондың аҙмы-күпме тәжрибәһе бар, тип әйтә алабыҙ”, – тине Илгиз Лирман улы хушлашҡанда һәм эшҡыуарға билдәләгән пландарын уңышлы тормошҡа ашырыуын теләне.
Гөлгөнә ТАҺИРОВА.
Читайте нас: