Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри йүнәлеш
8 Май 2019, 19:06

Планға ярашлы эшләйҙәр

Үткән байрам көндәрендә беҙҙең районға эш сәфәре менән Башҡортостан Республикаһының урман хужалығы министры М.И.Шәрәфетдинов килде. Район буйлап министрҙы район хакимиәте башлығы И.Л.Фәтҡуллин оҙатып йөрөнө.

Үткән байрам көндәрендә беҙҙең районға эш сәфәре менән Башҡортостан Республикаһының урман хужалығы министры М.И.Шәрәфетдинов килде. Район буйлап министрҙы район хакимиәте башлығы И.Л.Фәтҡуллин оҙатып йөрөнө.
Башта М.И.Шәрәфетдинов Йылайыр урман хужалығының эше менән танышты, тубырсыҡ киптереү цехында булды, урманды тергеҙеүҙә ҡулланыу өсөн орлоҡ материалы әҙерләү эше менән ҡыҙыҡһынды. Янғын-химик станцияһында булды, унда ут һүндереү техникаһын ҡараны, уларҙың урман янғындарын һүндереүгә әҙерлеген тикшерҙе. Станция начальнигы А.Раков министрға ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙер булыуҙарын белдерҙе. Марат Искәндәр улы йәйге осорҙа урман янғындарынан һаҡланыу сараларын, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, контролде көсәйтергә саҡырҙы.
Шунан М.И.Шәрәфетдинов район хакимиәте башлығы И.Л.Фәтҡуллин менән Юлдыбай урмансылығында Бөйөк Еңеү көнө хөрмәтенә ағас ултыртыу буйынса “Хәтер урманы” республика акцияһында ҡатнашты, Йылайыр урман хужалығының питомнигын ҡараны.
Питомник хеҙмәткәрҙәре менән һөйләшкәндә Марат Искәндәр улы үҫентеләрҙе бағыу һәм үҫтереү эштәренең сифатына күберәк иғтибар бирергә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды, ғөмүмән, Йылайыр урмансыларының эшенә ыңғай баһа бирҙе.
Гөлгөнә ТАҺИРОВА.
Читайте нас: