Ауыл уттары
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри йүнәлеш
30 Май 2019, 19:18

Тәүге конкурста тәүге булып...

Башҡортостанда тәүгә мәктәп автобустары водителдәре араһында иң яҡшыларҙы асыҡланылар. 18 майҙа Өфөлә рес-публика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Р.Ф.Хәбиров тәҡдиме менән һөнәри оҫталыҡ конкурсы ойошторолдо.

Башҡортостанда тәүгә мәктәп автобустары водителдәре араһында иң яҡшыларҙы асыҡланылар. 18 майҙа Өфөлә рес-публика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Р.Ф.Хәбиров тәҡдиме менән һөнәри оҫталыҡ конкурсы ойошторолдо.
БРУКК автодромы билә-мәһендә 63 муниципаль район вәкиле йыйылды.
Конкурс теоретик һәм практик өлөштәрҙән торҙо, тип хәбәр итә Башҡортостан Транспорт буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.
Республикала 1200-ҙән ашыу мәктәп автобусы водителе иҫәпләнә. Радий Хәбиров билдәләүенсә: «Кемдәр уҡыусыларҙың мәктәпкә имен-һау барып етеүе өсөн яуап бирә, улар айырым иғтибарға лайыҡ».
Ошондай мәртәбәле тәүге конкурста беҙҙең райондан тәүге булып ҡатнашыу хоҡуғына Йылайыр урта мәктәбенең автобусы водителе Ринат Сәйфулла улы Иҫәнгилдин эйә булды. Ринат тәжрибәле водитель, ғүмеренең 30 йылын водителлеккә бағышлаған кеше.
– Шофер һөнәрен һайлауыма үкенмәйем. Яратҡан эш ялҡытмай бит ул. Икенсенән, һәр эште күңел һалып башҡарыу кәрәк. Мәктәп автобусында водитель булып эшләүемә 15 йыл инде. Балаларҙы йөрөтөү уғата яуаплы эш. Үҙ эшеңде белеп кенә башҡарыу етмәй, балалар менән аралаша ла белергә кәрәк. Ә шулай ҙа уҡыусылар менән эшләү миңә оҡшай. Уларҙан күп нәмәгә өйрәнергә була, ә иң мөһиме, улар менән мин үҙемде һәр саҡ йәш тоям, – тип йылмая Ринат.
Конкурсҡа килгәндә, Ринат Сәйфулла улы унда ла һынатмаған. Үҙе кеүек үк башҡа һөнәр эйәләре араһында бик яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән.
Гөлгөнә ТАҺИРОВА.
В.КЛИМОВ фотоһы.
Читайте нас: