Ауыл уттары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри йүнәлеш
6 Август 2019, 11:45

Хәүефһеҙлек булдырыу – төп маҡсат

15 июлдән республикала үҙйөрөшлө машиналарҙы һәм уларҙың тағылмаларын эксплуатациялау процесында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы профилактикалау буйынса айлыҡ старт алды. Йыл да үтеп торған айлыҡ 16 авгусҡа тиклем дауам итәсәк.

15 июлдән республикала үҙйөрөшлө машиналарҙы һәм уларҙың тағылмаларын эксплуатациялау процесында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы профилактикалау буйынса айлыҡ старт алды. Йыл да үтеп торған айлыҡ 16 авгусҡа тиклем дауам итәсәк.
Беҙҙең районда ла ҡыҙыу эш бара. “Трактор” операцияһы барышында “Гостехнадзор” инспекцияһының дәүләт инженер-инспекторҙары, тәү сиратта, эксплуатацияла булған тракторҙарҙың һәм уларҙың тағылмаларының эшкә яраҡлығын, номерлы агрегаттар теркәлгән мәғлүмәткә тап килеүен, тракторсыларҙың таныҡлыҡтарын тикшерәләр. Махсус контроль аҫтында – техник тикшереү үтеүҙең күрһәткестәре түбән, шәхси секторҙа рәсмиләштерелмәгән, ләкин эксплуатицияланған тағылмалар булған ауылдар.
“Трактор” операцияһы уҙған ваҡытта түбәндәге боҙоуҙар теркәлгән: водитель танытмаһыҙ трактор йөрөтөү – 4 осраҡ, техник тикшереү үтмәгән техниканы эксплуатациялау – 4 осраҡ, теркәлеү документтары булмаған транспорт менән идара итеү – 3 осраҡ.
Тирә-яҡ, кешеләр һаулығы һәм ғүмере хәүефһеҙлеге талаптары менән иҫәпләшмәгән, техник тикшереү үтмәгән, “ОСАГО” полисы булмаған техниканы эксплуатациялаған транспорт эйәләренә ҡарата административ саралар күрелгән.
Районда, дөйөм алғанда, трактор һәм уға тағылмалары булғандарҙың 65 проценты быйыл техник тикшереү үткән. Әгәр һәр кем был эшкә яуаплыраҡ ҡараһы, һөҙөмтә күпкә юғары булыр ине. Бик күп тракторҙар һуңғы йылдарҙа эксплуатациянан сыҡҡан булып та, ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында, һаман теркәләү учетында торалар. Былар барыһы район буйынса техник тикшереү һөҙөмтәһендә сағылыш табасаҡ.
“Трактор” операцияһы дауам итә. Тимәк, район юлдарында “Гостехнадзор” инспекторҙары боҙоуҙары булған яуапһыҙ транспорт эйәләренә әленән-әле “дәртләндереү премияһы” яҙасаҡ.
В. Климов.
Автор фотоһы.
Читайте нас: