Ауыл уттары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри йүнәлеш
4 Октябрь 2019, 12:06

“Иң мөһиме – балаларҙы аңлау кәрәк”

Уҡытыусы һөнәрен һайлағанһың икән, тимәк, һин бынан ары үҙең өсөн генә йәшәй алмаясаҡһың. Был һөнәр йөрәгеңде тулыһынса балаларға биреүҙе талап итә. Шулай булмай, дәрес биреп сыҡ та, һиңә яратып ҡараған, ярҙамыңа мохтаж булған балаларҙы онот! Улай булмай шул... Һәр ҡайһыһы өсөн көйәһең, шатланаһың, уйланаһың. Был – һәр уҡытыусының фиғеле. Уҡытыусы хаҡында һүҙ сыҡһа, күҙ алдына түҙемле, мөләйем йөҙлө, балалар менән ихлас күңелдән аралаша белгән кеше килеп баҫа. Эйе, былар тик уҡытыусы һөнәренә генә хас.

Ш.Бабич исемендәге баш-ҡорт гимназияһы яҡшы уҡытыусылары менән дан алған. Бында үҙ эшен яҡшы белгән, яратып башҡарған педагогтар йыйылған. Башланғыс кластар уҡытыусыһы Рәсимә Мир ҡыҙы Тусалинаны ғына алайыҡ. Уның мәғариф өлкәһендә эшләүенә быйыл – 25 йыл.
Ҡашҡар ауылы ҡыҙы Рәси-мә үҙенең буласаҡ һөнәрен мәктәптә уҡығанда уҡ һайлай. Ныҡлы ҡарарға килгән ҡыҙ, 1990 йылда 9-сы класты тамамлағас, Сибай педагогия училищеһына уҡырға керә. Уҡыуҙа һынатмай. 1994 йылда ҡулына диплом алған йәш педагогтың хеҙмәт юлы районыбыҙҙың Мәҡсүт ауылында башлана.
– Тәүге класым менән янып, ең һыҙғанып эшләнем. Шул йылдарҙа беҙҙең мәк-тәптә башланғыс кластар уҡытыусыларының район семинары уҙғарылды. Шунан һуң мине район үҙәгенә эшкә саҡырҙылар, – тип һөйләй Рәсимә Мир ҡыҙы үткәндәре хаҡында. Тап ошо йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтына ситтән тороп уҡырға инә. – Район үҙәгенә эшкә килеүем шуныһы менән иҫтә ҡалды: тәүге башҡорт класын миңә ышанып тапшырҙылар. Урта мәктәптә тәүге башҡорт класын да мин сығарҙым, ул уҡыусыларым әле лә хәтеремдә. Әйткәндәй, улар үҙҙәре лә мине онотмайҙар. Әле булһа хатлашып, хәбәрләшеп торабыҙ.
2007 йыл район тарихына Йылайырҙа башҡорт гимназияһы асылыуы менән инеп ҡалһа, Рәсимә Мир ҡыҙы өсөн дә иҫтәлекле йыл ул. Өмөтлө уҡытыусыны ошо гимназияға эшкә алалар. Бөгөн Рәсимә Мир ҡыҙы – 6 сығарылыш класын оло тормош юлына оҙатҡан уҡытыусы. Уның кисәге ҡошсоҡтары төрлөһө-төрлө ерҙә уҡып, йә эшләп йөрөй. Тәүге уҡытыусыларын бер ҙә онотмайҙар, хәлен белешеп, байрамдар менән ҡотлап торалар.
– Иң мөһиме, балаларҙы аңларға кәрәк, уларҙа белемгә ҡыҙыҡһыныу уятыу ҙа – уҡытыусының бурысы. Балаларҙы тыңлай белеү ҙә мотлаҡ. Минеңсә, өйҙә ата-әсәләр үҙ балаларына ваҡыт бүлеп еткермәй. Шуға ла мин уларҙы ысынтылап, ихлас тыңлайым һәм, кәрәк булһа, кәңәштәр бирәм. Бала ҡанатланып китә. Тәжрибәм күрһәтеүенсә, бындай ябай аралашыуҙар баланы аса, ышанысын арттыра. Ә беҙгә, уҡытыусыларға, уҡыусыларыңдың уңыштарын күреүҙән дә ҡыуаныслы нәмә юҡ, – ти Рәсимә Мир ҡыҙы.
Баланы яратмай тороп, уны белем үренә әйҙәп булмай. Рәсимә Мир ҡыҙы Тусалина, һайлаған һөнәренә тоғро ҡалып, һәр көнөн уҡыусыларына һөйөүен бүләк иткән, улар күңеленә изгелек, яҡшылыҡ орлоҡтарын сәскән уҡытыусы ул.
Гөлгөнә БАЙСУРИНА.
Читайте нас: