Ауыл уттары
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри йүнәлеш
4 Октябрь 2019, 12:02

Уҡытыусы булыу – йәшәү рәүеше

Иген – келәттә, кеше хеҙмәттә күренә, ти башҡорт мәҡәле. Бөгөн һүҙем үҙен уҡытыусы һөнәрендә табып, бар яҡлап асҡан шәхес, ғүмеренең 28 йылын балаларға белем биреүгә арнаған кеше хаҡында буласаҡ. Ул – Йылайыр ауылының Н.Р.Ириков исемендәге урта мәктәбендә 2-9 кластарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен уҡытыусы Солтанова Гөлсәсәк Әсҡәт ҡыҙы.

Иген – келәттә, кеше хеҙмәттә күренә, ти башҡорт мәҡәле. Бөгөн һүҙем үҙен уҡытыусы һөнәрендә табып, бар яҡлап асҡан шәхес, ғүмеренең 28 йылын балаларға белем биреүгә арнаған кеше хаҡында буласаҡ. Ул – Йылайыр ауылының Н.Р.Ириков исемендәге урта мәктәбендә 2-9 кластарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен уҡытыусы Солтанова Гөлсәсәк Әсҡәт ҡыҙы.
Гөлсәсәк Әсҡәт ҡыҙы Ашҡаҙар ауылында тыуып-үҫә. Уҡыусы йылдары Баймаҡ ҡалаһының интернат-мәктәбендә үтә. Ҡулына аттестат алғандан һуң, ҡыҙ 1989 йылда башланғыс кластар уҡытыусыһы йүнәлеше буйынса Сибай педагогия училищеһына (хәҙер – колледж) уҡырға инә. Уны тамалағас, йәш уҡытыусы Үрге Ғәле мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай. Бер нисә йыл эшләс, Гөлсәсәк Әсҡәт ҡыҙы белемен камиллаштырырға тигән маҡсат ҡуя һәм Башҡорт дәүләт университетының “Филология” факультетына ситтән тороп уҡырға инә.
Юғары белем тураһында ҡулына диплом алған йылды Гөлсәсәк Әсҡәт ҡыҙы ғаиләһе менән Йылайыр ауылына күсеп килә, Н.Р.Ириков исемендәге урта мәктәпкә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшкә төшә. Шулай итеп, ҡасандыр педучилищела математиканан диплом яҡлаған белгесте яҙмыш тел һәм әҙәбиәт менән бәйләй.
– Мәктәптә уҡыған саҡта уҡ буласаҡ һөнәрем тураһында бер секундҡа ла шикләнмәнем. Балаларға ҡарата һөйөүем шул тиклем ҙур, үҙемде башҡа бер һөнәрҙә лә күҙ алдына килтерә алмайым, – ти Гөлсәсәк Әсҡәт ҡыҙы.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә балаларҙың әҙәби фекерләү эшмәкәрлеген һәм телмәрен үҫтереү – ошоларға таянып эшләй Гөлсәсәк Әсҡәт ҡыҙы. Күпселеге башҡорт телен туған тел тип белмәгән уҡыусыларҙы уҡытҡанда өс телде – инглиз, башҡорт һәм рус телдәрен – яҡшы белеү, улар араһында параллель үткәреү, уларҙы сағыштырыу ярҙам итә, ти ул.
Һәр балаға шәхси ҡараш, һәр уҡыусыла шәхес күреү, заман менән бергә атлау, һәр уҡыусының уҡыуға һәләте төрлө булыуын иҫәпкә алып, уларға дәрес программаһын бер тигеҙ итеп еткереү, уҡытыуҙа интерактив технологияларҙы ҡулланып, белемде заманса биреү, ата-әсәләр менән бәйләнеш тотоу – былар Гөлсәсәк Әсҡәт ҡыҙы эшендә ҡулланған ҡағиҙәләр. Ә хеҙмәтенең һөҙөмтәләре уҡыусыларының районда үткән олимпиадаларҙа, шиғыр ятлау, инша яҙыу, “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү конкурстарында әүҙем ҡатнашыуында ғына түгел, призлы урындар яулауында ла сағыла.
– Эшемдә иң борсоғаны – дәрестәр һаны. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте өсөн аҙнаһына бер сәғәт кенә бүленә, – ти Гөлсәсәк Әсҡәт ҡыҙы. – Ҡыуанысыма күрә, хәҙерге балалар телде рәхәтләнеп өйрәнәләр, барыһын да белергә тырышалар. Шулай уҡ эште заманса дәреслектәр һәм эш дәфтәрҙәре бер аҙ еңеләйтә.
Ғаиләлә тыныс булһа – эштә лә барыһы ла яҡшы бара, тип иҫәпләй Гөлсәсәк Әсҡәт ҡыҙы. Сөнки уҡытыусының барлыҡ эше өйөнә эйәреп ҡайта, уҡытыусы булыу – йәшәү рәүеше. Шул саҡ ғаиләнең аңлауы, ярҙамы кәрәк. Гөлсәсәк Әсҡәт ҡыҙы был йәһәттән, күҙ теймәһен, бәхетле. Үҙе әйтеүенсә, тормош ауырлыҡтарын сабыр кисерергә ике ныҡлы терәге, ике таянысы, тормошоноң ике йәме – улдары ярҙам итә. Өлкән улы Илназ быйыл Өфө дәүләт авиация-техник университетын инженер-энергетик һөнәре буйынса тамамлаһа, кесе улы Алмас әле алтынсы класта уҡып йөрөй. Илназ шахматта яҡшы уйнай, Алмас оҫта бейей, икеһе лә аныҡ фәндәрҙе ярата, тип ҡыуанып һөйләй әсә кеше.
Үҙе баҡса үҫтерергә, улдарына тәмле-тәмле ризыҡтар бешереп ашатырға ярата икән. Ҡош-ҡортон да бағып өлгөрә. Дәүләт имтихандарын ойоштороусы булып, йәмәғәт тормошонда, башҡорт теле буйынса конференцияларҙа, йыйылыштарҙа әүҙем ҡатнаша.
Гөлсәсәк Әсҡәт ҡыҙы һөнәр һайлауҙа, ысынлап та, яңылышмаған. Балаларҙы ихлас күңелдән яратыуы күҙҙәрендә үк сағыла. Ә эшенең иң ҙур ҡыуанысы – көтмәгәндә балаларҙың шатланып килеп ҡосаҡлап алыуҙары, тип белдергәс, уның ысын уҡытыусы булыуына бөтөнләй инандым.
Заһиҙә МУСИНА.
Читайте нас: