Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри йүнәлеш
24 Октябрь 2019, 19:16

27 октябрь – Автомобиль транспорты хеҙмәткәрҙәре көнө

Элемтәселәр менән бер бинала ултырғас, һеҙ һүрәттә күргән был водителдәр – Виталий Колбинцев, Алексей Каплин һәм Юнир Ҡыҙрасов менән беҙ көн дә күрешеп торабыҙ.

Элемтәселәр менән бер бинала ултырғас, һеҙ һүрәттә күргән был водителдәр – Виталий Колбинцев, Алексей Каплин һәм Юнир Ҡыҙрасов менән беҙ көн дә күрешеп торабыҙ. Хәйер райондың бөтә ауылдарында ла тиерлек беләләрҙер уларҙы, сөнки бөгөн телефон элемтәһе үтмәгән бер генә ауыл да юҡ. Ә элемтә төҙөк эшләһен, ә берәй ерҙә ул өҙөлә ҡалһа, шул уҡ көндө ремонтланһын, тергеҙелһен өсөн элемтәсе водителдәргә район буйлап күп йөрөргә тура килә. Бының өсөн автомашинаңдың һәр саҡ төҙөк, ә үҙең тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында, ҡар-буранда ла, ел-ямғырҙа ла юлға сығырға әҙер булырға тейешһең. Йәғни эшкә яуаплы ҡарау, тырышлыҡ, түҙемлек кәрәк. Виталий ҙа, Алексей менән Юнир ҙә был сифаттарҙан мәхрүм түгел.
Уларҙы һөнәри байрамдары менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ, эштәрендә уңыштар теләйбеҙ!
Ф.Мортаев.
В.Климов фотоһы.
Читайте нас: