Ауыл уттары
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри йүнәлеш
31 Октябрь 2019, 19:35

Беҙҙә яуаплы, белемле кешеләр эшләй

Суд приставтарының Йылайыр район бүлеге штатында 9 хеҙмәткәр – бүлек начальнигы, ике башҡарыусы суд приставы, суд эшмәкәрлегендә билдәләнгән тәртипте тәьмин итеү буйынса 4 суд приставы, 2-се разрядлы өлкән белгес һәм водитель.

Бүлектең барлыҡ хеҙмәткәрҙәре лә үҙ бурыстарына яуаплы ҡарайҙар, белемдәрен, көстәрен, тәжрибәләрен законға хеҙмәт итеүгә бирәләр, ҡуйылған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә, бурыстарына тоғролоҡ һаҡлап, юғары профессионаллек, принципиаллек һәм ныҡышмалылыҡ күрһәтәләр.
2019 йылдың туғыҙ айы эсендә беҙҙең бүлектең башҡарыусы приставтары тарафынан дәғүәселәр файҙаһына 32 миллион һумдан ашыу, шул иҫәптән дәүләт ҡаҙнаһына 9 миллион һумдан күберәк аҡса кире ҡайтарылды, алимент юллаусыларға 1,5 миллион һумдан ашыу аҡса күсерелде. Судьяларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә 390-дан ашыу заявка үтәлде.
Һөнәри байрамыбыҙ көнөндә хеҙмәттәштәремә ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, сабырлыҡ, намыҫлылыҡ, донъяға ыңғай ҡараш, һәр эште уңышлы хәл итеүҙәрен, тыныслыҡ һәм именлек теләйем!
Э.ХӘЛИТОВА,
суд приставтарының
Йылайыр район бүлеге начальнигы.
Читайте нас: