Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри йүнәлеш
8 Ноябрь 2019, 11:22

“Донъялағы иң яҡшы һөнәр!”

Кинолог һөнәре тураһында һеҙ күпте беләһегеҙме? Бына миңә ошо көндәрҙә был һөнәр үҙенсәлектәре менән яҡындан танышырға форсат килеп сыҡты. Профессия менән танышыу ғына түгел, ә тормошонда үҙ урынын тапҡан, үҙ эшен яратҡан, уның бөтә нескәлектәрен белгән кеше менән аралашыу бәхете тейҙе. Ә ундай осрашыуҙар һәр саҡ ҡыуандыра, сөнки ошондай бәхетле кешенең күҙендәге осҡон һине лә “яндырғандай” була. Һүҙем РФ Эске эштәр министрлығының Йылайыр районы буйынса бүлексәһенең кинология йүнәлеше инспектор-кинологы Алик Хәкимйән улы Вәлиев тураһында барасаҡ.

“Малай сағымдан армияла ил сигендә эт менән хеҙмәт итергә теләй торғайным,” – ти Алик Хәкимйән улы. Ул хыялланған мәлдә йондоҙҙар тап килгәнме, яҙмышы шулай яҙылғанмы, әллә бик теләһәң - барыһы алдыңа сығамы, ләкин Алик Хәкимйән улы армияла үткән йылдарҙы ғына түгел, ә тотош ғүмерен кешенең тоғро дуҫы тип һаналған эттәр менән эшкә бәйләй.
Алик Хәкимйән улы Вәлиев сығышы менән Йомағужа ауыланан. Йомағужа урта мәктәбен тамамлағандан һуң, егет туған уҡый йортонда тренер-уҡытыусы булып эшләп өлгөрә, унан һуң армияға алына. Үрҙә әйтеп үткәнемсә, ул ике йыл сик буйы ғәскәрҙәрендә инструктор-кинолог булып хеҙмәт итә.
– Армияла саҡта тәүге тапҡыр эттең илағанын күрҙем: хеҙмәттәш егет ҡайтып киткәс, уның эте мөйөштә генә өнһөҙ ултырҙы, ә күҙҙәрендә - йәш... – тип хәтерләй Алик Хәкимйән ул. – Үҙем дә дүрт аяҡлы тоғро дуҫым менән ауыр айырылыштым. Ҡайтырға өс көндәй ҡалғас, этем бөтөнләй тигәндәй ашамай башланы, минең эргәнән дә китмәне... Бәләкәй саҡтан үҙем өйрәтеп, тәрбиәләгәс, хушлашыу икебеҙгә лә ҡыйын булғандыр...
Хеҙмәт итеп ҡайтҡас Алик Хәкимйән улы Башҡорт иҡтисади-хоҡуҡ техникумында, шунан һуң Көнсығыш иҡтисади-хоҡуҡ гуманитар академияһында юрист һөнәрен ала. Уҡыу йылдарында ул райондағы “Һаҡсы” үҫмерҙәр клубы етәксеһе булып эшләй. Ә 2004 йылда милиция хеҙмәтенә урынлаша. Бөгөнгө көндә полицияның өлкән лейтенанты Алик Хәкимйән улы РФ Эске эштәр министрлығының Йылайыр районы буйынса бүлексәһенең кинология йүнәлеше инспектор-кинологы вазифаһында.
Алик ағайҙың һөнәрен яратҡаны күҙҙәренән үк күренеп тора. Ә инде уның эше тураһында һөйләгәнен сәғәттәр буйына тыңларға була, сөнки уның хеҙмәте, ысынлап та, ҡыҙыҡлы, хатта, Алик ағай үҙе әйтмешләй, донъялағы иң яҡшы һөнәр! Шуға ла әңгәмәсемдән ишеткәнемдең иң шәптәрен, ҡыҙыҡһыныу уятҡандарын һеҙҙең менән дә бүлешергә ашығам.
Йылайыр районының полиция бүлексәһендә әлеге көндә өс немец овчаркаһы – Ирви, Зена һәм Ханна хеҙмәт итә, шуларҙың икеһе – Ирви менән Зена – Алик ағай ҡарамағында.
Этте өйрәтеп алыу – еңел эш түгел. Беренсенән, үҙеңә лә кәрәкле белем алыу мотлаҡ. Алик Хәкимйән улы 2009-2010 йылдарҙа кинология хеҙмәтенең зона үҙәгендә кинологтар мәктәбен үтә. Икенсенән, бер кем дә һиңә өйрәтелгән, “әҙер” этте бирмәй.
Кинология хеҙмәтенең зона үҙәге район бүлексәһенә өс айлыҡ көсөктө тапшыра.
– Шул өс айлыҡ ҡына эт менән тәүҙә уртаҡ тел табырға кәрәк, юғиһә киләсәктә инспектор-кинолог һәм уның дүрт аяҡлы дуҫы бер нисек тә бергә эшләп китә алмаясаҡ, – ти Алик ағай. – Көсөк менән уртаҡ тел тапҡас, уны “социалләштереү” башлана: кешеләргә, машиналарға, ғөмүмән, тирә-яҡҡа өйрәтәһең.
Артабан махсус программа буйынса төрлө бойороҡтарға (“ултыр”, “ят” һ.б) һәм уларҙың төп бурыстары – еҫ буйынса эҙләргә өйрәтәләр. Тәүҙә эттәр яратҡан уйынсыҡтарын – тупты эҙләйҙәр. Тапһалар, уйнай алалар. Был уларға үҙенә күрә дәртләндереү бүләге. Бында ла ҡыҙыҡ бер нәмә бар икән: эттәр шартлы рәүештә ике төргә бүленә. Шулай, берәүҙәргә награда – уйынсыҡ, икенселәренә – тәмлекәс. Алик Хәкимйән улы, тәжрибәһенән сығып, бөтә эттәрҙе уйынсыҡҡа өйрәтеү күпкә яҡшы һәм һөҙөмтәле тип иҫәпләй.
Тәүҙә эттәр яратҡан уйынсыҡтарын – тупты эҙләйҙәр, тигәйнем, артабан улар үҙҙәренең йүнәлештәре буйынса “эшләй” башлайҙар. Эйе, эттәрҙең дә эш йүнәлештәре була икән! Ирви еҫ буйынса енәйәтсене, ул ташлаған теге йәки был әйберҙе эҙләй, полиция хеҙмәткәрҙәре менән бергә енәйәт ҡылынған ергә сыға, Зена – шартлатҡыс, наркотик матдәләр таба. Ә Ханна йәмәғәт тәртибен булдырыу, хоҡуҡ боҙоуҙы, енәйәт ҡылыуҙы профилактикалау, конвойлы патрулләү кеүек йүнәлештә эшләй, тимәк Ханна “һуғыш алымдарын”а ла өйрәтелә.
Ошо урында полиция эттәре тураһындағы мифтарҙы таратыу урынлы булыр. Беренсе имеш-мимеш – эттәрҙән наркотиклы әйберҙәрҙе көслө еҫле аҙыҡ (колбаса, сало һ.б.) менән йәшереп була тигәндәрен. Улай түгел, ти Алик ағай. Сөнки эттәр һәр саҡ туҡ һәм улар “тәмлекәс” өсөн эшләмәй. Төп награда – уйынсыҡ һәм инспектор менән уйнап алыу. Икенсе миф – эт тыйылған матдәләрҙе тапһын өсөн уға наркотик ҡаҙайҙар, ә “ломка” башланғас, эҙләтәләр. Юҡ! Был рәхимһеҙлек, етмәһә, ҡанун менән дә тыйылған. Барыһы ла ябай һәм ҡанунға ярашлы – эттәр наркотик йәки шартлатҡыс әйберҙең еҫен сығарған махсус имитаторҙарҙы еҫкәп кенә эҙләргә өйрәнәләр.
Эткә бер йәш тулғас, уны кинология үҙәгенә уҡырға алып баралар. Эт унда имтихандарҙы уңышлы тапшырһа, махсус сертификат ала һәм үҙенең карьераһын “башлай”. Эттәр һигеҙ йәшкә тиклем хеҙмәт итә ала. Улар көн дә икешәр сәғәт хеҙмәт күнекмәләрен нығытырға, йыл һайын, эшкә яраҡлы икәндәрен иҫбатлап, имтихандар биреп торорға тейештәр.
– Эт менән инспектор-кинологтың холоҡтары бер иш булыу мотлаҡ. Сөнки, әйтәйек, эт – уҫал, хужаһы йыуаш икән, эт уны тыңлап тормаясаҡ. Әгәр киреһенсә, хужа – уҫал, эт йыуаш булһа, эт ҡурҡыуынан бер нимә лә эшләмәйәсәк. Шуға ла көсөк сағынан уҡ үҙеңдең холҡоңа “көйләп” алыу мөһим, – тип һөйләй Алик Хәкимйән улы. – Ирвиға ғинуарҙа 4 йәш тула. Ул миңә бик еңел бирелде, бөтә командаларҙы тиҙ отоп алды. Эштә лә үҙен һәр саҡ яҡшы күрһәтә. Зенаға ете ай. Йәше тулғас махсус уҡыуҙарға барасаҡбыҙ. Шуға тиклем бирелгән программа буйынса күнекмәләр эшләйбеҙ. Зена ла ауырлыҡтар тыуҙырмай, тиҙ өйрәтелә.
Алик Хәкимйән улы өсөн үрҙә һөйләгәндәре көндәлек эш булһа, минең өсөн тотош донъя асылды. Ғәҙәтилекте былай сағыу һәм тулы итеп, минеңсә, эшен күңелен һалып башҡарған кеше генә һөйләй ала. Ә хеҙмәтендә күрһәткән уңыштары өсөн тапшырылған БР Эске эштәр министрлығының Маҡтау грамотаһы, Рәсәйҙең Эске эштәр министрлығының 3-сө һәм 2-се дәрәжә “Хеҙмәттәге айырым уңыштары өсөн” миҙалдары, “РФ Эске эштәр министрлығы кинология бүлегенең 100 йыллығы” на арналған юбилей миҙалы Алик ағайҙың үҙ һөнәренең оҫтаһы икәнендә шик тыуҙырмай.
Алик Хәкимйән улының ғаиләһе лә матур. Тормош иптәше Әлиә Шәһит ҡыҙы менән ике ул – Азаматты һәм Саматты тәрбиәләйҙәр. Улар әле башланғыс класс уҡыусылары. Үҙҙәренең хужалыҡтарында Вәлиевтәр ғаиләһе баҡса үҫтерәләр, ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Ҡыҫҡаһы, тормош ҡуйған һынауҙарға бирешмәй, татыу һәм мөхәббәтле тормош көтәләр.
А. П. Чехов әйткәнсә, изге кешегә хатта эт алдында ла оят була. Был һүҙҙәрҙе Алик Хәкимйән улына ла төбәп әйтергә мөмкин. Сөнки уның эттәргә ҡарата кешелекле мөнәсәбәте, ҡайһы урында йәлләүе, уларға тоғролоҡ һаҡлауы, эттәрҙең тоғролоғон хөрмәт итеүе, кәрәкле саҡта хатта һаулығын, ғүмерен дүрт аяҡлы дуҫына ышаныуы – оҙаҡ йылдар уңышлы хеҙмәт итеүенең сере. Эттәрҙе яратыу – кинолог һөнәренең нигеҙе.
З. Мусина.
Автор фотоһы.
Читайте нас: