Һеҙҙең иғтибарығыҙға Йылайыр районы Сәлим ауылында 1997 йылда тыуған, Матрай мәктәбендә уҡығандан һуң, Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаған, хәҙерге көндә З.Исмәғилов исемендәге сәнғәт институтында юғары белем алып йөрөгән, “Саптар” этно-төркөмө солисы, шул уҡ исемдәге ҡурай мәктәбе етәксеһе, “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамбле солисы, халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты, ҡурайсы егет Юлай Ринат улы ҠАСИМОВ менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
– Юлай, кем әйтмешләй, башлайыҡ баштан: ҡурайҙа ҡасан уйнай башланың?
– Мәктәптә уҡығын сағымда уҡ. Был ҡоралдың серҙәренә ҡурай буйынса беренсе уҡытыусым Ғәлим Мөхәмәтдин улы Монасипов төшөндөрҙө. Ә иң мөһиме – миңә дөрөҫ йүнәлеш бирҙе. Бының өсөн Ғәлим ағайға мин мең рәхмәтлемен.
– Ә ни өсөн тап ҡурай? Ул булмаһа, ниндәй музыка ҡоралында уйнар инең?
– Йылайыр ере электән көслө, билдәле ҡурайсылары менән дан тотҡан. Шулар тураһында белеп-ишетеп йөрөп, ҡурай түңәрәгенә барҙым да инде. Ҡурай булмаһа, башҡа бер ниндәй ҡоралды ла ҡулыма алмаҫ инем. Алтынсы класта уйнай башлағандан бирле уйымда тик ҡурай.
– Уҡырға ингәндә, “музыкант булыу – аҡсаһыҙ эш, уның менән ғаиләне аҫырап булмай,” тип аҡыл өйрәтеүселәр булманымы?
– Һәр икенсе кеше миңә шулай тигәндер: “Аҡсаң булмаясаҡ, шуның булмаясаҡ, тегенең булмаясаҡ... Ана Фәләндең улы музыкантҡа уҡығайны, хәҙер Себергә сығып китте...” Мин: “Ҡарағыҙ, Йылайырҙа тыуып-үҫкән ағайҙар хәҙер нисек Өфөлә күтәрелеп, билдәле булып киттеләр, улар ғаиләләрен, ата-әсәһен, балаларын матур итеп ҡарайҙар. Ниңә һеҙ мине шундай тырыштар менән сағыштырмайһығыҙ?” – тип яуап ҡайтара торғайным. Ҡурайҙа уйнай башлағандан уҡ алдынғы, көслө ҡурайсы булырға ынтылдым. Шуға ла баяғылай аҡыл өйрәтеүселәргә иғтибар итмәнем.
– “Талантым юҡ”, тип яҙаһың интернет селтәрендә. Тимәк, һәр кемгә теләгенә ирешер өсөн тырышлыҡ ҡына кәрәк, таланты булмаһа ла ярай?
– Ни өсөн шулай тип яҙаммы? Сөнки миңә уҡыусылар киләләр, улар социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәмде ҡарайҙар һәм уйлайҙар: “Әһә, был егет тыуҙы, таланты бар, тимәк, уға бер нәмә лә эшләргә кәрәкмәй, ҡурайҙа уйнай ҙа йөрөй”. Улай түгел. Һәр кеше, маҡсаты ниндәй генә булмаһын, уға тырышлығы менән генә ирешә ала. Талантың булып та тырышлығың юҡ икән, бер нәмәң дә килеп сыҡмаясаҡ. 100 процент уңыштың 99 проценты – тир түгеү, 1 проценты ғына – талант. Иң мөһиме – үҙ өҫтөңдә эшләү. Шуға ла мин талантҡа нәфрәт менән ҡарайым, ә кеше хеҙмәтен хөрмәт итәм.
– Ҡурай Башҡортостанда ғына, башҡорттарға ғына кәрәк. Бының менән килешәһеңме?
– Ҡурайҙа уйнаусылар тик Башҡортостанда ғына, был дөрөҫ. Ә бына ҡурай үҫемлеге күп яҡтарҙа үҫә. Мин үҙем Новосибирск урмандарында (армияла шул яҡтарҙа хеҙмәт иттем) ҡурай таптым. Ысын ҡурай ине, уны ҡырҡып алып, инструмент эшләп уйнаным хатта. Эйе, ҡурай үләне бер Башҡортостанда ғына үҫмәй, әммә тик башҡорт ҡына уға йән өрә ала.
– Ҡурайҙы популярлаштырыу кәрәкме?
– Кәрәк кенә түгел – мөһим. Мин көсөмдө шуға һалам – социаль селтәрҙәрҙә күберәк ҡурай тураһында яҙам, концерт-сығыштарым да ошо музыка ҡоралын пропагандалауға йүнәлтелгән. Һәм дә ҡурайсыларҙың кодексы бар. Унда яҙылған: һәр бер ҡурайсы ҡурайҙы популярлаштырыу өҫтөндә эшләргә тейеш. Мин шул кодексты боҙмаҫҡа тырышам.
Был мәсьәлә, үрҙә әйткәнемсә, бик мөһим, сөнки йәштәр хәҙер теләһә ниндәй йырҙар тыңлай, ә үҙебеҙҙең элекке матур йыр-моң онотолоп бара. Шуға күрә йәш быуынды ҡыҙыҡһындырыр өсөн, ҡурайҙа уйнағанымда заманса аранжировкалар эшләйем. Быны ҡыҙыҡ күреп, киләләр ҙә: “Юлай ағай, мине лә шулай өйрәтегеҙ әле”, – тиҙәр. Мин һәр саҡ әйтәм: “Беренсенән, һин башҡорт көйөн уйнаясаҡһың, шунан ғына ҡалған көйҙәрҙе”.
– Ишмулла Дилмөхәмәтов яҡташың булған өсөн ниндәйҙер ғорурлыҡ тояһыңмы?
– Мин Өфөгә күскәс тә: “Ҡалған ҡурайсылар алдында һеҙ, йылайырҙар, үҙегеҙҙе текә тотаһығыҙ”, – тип әйтеүселәр булды. Ысынлап та, электән шулай киләме икән, белмәйем, тик беҙ, Йылайыр районынан сыҡҡан ҡурайсылар, үҙебеҙҙе текәрәк тотабыҙ. Беҙҙең ҡурайсылар һәйбәтерәк, күберәк, тигән кеүегерәк берәй бәхәс килеп тыуһа, әйтәбеҙ: “Ишмулла Дилмөхәмәтов – Йылайырҙан!” Һәм шуның менән һорауҙар бөтә лә ҡуя.
– Бәҙрәфтә ҡурай моңо яңғырап торған хәл тураһында ҡыҫҡаса ғына булһа ла һөйләп китмәҫһеңме?
– Ҡырым Республикаһында гастролдәрҙә йөрөгәндә миңә Өфөләге таныштарым Салауат Юлаев майҙанындағы ҡала бәҙрәфендә ҡурай яңғырап торған видео ебәрҙеләр. Көйтеҙмә икенсе музыка менән ҡатышып түгел, ә тотош ҡурай көйҙәренән генә тора. Ҡайтҡас, үҙем киттем шунда. Баяғы бәҙрәфкә барып инһәм, “Салауат” тигән көй яңғырап тора... Ҡурайсы булараҡ, был хәл ныҡ йәнемә тейҙе. Ата-бабаларыбыҙ оҙон көйҙәрҙе бының өсөн яҙмаған. “Салауат” бер нисек тә бәҙрәфтә яңғырарға тейеш түгел... Социаль селтәрҙәге сәхифәләремдә ошолар тураһында, был хәл өсөн яуаплы кешеләргә мөрәжәғәт итеп, яҙма ҡуйҙым. Хәҙер заманы шундай бит – интернетҡа хәбәр һалһаң, ҡайҙа кәрәк шунда барып етә. Өс көн көтәм дә, бәҙрәфтә ҡурай уйнатыуҙарын туҡтатмаһалар, ҡаланың ошо район хакимиәте башлығына барам, тип уйлап йөрөйөм. Өс көн үтмәне – ҡурай бәҙрәфтә бөтөнләй һүнде.
– “Саптар” төркөмө нисек барлыҡҡа килде? Ҡалған этно-төркөмдәрҙән нимәһе менән айырыла, үҙенсәлеге нимәлә?
– Был төркөм Өфө сәнғәт училищеһында уҡып йөрөгәнемдә барлыҡҡа килде. Иң йәш һәм иң профессиональ булмаған состав беҙҙә булды, шуның менән ҡалған этно-төркөмдәрҙән айырылдыҡ. Училище студенттары ғына булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, профессиональ төркөмдәр кимәлендә уйнай инек. Үкенескә күрә, уҡыуҙы бөткәс, һәр беребеҙҙең яңы эштәре, яңы бурыстары барлыҡҡы килде һәм беҙ ваҡытласа тарҡалдыҡ.
– “Саптар” мәктәбе – әлеге мәлдә үҙем эшләгән иң ҡыҙыҡ, иң шәп проекттарҙың береһе. “Саптар” тип уянам, “Саптар” тип йоҡлап китәм.
Өфөгә килгәс, ҡурай менән ҡыҙыҡһыныуҙың артыуын, әммә өйрәнеү өсөн майҙансыҡтар юҡлығын күрҙем. Музыкаль мәктәптәрҙә өлкәндәр шөғөлләнә алмай, училищеларға һәр кемде алмайҙар. Ә күптәр өйрәнергә теләй, шуға ла, ундай сикләүҙәр булмаһын өсөн, үҙемдең мәктәбемде асырға булдым. Әлбиттә, тәнҡитләүселәр ҙә булды, мәктәп асырға һин кемһең, һиңә нисә йәш, тип әйтеүселәр ҙә табылды. Бер нәмәгә лә ҡарамай, мәктәп асып ебәрҙем, һәм, Аллаға шөкөр, бөгөн мәктәптә тиҫтәнән ашыу ҡурайсы шөғөлләнә. Бер нисә көн элек думбыра класын асып ебәрҙек. Тиҙҙән, Алла бирһә, “Саптар” ҡурай мәктәбе “Саптар” башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәтеү мәктәбенә әйләнәсәк.
– Һөнәрең күптәр өсөн үҙенсәлекле. Эш көнөң нисек үтә?
– Әлеге көндә мин өс эштә эшләйем: “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамблендә солист ҡурайсымын, Өфө сәнғәт училищеһында ҡурайсылар ансамбле етәксеһемен һәм үҙемдең “Саптар” мәктәбендә етәксемен. Быларҙан тыш, концерт-фестивалдәрҙә, төрлө проекттарҙа ҡатнашам. Көнөм шулайыраҡ үтә: иртәнсәк “Мираҫ” ансамблендә булам, төштән һуң сәнғәт институтына уҡырға барам (икенсе курс студентымын), кискә ҡарай сәнғәт училищеһы ҡурайсылар ансамбленә дәрес бирәм, унан һуң үҙемдең мәктәптә ҡурайҙа уйнарға өйрәтәм. Бер ҙә буш торған юҡ. Аллаға шөкөр, барыһы ла яҡшы. Егет кешенең шулай булырға тейештер, тип уйлайым.
– Төрлө илдәрҙә булғанһың. Эшең буйынсамы? Сит илдәрҙә ҡурайҙы нисек ҡабул итәләр?
– Эйе, күп илдәрҙә булдым. Үҙ эшем буйынса ла, икенсе коллективтар менән дә, төрлө конкурс-фестивалдәргә лә саҡырғандары булды. Бар ерҙә лә ҡурайға хайран ҡалалар: оҙон көйҙө күҙҙәрен йомоп, трансҡа инеп тыңлайҙар, ә бейеү көйө уйнаһаң – түҙмәй, бейергә төшәләр. Әйткәндәй, тиҙҙән мин Чилиға осам. Икенсе континентта булған юҡ ине. Беренсе тапҡыр ҡурай Чилиҙа яңғыраясаҡ. Ә яңғыратҡан кеше мин буласаҡмын. Быға сикһеҙ шатмын.
–Хәҙерге көндә, һинең фекереңсә, Башҡортостанда иң яҡшы ҡурайсылар кемдәр?
– Минең өсөн хәҙерге көндә иң-иң яҡшы ҡурайсылар – ул тәүге уҡытыусым Ғәлим Мөхәмәтдин улы Монасипов, Өфө сәнғәт училищеһында уҡытҡан Салауат Илгиз улы Кирәев һәм хәҙерге мәлдә мине уҡытып йөрөгән Азат Миңлеғәле улы Айытҡолов. Ошо өс уҡытыусым, минеңсә, Башҡортостанда иң яҡшы ҡурайсылар.
– Ижадың тураһында хәтерҙә ҡалған иң йылы һүҙҙәр?
– Быйыл Болгарияла оҙон көй уйнағайным, аҙаҡ күҙ йәштәрен һөртә-һөртә, яныма бер инәй килде. Ул 1979 йылда Болгарияға күскән, үҙе башҡорт инәйе. Илап, бер һүҙ ҙә әйтә алманы. Уның күҙ йәштәре мең йылы һүҙҙән дә күберәк әйтте.
– Тормошоңа, һөнәреңә ҡағылышлы иң ҙур хыялдарың?
– Алла бирһә, “Саптар” ҡурай мәктәбен үҫтереү, Башҡортостанда ғына түгел, ә Рәсәйҙең башҡорттар йәшәгән икенсе төбәктәрендә лә филиалдар асыу. Икенсе бер хыялым – ҡурай менән Ер шарының барлыҡ ҡитғаларын урап ҡайтыу. Шулай уҡ мин үрнәк алған ҡурайсылар – Азат ағай Айтҡолов, Марсель ағай Сәйетов, Ишмулла Дилмөхәмәтов – бөтәһе лә Парижда булған. Минең дә хыялдарымдың береһе – Парижға барып ҡурай уйнау.
– Ҙур рәхмәт, Юлай! Барлыҡ башланғыстарыңда уңыштар юлдаш булһын, ә хыялдарың тормошҡа ашһын!