Ауыл уттары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри йүнәлеш
9 Декабрь 2019, 08:06

“Эшеңде яратып эшләһәң, барыһы ла килеп сыға”

Ҡәҙерле уҡыусылар, республикабыҙҙа Башҡортостан кинематографынан тыш, Йылайырҙыҡы ла барлығын белә инегеҙме? Тәүгә ишетәһегеҙме? Улай булғас, ҡыҫҡаса аңлатып үтәйем. Йылайыр районында кәмендә ике яҡташыбыҙ ҡыҫҡа метражлы фильмдар төшөрә. Шуларҙың береһе – Наҙгөл Солтанова. Ул – “Бабайыма” тип исемләнгән фильмдың, бер нисә социаль видеороликтың режиссеры. Наҙгөл менән беҙ бер нисә йыл элек Силәбе ҡалаһында үткән “Осҡон” башҡорт видеоһы фестивалендә сценарийҙар питчингында танышҡайыҡ. Шунда уҡ уның кинематографҡа ысынлап ғашиҡ кеше икәне күренеп тора ине, сөнки ҡыҫҡа ғына арала беҙ уның менән яҙған сценарийҙарыбыҙ тураһында, Рәсәй режиссерҙарының фильмдары хаҡында әллә күпме мәғлүмәт менән алышып өлгөрҙөк. Ә икенсе йылына шул уҡ фестивалдә үҙенең сценарийы буйынса төшөргән “Бабайыма” фильмы ла, яңы яҙған эше лә беренсе урынды яуланы.Әйҙәгеҙ шундай ҡыҙыҡлы шәхестең ижады һәм башҡорт кинематографына ҡараштары менән бергәләп танышайыҡ!

Ҡәҙерле уҡыусылар, республикабыҙҙа Башҡортостан кинематографынан тыш, Йылайырҙыҡы ла барлығын белә инегеҙме? Тәүгә ишетәһегеҙме? Улай булғас, ҡыҫҡаса аңлатып үтәйем. Йылайыр районында кәмендә ике яҡташыбыҙ ҡыҫҡа метражлы фильмдар төшөрә. Шуларҙың береһе – Наҙгөл Солтанова. Ул – “Бабайыма” тип исемләнгән фильмдың, бер нисә социаль видеороликтың режиссеры.
Наҙгөл менән беҙ бер нисә йыл элек Силәбе ҡалаһында үткән “Осҡон” башҡорт видеоһы фестивалендә сценарийҙар питчингында танышҡайыҡ. Шунда уҡ уның кинематографҡа ысынлап ғашиҡ кеше икәне күренеп тора ине, сөнки ҡыҫҡа ғына арала беҙ уның менән яҙған сценарийҙарыбыҙ тураһында, Рәсәй режиссерҙарының фильмдары хаҡында әллә күпме мәғлүмәт менән алышып өлгөрҙөк. Ә икенсе йылына шул уҡ фестивалдә үҙенең сценарийы буйынса төшөргән “Бабайыма” фильмы ла, яңы яҙған эше лә беренсе урынды яуланы.
Әйҙәгеҙ шундай ҡыҙыҡлы шәхестең ижады һәм башҡорт кинематографына ҡараштары менән бергәләп танышайыҡ!
– Наҙгөл, һин сығышың менән ҡайҙанһың? Ҡайҙа белем алдың?
Йылайыр районының Юлдыбай ауылында тыуып үҫтем. Рәми Ғарипов исемендәге беренсе башҡорт гимназия-интернатын тамалап, 2011 йылда Башҡорт дәүләт университетына уҡырға индем һәм инглиз, немец телдәренән тәржемәсе һөнәренә уҡып сыҡтым.
– Ҡасандан башлап кино төшөрәһең? Был өлкәлә махсус белемең бармы?
– Дөрөҫөн әйткәндә, бәләкәй саҡтан уҡ фото төшөрөргә яраттым, шул мөхәббәт видеоға күсте тиһәң дә була. Гимназияла уҡыған сағымда әсәйем менән атайым миңә камера бүләк иттеләр, шунан башлап үҙемсә ҡыҫҡа видеолар төшөрә башланым. Ләкин киноны нисек итеп дөрөҫ төшөрөргә бер ҙә өйрәнмәнем, кинематограф өлкәһендә белем алманым. Шулай булһа ла, эшеңде яратып эшләһәң, барыһы ла килеп сыға, тип уйлайым.
Ниндәй эштәрең бар? Улар ниндәйҙер баһа алғаны булдымы?
– Күберәк социаль роликтар төшөрәм, сөнки уларҙы төшөрөргә бик күп ваҡыт та, аҡса ла кәрәкмәй. Башҡорт телендәге видеоларымды һәм сценарийҙарымды йыл һайын “Осҡон” конкурсына ебәреп торам. 2016 йылда Тимур Ямалов менән бергә төшөргән “Һуғыш яуап түгел” тигән социаль ролигыбыҙ Гёте университеты үткәргән конкурста 2-се урынды алды.
Фильм төшөрөү процессы нисек бара?
– Әлбиттә, башта яҡшы идея һәм сценарий кәрәк. Сценарийың ҡулда булһа, үҙең һымаҡ, кино төшөрәм тип күҙҙәре янып йөрөгән кешеләрҙе эҙләй башлайһың. Иң мөһиме – яҡшы команда йыйыу. Команда әҙер икән, тимәк, фильмда төшөрөүгә әҙерләнә башларға ла була. Актерҙар, төшөрөү урыны эҙләргә кәрәк, раскадровка эшләйһең, продюссер булһа, смета төҙөйһөң. Русса әйткәндә,“препродакшн”, йәки “предпроизводство”. Унан һуң иң күңелле ваҡыт – фильмды төшөрөү башлана. Аҙаҡ инде, төшөрөп бөткәс, иң ҡатмарлы эш ҡала – монтажлау.
Фильмға сығымдарҙы нисек ҡаплайһың? Эштәрең аҡса килтерәме?
– Быға тиклем төшөргән барлыҡ видеоларҙың сығымдарын үҙем ҡаплап барҙым. “Бабайыма” фильмын төшөрөргә йыйынғас, ярҙам һорарға булдыҡ. Сценарийыбыҙ “Осҡон”да урын алды, һәм беҙгә Башҡортостан Республикаһының драматургия һәм режиссура үҙәге аҡсалата ярҙам итте. Видео төшөрә башлағанда миндә аҡса эшләргә тигән маҡсат булманы, шуға ла эштәребеҙ аҡса килтермәйҙер инде. Ысынын әйткәндә, ҡыҫҡа метражлы кино менән аҡса эшләүе ҡыйын – фестивалдәргә үтеүе бик ҡатмарлы. Кинематограф өлкәһендә аҡса эшләйем тиһәң – тулы метражлы кинолар ғына төшөрөргә кәрәк.
– “Бабайыма” ҡыҫҡа метражлы фильмын һәм “Ҡурҡма” социаль видеоролигын ни өсөн төшөрөргә булдың? Быға һине нимәэтәрҙе?
– Әйтәләр бит, кино төшөрәм тиһәң, үҙеңә яҡын, үҙең аңлаған проблема, ваҡиға тураһында ижад итергә кәрәк. Мин үҙем ауылда үҫкәс, эскелек проблемаһы мине борсой – алкоголизм арҡаһында ғаиләләр тарҡала, һәләтле кешеләр әрәм була. Шуға ла “Бабайыма”ны төшөрөргә булдым.
“Ҡурҡма” ролигы ла миңә яҡын – күп дуҫтарым, таныштарым ижади эш менән шөғөлләнергә ҡурҡалар, үҙем дә кино төшөрөргә икеләнә торғайным, шуның өсөн “Ҡурҡма” тигән роликтың идеяһы килеп тыуҙы.
– Хәтереңдә ҡалған “иң-иң” баһа ниндәй?
– 2-се курста уҡығанда беренсе тапҡыр кино төшөргәйнем. Әллә ни шәп тә килеп сыҡманы, ләкин бар туғандарым, дуҫтарым мине маҡтанылар. Ғилмиә апайым: “Наҙгөл, бик матур килеп сыҡҡан, тағы төшөр”, – тигәс, дәртләнеп киттем. Яҡындарымдың йылы һүҙҙәре миңә көс бирҙе. Шуға ла, киләсәктә нимә генә төшөрһәм дә, миңә ниндәй генә баһа бирһәләр ҙә, шул беренсе фильмыма ҡарата әйткән һүҙҙәр ғүмерлеккә иң яҡшы баһа булып ҡаласаҡ, тип уйлайым.
Үҙең ниндәй баһа бирәһең эштәреңә?
– Үҙебеҙ өсөн иң шәп баһа – ул объектив ҡараш. Видео төшөргән һайын, команда менән ултырып, видеоны ҡарап, фекер алышыу бик мөһим, тип уйлайым. Кәрәк булһа, үҙебеҙҙе маҡтап та, әрләп тә алабыҙ инде.
– Фильм йәки ролик төшөргәндә хәҙерге тормоштағы проблемаларҙы сағылдырыу мөһимме? Әллә ижад – ул бары күңел сағылышымы?
– Минең өсөн ниндәй генә ижади эш булмаһын, автор гел үҙенең фекерен, идеяһын, ниндәйҙер мәсьәләгә үҙенең ҡарашын, мөнәсәбәтен уҡыусыларға, тамашасыларға еткерергә тейеш.
Хәҙерге башҡорт кинематографы ниндәй хәлдә?
– Минең уйлауымса, башҡорт кинематографы бик яҡшы хәлдә. Йәштәр, аҡса юҡ, тип ултырмайҙар, камераларын тотоп, үҙҙәре матур итеп кино, видео төшөрәләр, интернет селтәрендә һәр ваҡыт башҡорт телендә ниндәй ҙә булһа яңы видео сығып тора. Кинотеатрҙа ла күрһәтерлек фильмдарыбыҙ бар – Башҡортостандың кинематогорафы алға атлай. Мин шулай тип уйлайым.
Фильмдарҙы тик башҡортса төшөрөү аудиторияны кәметмәйме?
– Әлбиттә, беҙҙең видеоларҙы күбеһенсә башҡорттар ҡарай. Әммә ләкин беҙҙең кинолағы мәсьәләләр бөтә кешеләргә лә яҡын, тип уйлайым. Тап шуға ла беҙ видеоларыбыҙҙы руссаға, инглизсәгә тәржемә итеп, субтитрҙар ҡуябыҙ.
– Башҡорт тамашасыһы ҡалғандарҙан айырыламы?
– Эйе, айырыла. Нимәһе менән, тип һораһалар, русса шулай тип яуап бирер инем – “языковая картина мира”. Һәр халыҡтың был донъяға үҙ ҡарашы бар – уны үҙгәртеп булмай.
Киләсәккә ижади пландарың ниндәй?
– Әллеге ваҡытта яңы сценарийҙар яҙам, киләсәктә яңы видеофильмдар төшөрөргә әҙермен.
Тулы һәм ҡыҙыҡлы яуаптарың өсөн ҙур рәхмәт, Наҙгөл. Уңыштар һиңә!
Читайте нас: