Ауыл уттары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри йүнәлеш
11 Декабрь 2019, 18:10

“Кешегә, экрандарҙа ғына булһа ла, мотлаҡ өмөт, хыял кәрәк”

Йылайыр кинематографы тураһында алдағы һандарҙың береһендә яҙғайныҡ инде (“Ауыл уттары”, 17 май, №40). Теманы дауам итеп, бөгөн һеҙҙе Нәзифә Иҫәнбаева менән таныштырмаҡсыбыҙ. Ул – “Бәхетемдән яҙҙырмағыҙ”, “Алтынҡайым” кеүек ҡыҫҡа метражлы фильмдар һәм күп кенә башҡа төрлө видеороликтар авторы.Нәзифә менән беҙ бер мәктәптә, төрлө кластарҙа уҡыныҡ, ләкин икебеҙ ҙә бер ҡалала юғары уҡыу йорттарына уҡырға кергәс кенә аралаша башланыҡ. Ул минең яҙышыуыма ышанып, беренсе тапҡыр ғына яҙған сценарийымды фильмға әйләндерҙе. Бына шулай ҡыйыу, эксперементтарҙан ҡурмаған кеше менән башҡорт кинематографы хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ. Нәзифәнең тормошҡа, ижадҡа ҡараштары һеҙгә лә ҡыҙыҡ булыр тип ышанам.

– Нәзифә, беҙ һинең менән таныш бит инде, үҙеңдең ҡайһы яҡтыҡы булыуыңды, ҡайҙа уҡыуыңды гәзит уҡыусылар өсөн генә ҡабатла әле?
– Мин Йылайыр районының Сәләх ауылынанмын. Йомағужа урта мәктәбендә уҡыным. Унан һуң Санкт-Петербург дәүләт аграр университетында белем алдым.
Ҡасандан кино төшөрәһең? Был өлкәлә махсус белемең бармы?
– Махсус белемем юҡ, әммә теләгем һәм күпмелер тәжрибәм бар. Бәләкәй саҡта олатайым менән йәтәс айырышып, пленкалы фотоаппарат отҡайным. Һеңлемде тегеләй ҙә ҡуйып, былай ҙа ҡуйып, төрлөсә кейендереп, төрлө фон төҙөп, төшөрә торғайным. Унан компьютер һәм цифровой фотоаппарат алғас, бесәнлектә төшөрөп алған пейзаждарға музыка өҫтәп, Movie Maker тигән программала монтаж эшләргә өйрәндем.
Университетҡа уҡырға ингәс, медиа-студияға яҙылып, башта репортер, оператор, унан монтаж кеүек һөнәрҙәрҙең башланғыстарын үҙләштерҙем.
Ниндәй эштәрең бар? Улар ниндәйҙер баһа алғаны булдымы?
Төрлө сифатлы эштәр инде байтаҡ йыйылып киткән – һүрәтләмәләр (ҡартәсәй, өләсәй, бал, ауыл тураһында), репортаждар, бер-ике клип (ҡаҙаҡса, башҡортса, шиғыр), ике ҡыҫҡа метражлы фильм, вайндар, туй видеолары һ.б.
Тәүге үҙаллы әҙерләгән "Нимә ул дуҫлыҡ?" тигән репортажым университетта шөғөлләнгән студия эштәре араһында икенсе урын алды.
Санкт-Петербург башҡорт йәштәре менән төшөргән “Bashlike” каналы өсөн репортаждар 2018 йылда “Толпар” фестивалендә еңеүҙәр яуланы.
Ә Силәбелә үткән "Осҡон" башҡорт видеоһы фестиваленә "Бәхетемдән яҙҙырмағыҙ" тигән фильм алып барҙыҡ, ләкин урын ала алманыҡ.
Аҙаҡҡы төшөрөлгән "Алтынҡайым" фильмы Санкт-Петербургта "Взлёт" кинофестивалендә быйыл 1-се урын яуланы.
Фильм төшөрөү процесы нисек бара?
– Фильмдар төрлө була: оҙон йәки ҡыҫҡа метражлы. Шуға ҡарап, эш күләме лә. Мин ҡыҫҡа метражлы фильмдар менән ҡыҙыҡһынам һәм уларҙы төшөрөп ҡараған кеше булараҡ, түбәндәге схема менән бүлешә алам (әгәр һин үҙең продюсер, режиссер, оператор, монтажер булһаң).
Иң беренсе – идея кәрәк. Әгәр ҙә идея һеҙҙеке икән, тимәк, уны сценарийға әйләндерергә кәрәк. Сценарий яҙылғас, төп локацияларҙы (ҡайҙа һәм нисек төшөрөргә) билдәләйһең. Шунан – раскадровка, йәғни күренештәрҙе сиратҡа теҙеп һүрәтләү. Ошонда уҡ төшөрөү өсөн техниканы барлайһың, етмәгәнен арендалайһың. Унан – актёрҙар табыу, уларҙы сценарий менән таныштырыу. Кейемдәр, реквизиттар табыу. Ярҙамсылар йәлеп итеү. Көн билдәләү. Раскадровка буйынса төшөрә башлау. Монтаж. Төҫтәрҙе коррекциялау. Тауышты яҙҙырыу.
Фильмға сығымдарҙы нисек ҡаплайһың? Эшең аҡса килтерәме?
– Әлегә беҙҙең сығымдар "Алтынҡайым" фильмына скрипка көйөн яҙҙырыу өсөн генә булды. Киләһе проектҡа спонсорҙар йәлеп итеү кәрәк буласаҡ, йәки грант алырға...
Аҡса килтергән эштәр – заказ буйынса: туйҙар, сығарылыш кисәләре, фотосессиялар һ.б.
“Бәхетемдән яҙҙырмағыҙ” һәм “Алтынҡайым” ҡыҫҡа метражлы фильмдарын ни өсөн төшөрөргә булдың? Быға һине нимә этәрҙе?
– "Бәхетемдән яҙҙырмағыҙ" – ҡыҙыҡһыныусанлыҡ һөҙөмтәһелер, сөнки, ысынлап та, фильм төшөрөп ҡарағы килә ине. Нисек икәнен аңларға, муйынсаҡ теҙгән шикелле, кадрҙарҙы теҙеп, фильм йыйып ҡарау бик ҡыҙыҡлы күренде. Өҫтәүенә, Заһиҙә, һинең шәп сценарийың да бар ине бит. Фильмды Санкт-Петербургта студент дуҫтарыбыҙ ярҙамында өс-дүрт көндә төшөрҙөк.
"Алтынҡайым" фильмы – уйлабыраҡ эшләнгән эш. Башта һин яҙған сценарий “Осҡон” фестивалендә беренсе урын алды – тимәк, ярты уңыш бар ине. Был фильмды инде Сәләхтә төшөрҙөк. Унда, ауылда, иркенерәк төшөрөргә була ине, барыбер үҙеңде тынысыраҡ тояһың. Һәм беҙ ул фильмды конкурс өсөн төшөрҙөк тип әйтергә була.
Хәтереңдә ҡалған “иң-иң” баһа ниндәй?
– Улар бер нисәү. Береһе – “Алтынҡайым” фильмының тауыш режиссеры ҡуйған баһа: "Һинең махсус белемең юҡ, тип уйламаҫ инем. Колоритлы төшөрөлгән, үҙенсәлекле", – тигәйне ул. Шулай уҡ фильмды ҡарағандан һуң ҡусты, һеңлеләремдең: "Тағы ҡуй әле", – тип һорауҙары ла үҙенә күрә баһа бит инде ул. Ә шулай ҙа ауылда беҙгә йыйылған ҡунаҡтарға "Алтынҡайым"ды күрһәткәндә апай-инәйҙәрҙең күҙ йәштәрен һөрткөләп алыуы минең өсөн иң яҡшы баһа булғандыр.
Ә үҙеңсе ниндәй баһа бирәһең эштәреңә?
Һәр ваҡыттағыса, юғары түгел. Һәр эш – ул ниндәйҙер белемгә йомғаҡ, артабан барырға кәрәк тигән һүҙ. Ә фильм төшөрөү – төпһөҙ, сикһеҙ ҙур киңлек.
Фильм йәки ролик төшөргәндә хәҙерге заман проблемаларын сағылдырыу мөһимме? Әллә ижад ул бары күңел сағылышы ғынамы?
– Проблемаларҙы сағылдырыу бер эш, ә уларҙан сығыу юлын тәҡдим итеү – икенсе. Тамашасыны донъя ауырлыҡтары былай ҙа баҫҡанда ҡайғылы фильм тәҡдим итеү – бәғерһеҙлектер. Кешегә, экрандарҙа ғына булһа ла, мотлаҡ өмөт, хыял кәрәк. Икенсе яҡтан, кино сәнғәте ирекле булырға тейеш. Режиссер ауыр фильм һайлай икән – тимәк, ул үҙенең һүҙен шулай әйткеһе килә. Тимәк, уның үҙ тамашасыһы, аңлаусыһы, ҡабул итеүсеһе бар, буласаҡ.
Хәҙерге башҡорт кинематографы, һинеңсә, ниндәй хәлдә?
– Беренсенән, быға тел ҙур йоғонто яһай. Русса әҙәби тел дә, һөйләшеү теле лә бер үк тиергә була, ә башҡорт әҙәби теле (йәғни китап теле) менән тормошта кешеләр һөйләшкән тел ныҡ айырыла. Шуға күрә башҡорт фильмдарын ҡарағанда спектакль ҡарағандағы һымаҡ тойғонан ҡотолоп булмай, ә фильм ысынбарлыҡтағы һымаҡ булырға тейештер, тип уйлайым. Икенсенән, Башҡортостан кинематографында яңы режиссерҙар эш башлап ебәрҙеләр инде, уларҙың эштәре элекке фильмдарҙан айырыла – үҫеш, өмөт барлыҡҡа килде, тик ундай эштәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ (мәҫәлән, Гайнет, Айнур Асҡаров).
Әлбиттә, музыкаль фильмдар, тарихи фильмдар, нәфис сериалдар үҙ тамашасыһын тапҡандар һәм үҙенә күрә матурлыҡтары ла бар, ләкин, ғөмүмән алғанда, башҡорт кинематографы юғары кимәлдә, тип мин әйтә алмайым.
Фильмдарҙы тик башҡортса төшөрөү аудиторияны кәметмәйме?
– Башта уларҙың сифаты өҫтөндә күп эшләргә кәрәк, унан инде субтитрҙар, тауышландырыу ҡулланырға була. Әгәр фильм яҡшы икән, тимәк, кинофестивалдәрҙә урындар аласаҡ һәм тейешле данын тәтейәсәк.
Башҡорт тамашасыһы ҡалғандарҙан айырыламы?
– Айырыла. Йәштәр түгел, ә өлкәндәр. Оло йәштәгеләр фильмдың ҡапыл, аңлайыш һымағыраҡ бөтөүен яратмай. Уларға фильмдың аныҡ, бәхетле финалы кәрәк, минең уйлауымса. Һәр ауырлыҡтан һуң – бәхет булырға тейеш, тип ҡабул итә күптәр фильмды.
Киләсәккә ижади пландарың ниндәй?
– Төрлө режиссерҙарҙың эштәренә анализ яһап, киләһе эштәремде сифатлыраҡ, камилыраҡ итеп атҡарыу. Техник сифатты арттырыу. Триллер жанрында башҡорт сериалы төшөрөргә теләгем бар һәм әле идея өҫтөндә эшләйбеҙ.
Әңгәмәң өсөн ҙур рәхмәт, Нәзифә! Уңыштар һиңә!
Читайте нас: