Ауыл уттары
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри йүнәлеш
13 Декабрь 2019, 11:30

“Театр – ул мөғжизәләр иле!”

Актер һөнәре, театр, актерлыҡ һәләте, театрҙа эшләү... Ошолар һәм актер тормошоноң башҡа күп ҡыҙыҡлы факттары тураһында беҙҙең яҡташыбыҙ, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры артисы Гөлфиә Урал ҡыҙы МӘҠСҮТОВА һөйләне.

Гөлфиә Мәҡсүтова 1997 йылда Ҡашҡар ауылында тыуған. Уға 7 йәш тирәһе булғанда ғаиләһе Матрай ауылына барып төпләнә. Матрай урта мәктәбенең 10-сы класынан һуң, Стәрлетамаҡ мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжының театр факультетында уҡып сыға.
Беренсе һорауым, әлбиттә, актриса һөнәренә нисек килеүең тураһында...
– Мәктәптә уҡыған йылдарҙа мин халыҡ бейеүҙәре менән шөғөлләнә инем. Беҙҙә көслө етәкселәр булды. Үҙебеҙҙең ауылдан тыш, Йылайырҙа ла, Өфөлә лә йыш сығыш яһай инек. Бала саҡтан сәхнәлә йөрөнөм.
Шулай ҙа актриса булыу тураһында ныҡлап бер туған апайым Стәрлетамаҡтың мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжына хореографҡа уҡырға ингәс уйлай башланым: апайым ул уҡыу йортонда ниндәй факультеттар булыуы, ундағы тормошто ҡыҙыҡтырып һөйләй торғайны. Шулай, үҙем өсөн 9-сы кластан һуң актрисалыҡҡа уҡырға барырға, тигән ҡарарға килдем. Ләкин ата-әсәйем ҡаршы булып сыҡты, йәнәһе, апайың да сәнғәттә, һин дә – улай бумай инде, тинеләр. Мин, шулай итеп, унынсы класҡа ҡалдым. Ләкин тиҙ аңланым: мәктәптә миңә башҡаса ҡыҙыҡ түгел, инде конкрет берәй һөнәргә уҡығым килде. 10-сы класты тамамлағас, апайым менән колледжға киттем дә барҙым, һәм уҡырға индем.
Ата-әсәйең хәҙер һөнәреңә нисек ҡарай?
– Әйтеүемсә, башта ҡаршы килделәр, әммә уҡый башлағас, атайым да, әсәйем дә һәр саҡ минең яҡлы булдылар, ярҙам иттеләр. Шуға ла мин уларға шул тиклем рәхмәтлемен! Атайым – тормошомдағы иң мөһим ир, минең өсөн өлгө, төп кәңәшсем. Тап ул беҙҙә матурлыҡҡа һөйөү уятты. Әсәйем дә мин тип өҙөлөп тора, йылы һүҙе, ҡарашы менән фатихаһын бирә, ярҙам итә. Йылайыр районының ниндәй генә ауылына бармайыҡ, ул да, күстәнәстәрен алып, шунда килеп етә, артистарҙы тәмле-тәмле ризыҡтары менән һыйлап ҡала.
“Актриса булыу – ысын һөнәр түгел, эш таба алмаясаҡһың,” – тиеүселәр булманымы?
– Булды. “Аҡсаһыҙ эш, гел дә юлда йөрөйһөгөҙ, ғаилә ҡороп булмаясаҡ, буласаҡ иптәшең аңлармы”, – тиеүселәр күп булды, әле лә табылып торалар. Әлбиттә, театрҙа эшләгәс, гастролдәрҙә лә күп йөрөйбөҙ. Тик мин һәр саҡ әйтәм: “Мин бит аҡса эшләр өсөн һайламаным был һөнәрҙе, ә күңел өсөн. Йәнем шулай талап итте”.
Ата-әсәләргә, өлкән быуын кешеләренә шуны әйтер инем: балаларға һөнәр һайлағанда ирек бирегеҙ. “Текә” уҡыу йортона ата-әсәһе шулай ҡушҡан өсөн генә инеп, аҙаҡ уны уҡып бөтә алмай, уҡып бөткән хәлдә лә ғүмер буйына күңеленә ятмаған эштә эшләргә мәжбүр булған таныштарым бар. Кем ғәйепле инде һуң тормоштары бәхетһеҙ үткәнгә?
Театр факультеты студентының тормошо башҡаларҙыҡынан айырыла, тиҙәр...
– Эйе, театр факультетында уҡыусыларҙың тормошо бүтәндәрҙекенә оҡшамаған. Иртәле-кисле репетициялар. Уларҙан тыш, вокалға һәм бейеүгә йөрөп өлгөрөргә кәрәк. Уҡыуҙан арып-талып ҡайтаһың. Етмәһә, минең характер ҙа йомшаҡ түгел, әйтһәм – тураһын әйтәм ҡуям, шуға уҡытыусылар менән дә ауырлыҡтар тыуғаны булды. Тик бер ваҡытта ла уҡыуҙы ташларға уйламаным. Уҡырға беҙ 26 кеше индек, 7-8 кеше генә бөттөк, театрҙа өсәүебеҙ генә эшләп йөрөй.
– “Эшләп йөрөй” тигәндәй, хеҙмәт юлың нисегерәк башланып китте?
– Сибайҙа мин өсөнсө йыл эшләйем. Унда мин “яңылыш ҡына” килеп эләктем. Әлеге көндә мин сәнғәт институтында уҡып йөрөйөм. Бына шунда уҡырға инеп йөрөгәндә, кемдер миңә эш урыны булыуын хәбәр итте. Шылтыратып һөйләшә һалдым, кил, тинеләр.
Тәүге ролем “Әүлиә” спектаклендә һуҡыр ҡыҙ Анастасия булды. Шунан Мостай Кәримдең “Ҡыҙ урлау” спектаклендә төп героиня Йәмиләне уйнаным. Был роль миңә бик ҡыйын бирелде.
Шулай уҡ беҙ балалар өсөн төрлө әкиттәр ҡуябыҙ, уларҙа ла ҡатнашам. Тағы бер ҙур ролде Ишмулла Дилмөхәмәтов әҫәре буйынса ҡуйылған “Тере тупраҡ” спектаклендә башҡарҙым. Унда мин төп героиняны – Һарылайсәс исемле ҡыҙҙы уйнаным. Ул роль еңелерәк бирелде, ләззәтләнеп уйнаған ролдәремдең береһе. Быйыл “Башмағым” спектаклендә төп ролде – Сәрүәрҙе уйнаным. Был спектаклде ысын күңелдән оҡшатам. “Үгәй ҡыҙ” әкиәтендә Туйбикәне уйнайым, ул шулай һимеҙ, ялҡау, тупаҫ ҡыҙыҡай. Был ролде мин ихлас яратып эшләнем.
Ролдәр өҫтөндә нисек эшләйһең? Образдарҙы нисек тыуҙыраһың?
Ролдәр өҫтөндә эшләү – үҙе бер айырым тарих ул. Был эштең уңышы режиссерҙан да, коллективтан да тора. Башта үҙ көсөңә ышанып етмәйһең, килеп сығырмы, юҡмы, бәлки баш тартырға ла ҡуйырғалыр, тигән икеле-микеле уйҙар ҙа була. Коллегалар тәнҡит һүҙҙәре әйтһә, был уйҙар икеләтә арта.
“Ҡыҙ урлау”ҙағы Йәмиләне илап тигәндәй сығарҙым. Ә “Башмағым”да эшләүе миңә рәхәт булды. Бәлки героиняның характеры үҙемдекенә оҡшаш булғанғалыр, тип уйлайым. Ғәҙәттә мин тыйнаҡ, ябай, оялсан ҡыҙҙарҙы уйнайым, ә минең характерым бөтөнләй ҡапма-ҡаршы. Шуға ла төрлө ролдәр миңә төрлөсә бирелә.
Образдан сыға алмаған саҡтарың булдымы?
Быны образдан сыға алмау тип әйтеп буламы икән: ҡайһы саҡ мин хатта үҙем дә ҡапыл-ҡара аңламайым – ролдә йөрөп ятаммы, әллә былаймы? Спектаклде әҙерләгәндә мин ролдән башҡа бер нәмә тураһында ла уйлай алмайым, телефондан шылтыратыуҙарға ла хатта яуап бирмәйем. Шуның өсөн әсәйҙән гел әрләнеп алам. Бындай хәл бөтә артистарҙа ла барҙыр. Иртәнсәк торғас – ҡабатлайһың, эштә – ҡабатлайһың, ҡайтҡас – ҡабатлайһың... Премьера үтмәйенсә тыныслана алмайым. Профессияның үҙенсәлегелер был күренеш.
– Һинең өсөн театр – ул...
– Театр – ул мөғжизәләр иле, икенсе донъя. Унда илап та, көлөп тә алаһың. Театрҙың нимә икәнен аңлар өсөн актер булырға кәрәктер: ни һан тамашасы алдында уйнағанда, йәки премьера ваҡытында, йәки спектаклдән һуң рәхмәт әйткәндәрен тыҡлағанда кисергән тойғоларҙы әйтеп аңлатып буламай. Хәҙерге ваҡытта эшем беренсе урында тора. Театрҙан ҡайтмай эшләр инем. Әлеге мәлдә мин өлкән коллегаларымдан күберәк белем, тәжрибә алырға тырышам. Әгәр театрҙы минең тормошомдан алып ташлаһалар – ғүмерем бер төрлө, төҫһөҙ булыр ине, хатта йәшәй ҙә алмаҫ инем, моғайын.
– Театр һуңғы йылдарҙа төпкөл ауылдарға бөтөнләй килмәй башланы. Был нимә менән бәйле? Һинеңсә төпкөл һәм бәләкәй ауылдарға спектаклдәр менән йөрөү кәрәкме?
– Мин, театрҙар ауылдарға бөтөнләй килмәй, тип әйтмәҫ инем. Беҙ һәр саҡ гастролдәрҙә йөрөйбөҙ. Һәр хәлдә, беҙҙең театрҙы берәй ауылға саҡыралар икән, барырға тырышабыҙ. Ләкин бында ауыл клубындағы шарттар ҙа ҙур роль уйнай. Күпселек клубтарҙа сәхнә бәләкәй генә, актерҙар һыймай, клуб һыуыҡ, кеше йөрөмәй – быларҙың барыһын да шулай уҡ иҫәпкә алырға кәрәк.
Тағы ла шуны әйтеп киткем килә: Йылайыр районында спектаклдәргә кеше йөрөмәй. Бөтә республика буйлап гастролдәргә йөрөйбөҙ, тик Йылайырҙа ғына ярым буш залдар, ә кешеләрҙең йыйылғанын сәғәттән ашыу көтәбеҙ. Хатта яҡташыбыҙ Ишмулла Дилмөхәмәтов әҫәре буйынса икенсе бер яҡташыбыҙ – районыбыҙҙан сыҡҡан күренекле режиссер Азат Нәҙерғолов ҡуйған спектаклгә лә бик әҙ кеше килде. Шуға күңелем әрней. Яҡташтарыма шул бер теләк: театрға йөрөһөндәр ине. Спектакль ҡарап, һин бит үҙеңә фәһем дә, дәрт тә алаһың, ял да итәһең, үҙең өсөн яңылыҡ та белеп ҡайтаһың.
Спектаклде сәхнәгә сығарыу процесы нисек бара?
– Ҡуйыласаҡ әҫәрҙе режиссер тәҡдим итә. Уҡыйбыҙ, фекер алышабыҙ. Оҡшаһа – алабыҙ. Артабан режиссер ролдәрҙе бүлә. Әҫәрҙе, ролдәргә бүлешеп, күмәкләп уҡыйбыҙ, режиссер һәр кемдең бурысын аңлатҡандан һуң, сәхнәгә сығабыҙ. Өлөшләп ҡабатлай башлайбыҙ. Яйлап-яйлап өлөштәрҙе тоташтырып, тулыһынса ҡуябыҙ. Әҫәрҙе сәхнәгә сығарыу оҙаҡ процесс – актерҙар ролдәренә көн дә яңылыҡтар индерә бара, режиссер: “Эйе, шундай герой кәрәк”, – тимәйенсә, эшләйһең дә эшләйһең. Шул уҡ ваҡытта рәссамдар менән дә эш бара. Хореографтар, композиторҙар килә, йырлайбыҙ, бейейбеҙ. Күмәкләп, дәррәү, бер маҡсат өҫтөндә эшләйбеҙ. Бер бөтөн булып ҡайнайбыҙ. Бик күңелле процесс. Яратам мин спектаклде әҙерләү ваҡытын.
Кинола төшөргә теләгең юҡмы?
– Теләгем бар ҙа, тик әлегә кастингтарға йөрөгәнем юҡ. Әйткәндәй, быйыл мин коллегам менән Сибай телевидениеһы төшөргән социаль видеороликта төштөм.
Кино сәнғәте, телевидение популяр заманда театр үлмәй йәшәп килә. Һинеңсә, нимә йәшәтә театрҙы?
Театр – тере огранизм. Уға килеп торалар, унан китеп торалар. Уның үлемен хатта күҙ алдына килтерә алмайым. Театрға ғашиҡ кешеләр әле лә бик күп һәм уның юҡҡа сығыуы тураһында һүҙ ҙә булыуы мөмкин түгел.
Нисек яҡшы актерҙы насарҙан айырырға?
– Ҡыҙыҡ һорау. Актерҙар, минеңсә, яҡшыға һәм насарға бүленмәй. Була актерға тап килгән роль, “һинең өсөн яҙылған,” тиҙәр шул саҡта. Шулай тап килһә – бик яҡшы. Ә бына күңелеңә ятмаған роль эләкһә, ҡыйынға тура килә. Һин, әлбиттә, һәр осраҡта ла тырышып эшләйәсәкһең. Тик бөтә нәмә лә актерҙан ғына тормайҙыр.
Актерлыҡ һәләтеңде көндәлек тормошта ҡулланаһыңмы?
Ҡана, әртислек һәләтемде ҡулланайым әле, тип алдан әйтеп килеп сыҡмайҙыр ул. Булмышыма шундай холоҡ-фиғел һалынғас, үҙенән-үҙе килеп сығалыр. Шулай ҙа актерлыҡ һәләте тормошта бик ярҙам итәлер, тип уйлайым.
Актер булып тыуыр кәрәкме, әллә теләгән бер кеше был һөнәргә уҡып сыға аламы?
Талантһыҙ кешеләр булмайҙыр. Була тик ныҡ талантлы кешеләр һәм таланты ныҡлап асылып етмәгәндәр. Ике осраҡта ла үҙ өҫтөңдә эшләргә кәрәк. Былай ғына булмай. Театрҙа ла, талантың булып, оҙаҡ ваҡыт эшләмәһәң, һәләтең тупаҫлана. Һәр ижади һөнәрҙә үҙ өҫтөңдә туҡтауһыҙ эшләргә кәрәк. Театрҙа, талантым бар, мин матур һәм батыр, тип кенә булмай. Режиссерҙар эшләрлек булһаң ғына һинең менән эшләйәсәктәр.
Киләсәккә ниндәй пландарың, уй-хыялдарың бар?
– Яратҡан эшемдә эшләп йөрөйөм – шуға бәхетлемен һәм рәхмәтлемен. Бар уй-хыялдар шул йүнәлештә үҫешеү менән бәйле. Лайыҡлы актриса һәм кеше булыу – минең иң ҙур хыялым. ­
Ҙур рәхмәт, Гөлфиә! Уңыштар һиңә!
Һүрәттә: Гөлфиә Мәҡсүтова И.Дилмөхәмәтовтың “Тере тупраҡ” спектаклендә Һарылайсәс ролендә.
Читайте нас: