Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри йүнәлеш
19 Декабрь 2019, 17:25

“Мин бары тик шиғыр яҙған кеше...”

Шағирә, Резида Әминева, Фәрүәз Урмашин, Сәйет Билалов, Элвин Грей, Диана Ишниязова, Айҙар Ғәлимов һ.б. башҡорт эстрадаһы йондоҙҙарының репертуарындағы күп кенә йырҙарҙы яҙған композитор, Башҡортостанда ғы түгел, Татарстанда ла танылған йырсы, рәссам яҡташыбыҙ – Суйынсы-Супан ауылы ҡыҙы Флёра Шәрипованы белмәгән кешеләр һирәктер. Ошо көндәрҙә тыуған яҡтарына ҡунаҡҡа ҡайтҡан Флёра апай Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһы уҡыусылары һәм уҡытыусылары менән осрашты. Был ҡыҙыҡлы сараны талантлы шәхесебеҙҙең “Ҡарҙан сәскә күҙләнем” тигән шиғырҙар китабы сығыуы айҡанлы район китапханаһы ойошторҙо. Һеҙгә ошо осрашыу ваҡытында барған әңгәмәне һорау-яуап формаһында тәҡдим итәбеҙ.

Һорау: Флёра апай, һеҙҙе нимә ижадҡа этәрҙе?
Яуап: Беренсенән, әлбиттә, беҙҙең тыуған еребеҙ – Йылайыр, Башҡортостан. Мин шул тиклем рәхмәтле һәм бәхетлемен тап ошо ерҙә донъяға килгәнемә. Сөнки беҙҙең республикабыҙҙа барыһы бар: урмандары ла, яландары ла, йылға-күлдәре лә, тауҙары ла! Башҡортостанды Ер шарындағы иң матур урын тип һанайым. Мин, ысынлап та, тыуған еремә ғашиҡмын. Шул тәбиғәт миндә илһам тыуҙырғандыр ҙа инде.
Икенсенән, ижадҡа мине моңға тулған ғаиләм этәрҙе. Беҙҙе иртәнсәк йырлап уята торғайнылар. Кемегеҙҙе шулай уятҡандары бар? (көлә).
Әсәйем бәйләүгә оҫта булды. Ә уның тауышы! Әсәй йырлап ебәрһә, тәҙрә быялалары сыңғырап китер ине, шул тиклем көслө тауыш. Минеке улай түгел, мин ипләп кенә, артыҡ ҡысҡырмай ғына йырлайым. Күптәр миңә, бышылдап йырлайың, тиҙәр (көлә). Атайым алтын ҡуллы ине, ул эшләгән шкафтар әле лә өйҙө биҙәп ултыралар. Етмәһә, беҙҙә булған барлыҡ музыка ҡоралдарында оҫта уйнаны: скрипкала ла, баянда ла, мандолинала ла. Бик оҫта итеп һүрәт тә төшөрҙө. Ҡыҫҡаһы, беҙ ижад атмосфераһында үҫтек: һәр ваҡыт йә һүрәт төшөрәбеҙ, йә йырлайбыҙ, йә бәйләйбеҙ-сигәбеҙ... Минең хәҙер эшләгәндәрем – ул бала саҡ шөғөлдәремдең дауамы.
Һорау: Тәүге шиғырығыҙҙы иҫләйһегеҙме? Нимәнән башланды яҙышыуығыҙ?
Яуап: Барыһы ла, әлбиттә, мәктәп йылдарына барып тоташа. Беҙҙең мәктәптә “Ҡыҙыл ромашка” тигән түңәрәк булды. Унда беҙ шиғырҙар, хикәйәләр яҙа инек. Фәриҙә апай, түңәрәк етәксеһе, миңә: “Журналист булырһың”, – ти торғайны. Журналист булманым, ләкин ижад итәм. Үҙемде мин шағир тип әйтмәйем дә, һанамайым да. Мин – бары тик шиғыр яҙған кеше. Донъяға шиғырҙар, музыка, һүрәттәр аша ҡарайым.
Һорау: Нимәлә һеҙҙең бәхет серегеҙ?
Яуап: Атайымдың миңә тәүге тапҡыр нисек итеп һүрәт төшөрөргә өйрәткәне иҫемдә. Атай (ул саҡта мәктәптә уҡыта ине) рәсем дәресенә әҙерләнә, нимәлер һыҙғылай, ә мин, әле бәләкәймен, эргәһендә өйрөлөп йөрөйөм. Һүрәт төшөргөм килә, тип ҡаҡшатҡас, минең алдыма ябай быяла банка ултыртып ҡуйҙы – төшөр ошоно. Мин аптырайым: “Уның бит төҫө юҡ, нисек төшөрәйем?!” – тип мыжыйым. Тора-бара банка бөтөнләй оҡшамай башланы, яман, йәмһеҙ күренә, бер ҡыҙығы ла юҡ. Килтереп сығара алмағас, илай башланым. Шунда атай: “Ә һин һәйбәтерәк ҡара”, – тине. Мин ҡараным. Һәм бер ваҡыт баяғы банкала ҡояш сағылғанын күреп ҡалдым. Быялала төрлө төҫтәр уйнай башланы. Әйтерһең, банка миңә йылмайып тора. Шуны төшөрөп тә ҡуйҙым. Бына шулай, атайым мине һүрәт төшөрөргә генә түгел, ә хатта ябай ғына әйберҙә лә матурлыҡ табырға өйрәтте. Тормошта һәр нәмәгә мөхәббәт, яратыу менән бағам. Һәр хәлдән яҡшылыҡ эҙләйем. Донъяға нисек ҡарайың, ул һиңә шулай асыла.
Һорау: Ижадтың маҡсаты буламы? Һеҙҙеке ниндәй?
Яуап: Бәләкәй саҡтан тағы бер хәлде һөйләп үтәйем. Атай менән икәүләп, тирә-яҡҡа һоҡлана-һоҡлана, көтөүҙә йөрөйбеҙ. Шунан бәхәс килеп тыуҙы: ошо матурлыҡ оҙаҡ йылдарға һаҡланырмы? Атай әйтә: “Барыһы ла беҙҙән тора”. Мин уға, үҙемсә аңлап, яуап бирәм: “Мин ошо ерҙәрҙе һүрәткә төшөрәм, әйҙә бөтәһе лә ниндәй матур ерҙәр булғанын күрһендәр”. Атай: “Бер ниндәй рәссам да тәьиғәтте нисек бар, шулай төшөрә алмай”, – ти. Мин балалар ышаныусанлығы менән үҙ һүҙемде һүҙ итергә тырышам...
Ошо һөйләшеү күңелемдә үҙ эҙен ҡалдырғандыр, күрәһең: һүрәттәремдә тәбиғәттең ғозур урындарын төшөрәм. Әгәр ҙә шул рәсемдәремде, исмаһам, бер кеше күреп уйланһа, тимәк, мин бушҡа йәшәмәгәнмен.
Һорау: Йырҙарығыҙ ҙа бик тормошсан, йәғни тормошта булған хәлдәргә тап килгәндәре бар...
Яуап: Әйе, күптәр шулай ти. Тыңлаһам, күңелгә май булып яғыла, тип хаттар яҙалар. Ә “Сабырлыҡтан айырма” тигән йырҙы доғалай итеп тыңлайбыҙ, тип әйткәндәре лә бар. Ошо һүҙҙәр төрлө еңеүҙәрҙән дә ҡәҙерлерәк. Йырҙарым кешеләргә оҡшаһа, ярҙам итһә – иң ҙур бәхет, иң ҙур баһа шул.
Һорау: Тәнҡиткә нисек ҡарайһығыҙ?
Яуап: Яҡшы ҡарайым. Ғөмүмән, мин үсегеүҙең нимә икәнен аңламайым. Минең тормошҡа ҡарашымда кеше донъяға ниндәйҙер скафандр кеүек энергетик тышлыҡта килә. Әгәр кеше күңелендә изге уй-ниәттәр икән, тышлыҡ ныҡлы. Ә кеше бирләнһә, үсекһә, башҡаларға насарлыҡ теләһә, тышлыҡ йыртыла. Кешенән энергия, дәрт китә. Быны мин ҡағиҙә итеп алғанмын. Алда әйткәнемсә, тормоштан гел яҡшылыҡ эҙләйем. Намаҙҙар уҡыйым, уйҙарымды таҙа тотам.
Һорау: Татарса ла, башҡортса ла таҙа һөйләшәгеҙ, милләтегеҙ буйынса һеҙ кем?
Яуап: Милләтем буйынса мин – татар. Атайым яғынан ҡарт ҡартатайым – Шәрип кантон. Әйткәндәй, беҙҙең ғаиләлә Шәрип кантон менән бәйле ҡыҙыҡлы бер хәл йөрөй, һөйләп үтәйем әле. Шәрип кантон яңы ғына өйләнгән сағында әрме сафтарынан китергә мәжбүр була. Үҙенең ғәскәре менән. Күрәһең, бай кеше булған. Йөклө ҡатынын ҡалдырып, 25 йылға хеҙмәткә китә. Оҙаҡ йылдарҙан һуң, әйләнеп ҡайта. Өйөнә инер алдынан тәҙрәнән күреп ҡала: ҡатыны менән әллә ниндәй ир сәй эсеп ултыра. Ҡыҙғанып китеп, тәҙрә аша теге иргә атырға уйлай, ләкин, тәүҙә күҙенә ҡарайым, тип эскә инә. Инһә, тегендә 25 йәшлек улы ултырған.
Шулай итеп, атайым яғынан – Шәрип кантон, әсәйем яғынан ҡарағанда, нәҫелебеҙҙә үзбәк исемле кешеләр ҙә осрай. Шулай булғас, минең ҡанымда кем генә юҡтыр (көлә).
Һорау: Һеҙҙе Татарстанда яҡшыраҡ беләләр шикелле, шул яҡҡа сығып китергә уйламайһығыҙмы?
Яуап: Ысынлап та, шулайыраҡ килеп сыға шул. Бөтә ҡаҙаныштарым – күрше республиканан. Юбилей концертымды, мәҫәлән, Татарстанда өс канал алып күрһәтте, ә Башҡортостанда – тик “Туған тел” каналы ғына. Ҡайһы саҡ үҙемде тамырһыҙ сәскә кеүек тоям... Ләкин мине Башҡортостандан бульдозер менән дә сығарып булмаясаҡ (көлә).
Һорау: “Ҡарҙан сәскә күҙләнем” китабы нисек тыуҙы?
Яуап: Был китаптың сығыуына минең яҡшы таныштарым ярҙам итте. Уларға бик рәхмәтлемен. Китапты тәүге тапҡыр ҡулыма алғас, бала кеүек шатландым. Китап ике телдә – татарса һәм башҡортса. Әлеге ваҡытта һатыуҙа бар. Был китапҡа мин нимә тойғанымды, нимә әйтергә теләгәнемде һыйҙырҙым.
Һорау: Флёра апай, ҡыҙыҡлы әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә! Ғаилә бәхете, ижади үрҙәр теләйбеҙ!
Яуап: Һеҙгә лә рәхмәт! Уҡыусылар, һеҙгә шуны әйтергә теләйем: бәләкәй генә аҙымдар менән, яйлап ҡына атлаһаң да ҡайҙалыр барып етеп була. Маҡсатығыҙға туҡтамай атлағыҙ, берәй ваҡыт барыбер үҙегеҙҙекенә ирешәсәкһегеҙ. Ул юлды һеҙҙең өсөн бер кем үтмәйәсәк, һеҙгә бер кем ярҙам итмәйәсәк, үҙегеҙгә ышанығыҙ һәм хыялығыҙға табан барығыҙ!
(Архивтан)
Читайте нас: