Ауыл уттары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри йүнәлеш
23 Декабрь 2019, 16:20

ФОТОКҮРГӘҘМӘЛӘ – МИЛЛИ МӘҘӘНИӘТТӘР БӘЙЛӘНЕШЕ

Бөгөнгө геройым – Сәләх ауылында тыуып-үҫкән Нәзифә Иҫәнбаев. Эйе-эйе, был яҡташыбыҙ тураһында әллә нисә тапҡыр яҙғаныбыҙ булды. Үҙенең бары тик яҡшы эштәре, матур башланғыстары менән беҙҙе даими ҡыуандырып торған был ижади ҡарашлы тынғыһыҙ ҡыҙ тураһында әленән-әле яҙғы ғына килеп тора бит ул! Бына әле яңыраҡ Санкт-Петербург ҡалаһында уның шәхси фотокүргәҙмәһе үткән тигән хәбәр алдыҡ.

Нәзифә Иҫәнбаева Санкт-Петербург ҡалаһының Аграр университетында ике юғары белем алды. Дипломлы белгес ошо уҡ ҡала ҡалырға ниәт итә, әммә юғары уҡыу йортонда алған һөнәре буйынса түгел, ә бөтөнләй икенсе юҫыҡта эшкә урынлаша – Үҫмерҙәр һәм йәштәр үҙәгендә фото һәм видео төшөрөү менән шөғөлләнә.
Әйтергә кәрәк, Нәзифә студент саҡтарынан уҡ фотоаппараттын ҡулынан төшөрмәй. Уның был ҡыҙыҡһыныуы ҡыҙҙы күңеленә ятҡан эшле итеп кенә ҡалмай, бөгөн килеп шәхси күргәҙмәгә асыуға ла этәрә. Нәзифә “MILLI” тип аталған фотокүргәҙмәне “Дуҫтар араһында” (В кругу друзей”) милли мәҙәниәттәрҙең өсөнсө асыҡ йәштәр фестивале сиктәрендә ойоштора. Ул үҙенең фотопроектында Санкт-Петербург ҡалаһының һәм төрлө милләт мәҙәниәттәренең бәйләнешен сағылдыра.
– Мин ҡала локацияларын ҡулланып, Санкт-Петербург ҡалаһын милләттәрҙең күплеге менән тағы ла байыраҡ һәм сағыуыраҡ икәнен күрһәтергә теләнем, – ти Нәзифә.
Фотокүргәҙмә фестиваль ҡатнашыусыларына бик оҡшаған, ә ойоштороусылар проектты тағы ла киңәйтергә тәҡдим яһаған!
Читайте нас: