Ауыл уттары
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри йүнәлеш
23 Декабрь 2019, 16:28

Кәрәкле һәм яуаплы һөнәр кешеһе

Беҙҙең район ветеринария станцияһында үҙ эшен төплө белгән хеҙмәткәрҙәр эшләй. Шуларҙың береһен һеҙ фотоһүрәттә күрәһегеҙ. Ул – Мөршиҙә Әхтәм ҡыҙы Аҡкүбәкова.

Теүәл 30 йыл элек ул саҡтағы Башҡортостан ауыл хужалығы институтының (хәҙер – аграр университет) ветеринария факультетын тамамлаған Әбйәлил ҡыҙын беҙҙең районға ветбаклабораторияға эшкә ебәрәләр. Яңы ғына хеҙмәт юлын башлаған йәш белгескә лаборатория эшенең барлыҡ нескәлектәрен өйрәткән директор Зәкир ағай Боҫҡоновҡа, Таңһылыу апай Боҫҡоноваға, Зифа апай Кәримоваға сикһеҙ рәхмәтлемен, ти Мөршиҙә Әхтәм ҡыҙы.
Йылайыр ауылында йәшәүсе Мөршиҙә апай тормош иптәше Дәмин ағай Аҡкүбәков менән оҙаҡ йылдар иңгә-иң терәшеп, татыу, матур донъя көтәләр, береһенән-береһе уңған ул һәм ҡыҙҙың ата-әсәһе улар. Тормош иптәше – Себер тарафтарында, улы Данил Хәйбулла районының “Юбилейный” карьерында эшләһә (икеһе лә – шофер), ҡыҙы Динара Америкала 16 этажлы круиз лайнерында эшләп йөрөй икән.
Хәҙерге көндә Мөршиҙә Әхтәм ҡыҙы район ветеринария станцияһында эпизоотолог булып хеҙмәт итә. Республикала иң яҡшы белгестәрҙең береһе тип һаналған Мөршиҙә Әхтәм ҡыҙы йәштәр менән үҙ тәжрибәһен ихлас уртаҡлаша.
Тырыш, намыҫлы хеҙмәте менән коллективта ихтирам яулаған Мөршиҙә апай ауыл, район тормошонда ла бик әүҙем ҡатнаша, 1 разрядлы саңғысы булараҡ, районда үткән бер саңғы ярышынан да ҡалмай. Шуның өҫтәүенә, иҫ китмәле оҫта бейей, матур йырлай. Кемдер әйтмешләй, һәләтле кеше бөтә яҡтан да һәләтле булалыр инде ул.
Читайте нас: