Ауыл уттары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри йүнәлеш
23 Декабрь 2019, 17:05

Һөнәренә ғашиҡ кеше

Бала саҡтан ул уҡытыусы булырға хыяллана. Үҙен башҡа бер һөнәрҙә лә күҙ алдына килтермәй. Әйтерһең, тәү ҡараштан мөхәббәт. Мәктәптә эшләүгә, һөнәргә ҡарата мөхәббәт. Сихырланғандай ул әсәһе менән мәктәп коридоры һәм бүлмәләре буйлап йөрөй, ә йөрәгендә хыял ярала – педагог булыу...(Архивтан, 23 август, 2019 йыл, №68)

Аҙағыраҡ ул һайлаған юлына тоғро ҡалған күпселек уҡытыусылар кеүек үк, был һөнәрҙең ябайҙарҙан һәм еңелдән түгел икәнен аңлай. Хатта бөгөн, туплаған тәжрибәһенә ҡарамай, ул белә: педагог исемен йөрөтөр өсөн бик күп көс һалырға кәрәк.
Бөгөн беҙ һеҙгә район үҙәгенән ярайһы уҡ алыҫлыҡта урынлашҡан, урман-ҡырҙарға бай матур тәбиғәтле Иван-Ҡыуалат ауылында эшләүсе йәш педагог Светлана Урал ҡыҙы Әбүбәкирова тураһында һөйләйәсәкбеҙ. Ул, 2009 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһын тамамлап, бына инде 10 йыллап ҙур булмаған ауыл мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй.
“Был һөнәрҙә иң мөһиме нимә?” – тип һорайым йәш уҡытыусынан. Ул, был һорауға яуапты тик улы тыуғандан һуң ғына таптым, ти. Шунда ғына ул аңлай: уҡыусы –тәү сиратта, кемдеңдер ғәзиз улы йә ҡыҙы, кемдер уны ярата һәм ғүмеренең мәғәнәһе тип белә.
Тағы ла, Светлана Урал ҡыҙы, тәжрибә туплай барыу менән тәрбиләү – ул дөрөҫ һүҙҙәр әйтеү, кәңәштәр биреү, өйрәтеү генә түгел икәнен аңлай. Һүҙ – ул бер нисә өн генә, ә балалар эш менән иҫбат ителмәгән һүҙҙәрҙе ҡабул итмәй. Иң мөһиме – үҙеңә бар яҡлап өлгө булырға, был, бөтә педагогтар ризалашыр, еңелдән түгел. Гел дә уҡыусыларыңдың, уларҙың ата-әсәләренең һынаулы ҡараштары аҫтында булырға, уҡытыусы, остаз, тәрбиәсе исеменә тап төшөрмәй йәшәргә тура килә.
Светлана Урал ҡыҙы үҙ һөнәренең ысын оҫтаһы булараҡ, теоретик белемен даими тәрәнәйтә, уҡытыу методикаһындағы һәм технологияһындағы яңылыҡтар менән ҡыҙыҡһынып таныша. Үҙенең уҡыусыларын да ул иң тәүҙә шәхес итеп күрә. Ҡабатланмаҫ, күп яҡлы, үҙ ҡайғы-шатлыҡтары булған шәхесте.
Эшләү дәүерендә йәш остаздың өлгәшмәй йә иһә артта ҡалған уҡыусылар булғаны юҡ, быны берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре дәлилләй. Шулай, үткән уҡыу йылында уның сығарылыш уҡыусылары араһында ике юғары балл йыйған һәм ике маҙалға тамамлаусы бар.
Эшенә ижади ҡараған педагогтың уҡыу процессы ике яҡлап бара: бер яҡтан – уҡытыусының маҡсатлы методик һәм педагогик эше, икенсе яҡтан – уҡыусының тырышлығы. Дәрестә Светлана Урал ҡыҙы уҡыусыларҙың бер-береһенә ярҙам итеүҙәрен, бер-береһен контролдә тотоуон хуплай.
Йәш уҡытыусының дәрестәре алдан ентекле итеп әҙерләнгән: ул дөрөҫ итеп мәсьәләләр төҙөй белә, уҡыусының үҙаллы эшмәкәрлеген кәрәкле юлға йүнәлтә ала, мәғлүмәт-коммуникация технологияларын ҡуллана. Дөйөм мәҙәниәтле булыу, киң белемлелек, педагогик әҙәплелек, яңы ижади эҙләнеш, камилллыҡҡа ынтылыш – бына уның уңышлы уҡытыусы булыу серҙәре.
Светлана Урал ҡыҙы яҡшы педагог ҡына түгел, ә уңған хужабикә лә, ғаилә усағын һаҡлаусы ла, тормошҡа киң ҡарашлы, әүҙем шәхес тә.
Читайте нас: