Ауыл уттары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри йүнәлеш
7 Февраль 2020, 13:00

“Скрипка ялҡауҙарҙы яратмай”

Була бит шундай кешеләр – аяҡтарында ныҡ баҫып торған, камиллыҡҡа ынтылған, маҡсатына ирешеүсән, үҙенең мөмкинлектәрен һәм көсөн һәйбәт аңлаған, яҙмышы өсөн яуаплылыҡты үҙ ҡулына алыуҙан ҡурҡмаған, был тормоштан нимә кәрәклеген яҡшы белгән. Шундайҙарҙың береһе – сығышы менән Яманһаҙ ауылынан булған 24 йәшлек Илзирә ҠОҘАШЕВА. Башҡортостан Республикаһың милли симфоник оркестры скрипкасыһы, йырсы һәм блогер Илзирә үҙенең ижады хаҡында уй-фекерҙәре менән бүлеште.

Һаумы, Илзирә!Яманһаҙ ауылынан булһаң да, мәктәп йылдарынан алып белемде башҡа яҡтарҙа алғанһың шикелле?
– Эйе, беренсе класҡа мин Сибай музыка колледжына уҡырға инһәм дә, ҡалған кластарҙы Өфөлә урта махсус музыка колледжында уҡыным. Белемемде камиллаштырырға артабан З.Исмәғилов исемендәге сәнғәт институттына индем. Быйыл, Алла бирһә, аспирантураны тамамлайым. Бөтә уҡыу усаҡтарында ла скрипка класында уҡыным.
Бик бәләкәстән тыуған йорттан, ата-әсәнән айырылып, ситтә уҡығанһың икән. Ауыр булманымы?
Ауыр булды, әлбиттә. Һағындыра ине, ҡайтҡы килә торғайны. Әммә хәҙер шул белемем арҡаһында ҡоралымда уйнап, нисек теләйем – шулай йәшәйем, сәйәхәт итәм. Сөнки бәләкәйҙән үҙ аллы булып өйрәнгәмен. 18-19 йәштән һөнәрем буйынса эшләйем. Ә бит күп кенә йәштәштәрем тормошта үҙ юлдарын таба алмай, күңеленә ятҡан эш эҙләп, төрлө һөнәрҙәр алмаштыра. Шуларға ҡарап, аңлайым: көн дә яратҡан эшемә йөрөп, атай-әсәйемә ярҙам итә алыуым менән мин бәхетлемен.
Музыкаль һәләтең ҡасан, нисек асылды?
Бәләкәй саҡта уҡ. Балалар баҡсаһына йөрөй башлағандан алып бейейем дә, йырлайым да. Иҫемдә, атай-әсәйемә, туғандарыма концерттар ҡуя торғайным.
– Ә скрипкала ҡасан уйнай башланың?
Ете йәшемдән уйнайым. Беренсе класҡа Сибай музыка мәктәбенә инеү имтихандарына килгәндә, педагогтар минең абсолют ишетеү һәләтен, бармаҡтарымдың һығылмалығын күреп, скрипка класына һайлап алдылар. Әсәйем дә ҡаршы булманы. Ә шуға тиклем скрипканы ҡулыма алыу түгел, яҡындан күргән дә юҡ ине. Күрһәм, тик йәнһүрәттәрҙә генә күргәнмендер.
Әгәр шул ваҡытта скрипка класына алмаған булһалар, ниндәй музыка ҡоралында уйнар инең, нимә менән шөғөлләнер инең?
Моғайын, фортепианола уйнар инем. Бик булмаһа, тик йырлау менән генә шөғөлләнер инем, тип уйлайым.
Скрипкала уйнар өсөн ниндәй сифаттарға эйә булыр кәрәк? Белеүемсә, был инструмент идеаль ишетеү талап итә. Был дөрөҫмө, әллә теләгән бер кеше (әлбиттә, музыка яғынан һәләте булған) уйнап өйрәнә аламы?
Скрипка, идеаль уҡ булмаһа ла, яҡшы ишетеү һәләтен талап итә. Әммә күп нәмә кешенең үҙенән тора. Скрипка ялҡауҙарҙы яратмай, кеше тырыш булырға тейеш. Был инструментта уйнау – ҙур спорттағы кеүек: көндәрҙе ҡалдырмай, көнө-төнө шөғөлләнеү мотлаҡ. Юғиһә, бөгөн башҡарырға тейеш эште эшләмәһәң, иртәгә һине икенселәр үтеп китәсәк, ә һин урта ҡул музыкант булып ҡаласаҡһың. Шулай уҡ бәләкәй генә ҡыллы инструментҡа бармаҡтарҙы ла көн дә күнектереү кәрәк. Ҡыҫҡаһы, тырышырға һәм тырышырға.
Былар барыһы ла, әлбиттә, скрипкала профессиональ кимәлдә уйнарға теләүселәргә ҡағыла. Ә бер-ике генә көй уйнап өйрәнергә теләүсенән бары тик теләк, бер аҙ тырышлыҡ һәм түҙемлек талап ителә.
Күптән түгел һинең скрипкала башҡорт көйҙәрен уйнаған клиптарың интернет селтәрен шаулатып алды. Был идеяны ҡайҙан алдың? Тағы ла шулай башҡортса скрипка көйҙәрен ишетәсәгебеҙгә өмөт бармы?
Эйе, минең “Күбәләк” һәм “Тала-тала” көйҙәрен скрипкала уйнауым төшөрөлгән клип, бөтә Башҡортостан буйлап таралып, ике көндә уны бик күп кеше ҡараны. Бер нисә редакция, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы каналы интервью алды. Мин ундай шау-шыу тыуыр тип уйламағайным. Иң күбендә ун мең кеше ҡарар, тигәйнем, ә бөгөнгө көндә 65 меңдән ашып китте. Бынан тыш, көн дә “Ҡурай ТВ” һәм “Матур ТВ” каналдарында күрһәтәләр.
Скрипкала башҡорт көйҙәрен уйнау идеяһы үҙемдә тыуҙы. Шунан алда күп кенә кешеләр миңә: “Ниңә скрипка менән йыр яҙҙырмайһың? Нишләп клипта скрипка менән төшмәйһең”, – тип әйткәне булды. Әлбиттә, был турала мин үҙем дә уйланым, әммә бер композитор ҙа, аранжировкасы ла мин теләгәнсә, мин күҙ алдына килтергәнсә эшләй алманы, береһен дә оҡшатманым. Был – беренсенән, ә икенсенән, әле бер кем дә башҡорт көйҙәрен скрипканың үҙендә генә уйнағаны юҡ ине, был ниндәйҙер яңы нәмә буласаҡ, тигән һығымтаға килдем.
Артабан ике дәртле башҡорт көйөн һайлап алдым, яҡшы аранжировкасыға – дуҫыма мөрәжәғәт иттем, бергәләп эш башланыҡ.
Көйҙәр өҫтөндә оҙаҡ эшләнегеҙме?
Оҙаҡ. Көйҙәрҙе яҙҙырыуға, клип төшөрөүгә өс-дүрт ай китте. Сөнки эш еңел түгел, йә быныһы оҡшамай, йә тегенеһе, йә бөтөнләй ваҡыт етмәгән саҡтар булды.
Был ижад емешеңде халыҡ нисек ҡабул итте?
Бик йылы. Башҡортостандан ғына түгел, күрше өлкәләрҙән дә бик күп матур һүҙҙәр менән сәләмдәр килде. Яҡшы һүҙҙәрҙе уҡып, ишетеп ҡыуандым, илһамландым. Ә инде беҙҙең башҡорт көйҙәренең бөгөн дә бик актуаль булыуы айырыуса шатландырҙы.
Интернет заманында социаль селтәрҙәрҙә негатив һүҙҙәр яҙған кешеләр ҙә әҙ түгел. Социаль селтәрҙәрҙе әүҙем ҡулланыусы булараҡ, ундай хәлдәр менән осрашҡаның барҙыр? Кире фекерҙәрҙе нисек ҡабул итәһең?
Тыныс ҡабул итәм. Һәр кемгә лә оҡшап булмай бит инде. Донъяла күпме кеше булһа, шул тиклем үк фекер бар, тиҙәр бит. Мин үҙем теләгәнсә йәшәйем, яратҡан эшем менән шөғөлләнәм, шуға ла ят кеше фекере мине борсомай.
Мине “Таш менән атҡанға аш менән ат” тип тәрбиәләнеләр. Шуға ла үҙем тураһында алама фекер яҙыусылар менән ирешеп ултырмайым, киреһенсә, фекере өсөн рәхмәт әйтеп, матур итеп яуап бирәм. Яҙған кеше, әлбиттә, бер аҙ аптырауға ҡала һәм күп осраҡта башҡа ундай хәлдәр килеп сыҡмай.
Милли симфоник оркестрҙа эшләйһең бит инде. Эш көнөң, ғөмүмән, көндәрең нисек үтә?
Мин аҙнаһына алты көн эшләйем, йәкшәмбе генә ял итәм. Көнөм ошолайыраҡ үтә: иртә менән торам һәм эш алдынан мотлаҡ ике сәғәт скрипкала шөғөлләнәм, һуңынан – эш. Ә эштән һуң бер аҙ ял итәм – берәй фильм ҡарайым, интернет селтәренә ваҡыт бүләм. Кис тағы ла скрипкала шөғөлләнәм, көнөнә иң кәмендә алты сәғәт уйнайым.
Күптәр минең эшемде аңлап етмәй: “Һе, скрипкаңды алдың да уйнаның, был эшме, бына минеке исмаһам ауыр”, – тип уйлайҙар. Әммә улар яңлыша, беҙҙең дә эш иң еңелдәрҙән түгел. Уның ауырлығын тик эшләп ҡарағас ҡына аңларға була.
Һин йырсы булараҡ та танылыу яуланың. Нисек йырларға булып киттең әле?
Әйтеп үткәнемсә, мин бәләкәйҙән йырлайым. Биш йәшемдә Йылайырҙа үткән “Яҙғы тамсылар” конкурсында лауреат булғайным, шунан башланды инде минең “йырсы карьерам”: ауыл клубында, райондың башҡа мәҙәниәт йорттарында үткән концерттарҙа сығыш яһай инем, конкурстарҙа ҡатнаштым. Ә инде Өфөгә килгәс, йырлауымды дауам итеп, ошо өлкәлә күп ҡыҙыҡлы кешеләр менән танышып-аралашып, үҙемдең йырҙарымды ла яҙҙырырға тәүәккәллек иттем.
Үҙең дә йырҙар яҙаһың шикелле?
Йырҙың көйҙәрен үҙем яҙам.
Башҡарасаҡ йырҙарҙы нисек һайлап алһың? Үҙеңдең ниндәй критерийҙарың бар?
Йырҙың күңелгә ятыуы – иң мөһиме. Ике йыл элек, тәүге йырым сыҡҡас, кеше үҙе тәҡдим итәме, әллә үҙем һатып аламмы – көйгә һәм һүҙҙәргә артыҡ ҙур иғтибар бүлмәнем, әҙерәк кенә булһа ла оҡшаһа, башҡара инем. Хәҙер улай түгел, ныҡ һайлана башланым, ә күңелгә ятҡан йырҙы табыу ныҡ ауыр. Күп кенә композиторҙар ебәрһә лә, баш тартам. Йыр табам тиһәм дә, табып булмай. Шуға ла йырҙарым, үкенескә күрә, йылына бер генә сығып тора.
Башҡорт эстрадаһына ныҡлап инеп, киләсәктә гастролдәр менән йөрөгә теләгең бармы?
Миңә күп кешеләр, билдәле артистар: “Әйҙә, беҙҙең менән гастролгә, беҙ һине күтәрербеҙ”, – тип тәҡдим итә. Тик мин үҙемде, тәү сиратта, скрипкасы тип һанайым, 16-17 йыл уйнаған ҡоралым тормошомда ҙур урын биләй. Ә күтәрелергә үҙемдең дә көсөм бар, тик башҡорт эстрадаһында исемемде сығырып, ниндәйҙер үрҙәр яуларға тигән уйым юҡ. Күңелем талап итһә, илһамым булһа, йырҙар яҙам, клиптар төшөрәм. Ә төп эшем – милли симфоник оркестрҙа. Был урынға күптәр эләкмәй, уның ҡәҙерен яҡшы аңлайым, ә иң мөһиме – эшемде яратам.
Ижад кешеһенә һәр саҡ илһам кәрәк. Һин уны ҡайҙан алаһың?
– Бүтән артистарҙың матур сығыштарынан. Мәҫәлән, берәй концерт, берәй артистың сығыш ҡараһам, аҡ көнләшеү тыуа: “Оһо, мин дә шулай эшләргә теләйем, мин дә шулай булдыра алам”, – тигән уй-ниәттәр менән янып китәм. Тағы ла минең үҙенсәлегем бар: ҡыйын саҡта күңелемә көйҙәр килә. Әлбиттә, улар күңелһеҙ, әммә моңло.
Башҡорт эстрадаһында кемдәр менән һоҡланаһың, кемде хөрмәт итәһең?
Башҡорт эстрадаһын мин артыҡ күҙәтеп бармайым, әммә йәштәрҙән бер нисә кешене айырып әйтә алам. Миңә Гөлназ Асаева оҡшай. Уның тауышы ла, ҡиәфәте лә матур – тыңлауы ла, ҡарауы ла рәхәт. Шулай уҡ Зәйнитдиндең энергетикаһы миңә бик яҡын, ижады ла оҡшай. Элвин Грей менән һоҡланам, шәп егет. Ул бик күп эшләй.
Социаль селтәрҙәрҙә үҙ блогыңды алып барыуға нисек килдең?
Мин истаграмда ilziroy тигән блогымды алып барам. Ҡәҙимге генә яҙылыусы йәштәр ҙә йыйылды. Блог алып барыу бик оҡшай. Унда мин тормошомдағы ваҡиғалар, унда мин ҡайҙа сығыш яһағаным, ниндәй тәмлекәстәр бешергәнем тураһында һөйләйем, биҙәнеү серҙәре менән бүлешәм. Кемдер әйтер: “Был ҡыҙ маҡтансыҡ икән”, – тип, кемдер аңламаҫ: “Нисек инде тормошоңдо меңәрләгән кешегә күрһәтергә була?” – тип. Мин маҡтанмайым, бары тик үҙем менән ниҙәр булғаны тураһында яҙам.
Сит илдәрҙә лә сәйәхәт итәһең: ҡайҙарҙа булдың? Ҡайҙа барырға хыялланаһың? Сәйәхәттән ниндәй кисерештәр алып ҡайтаһың?
13-14 илдә булып ҡайттым, хәҙер бына Берлинға юл тоторға йыйынам. Сәйәхәттән илһамланып ҡайтам. Мин тәбиғәт балаһы –тауҙар, урмандар һәм диңгеҙ сикһеҙ ҡыуандыра.
Сит илдәрҙә кешеләр ашыҡмай, тирә-яҡҡа һоҡланып йәшәй. Ә беҙҙә кешеләр һәр саҡ ҡайҙалыр ҡабалана. Мин үҙем дә тирә-яғыма ҡаранмай, тиҙ-тиҙ йөрөйөм. Ә сәйәхәттәрҙә мин ысын күңелдән ял итеп ҡайтам, мине уратып алған донъяға иғтибар бүләм: сит ил кешеләре нисек кейенә, нисек йәшәй, йорттарын нисек биҙәй – барыһын күҙәтеп, күңелемә һалып барам.
Киләсәккә ниндәй пландар менән янаһың?
Әлегә мин йыр өҫтөндә эшләйем. Был йыр йәштәргә лә, өлкәндәргә лә оҡшар, тип иҫәп тотам. Шулай уҡ күп кенә кешеләр скрипкала башҡорт көйҙәрен уйнауымды дауам итергә теләк теләп яҙҙылар. Ундай уй бар, әммә был эш еңелдән түгел, күп ваҡыт һәм аҡса талап итә. Шуға ҡарамаҫтан, Алла бирһә, ижадым үҫер тип ышанам. Һәм, әлбиттә, мөһим пландарҙың береһе – аспирантураны яҡшы тамамларға.
Әңгәмәң өсөн ҙур рәхмәт, Илзирә! Ижади уыштар һиңә!
Читайте нас: