Райондың һаулыҡ һаҡлау системаһында 245 кеше хеҙмәт итә, шуларҙың 30-ҙы – табиптар, 140-ы – урта медицина хеҙмәткәрҙәре. Уларҙың һәр береһе, шикһеҙ, маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ.
Скальпель осонда – кеше ғүмере. Был һүҙҙәрҙе бына инде 13 йыл пациенттарының һаулығы һағында торған табип-хирург А. Р. Мырҙабаевҡа төбәп әйтергә була. Беҙҙең районға Алмас Рәшит улы “Земство табибы” программаһы буйынса 7 йыл элек килә, программа талап иткән тейешле биш йылын тултырып, әлеге көндә лә Йылайырҙа хеҙмәт итеүен дауам итә. Сығышы менән ул Баймаҡ районынан, Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлай. Һөнәрен ярата, пациенттар менән ипле мөғәмәлә итә.
Хирург эше иң ауырҙарҙан. Бында тәжрибә лә, тәүәккәллек тә, стресҡа ҡаршы тора белеү ҙә кәрәк. Һайлаған һөнәренең үтә лә яуаплы икәнен белһә лә, Алмас Рәшит улы тап ошо профессияны һайлағанына һис үкенмәй. Табип-хирург билдәләүенсә, эшендә иң һәйбәте һәм ҡыуандырғаны – кешеләрҙе һауыҡтырыу, аяҡҡа баҫтырыу.
Был йәһәттән участка терпевының эше лә еңелдәрҙән түгел . Бында иң мөһиме –һәр пациент менән уртаҡ тел таба белеү. Һәр кемде тыңлай, ауырыуҙа өмөт уята, уны тынысландыра... Тап ошо һүҙҙәр менән табип-терапевт Е. К. Ишйәрованы һүрәтләргә була. Елена Константиновна Ырымбур дәүләт медицина академияһының “дауалау эше” бүлеген тамамлай. Хеҙмәт юлын ул ошонда уҡ, Ырымбур ҡалаһында башлаған: терапия һөнәре буйынса йыллыҡ интернатура үтә. Ә 2013 йылда Елена Константиновна тыуған районына ҡайта.
Медицина фәне урында тормай, тотороҡло алға бара. Елена Константиновна ла һөнәренең барлыҡ яңылыҡтарын белеп торор өсөн һәр саҡ белемен камиллаштыра. Ул сәләмәт тормош рәүешен пропагандалауҙа, беренсел профсоюз ойошмаһының рәйесе булараҡ йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, район гәзитендә даими рәүештә төрлө мәҡәләләр баҫтырып тора.
Беҙҙең быуатты лаборатор диагностика быуаты тип бушҡа әйтмәйҙәрҙер. Бөгөн теүәл диагнозды лаборатор тикшеренеүһеҙ ҡуйыу мөмкин түгел. Поликлиниканың рентген лаборанты И. К. Хәмитов ике тиҫтә йылдан ашыу ғүмерен медицинаға бағышлаған. Был вазифала Илшат Камил улы 2000 йылдан алып хеҙмәт итә. Ул Сибай медицина училищеһын тамамлаған. Тәүҙә медбрат, унан Васильевка ауылының фельдшер-акушер пунктында булып эшләй, артабан Сибай ҡалаһының туберкулезға ҡаршы район-ара диспансерында лаборант була.
Бына инде 20 йылдан ашыу ул рентген лаборанты. Тикшереүҙең барлыҡ алымдарын белеп файҙалана, ҡаты сирле пациенттарҙы тикшереү процедураһын оҫта башҡара. Аппаратураның техник сифаттарын яттан белә, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәй, сирлеләргә рентгенологик тикшеренеүҙәргә әҙерләнеүҙә грамоталы кәңәштәрен бирә.
Йыш ҡына пациенттарҙы процедура кабинетына йүнәлтәләр: йә укол эшләргә, йә анализдарға ҡан биререгә. Бында килеүселәрҙе мөләйем ханым ихлас ҡаршы алып тора. Ул – процедура кабинетының шәфҡәт туташы Е. В. Кукушкина. Евгения Васильевна район дауаханаһына 25 йыл элек, Сибай медицина училищеһын тамамлағандан һуң, эшкә урынлаша. “Беҙҙең Евгения Васильевнаның ҡулдары йомшаҡ, күңеле изге, бер йылмайыуынан барса хәүеф-шөбһәләрең юғала”, – ти уның тураһында рәхмәтле пациенттары.
Ул алсаҡ, кеше хәленә инеүсән, иғтибарлы һәм үҙ эшен биш бармағы кеүек белә. Ойоштороу-методик кабинет фельдшеры Г. Н. Бурзянцева тураһында коллегалары тап шундай фекерҙә. Галина Николаевна хеҙмәт юлын, Сибай медицина училищеһын тамалағандан һуң, 22 йыл элек район дауаханаһында гинекология кабинетында шәфҡәт туташы вазифаһында башлай. Был урында ул 20 эшләй, артабан ул ойоштороу-методик кабинетҡа фельдшер булып күсерелә. Ике тиҫтә йыл эсендә үҙен квалификациялы белгес итеп күрһәтә. Галина Николаевна район һаулыҡ һаҡлау системаһының үҫеш планын эшләүҙә ҡатнаша, структураның бүлексәләрендә алдынғы тәжрибә индереү эштәрендә ҡатнаша, планлаштырылған сараларҙың үткәрелеүен контролдә тота.
Тормошобоҙҙа ауыр минутарҙа ярҙамға килгән һәм беҙҙе, яҡындарыбыҙҙы аяҡҡа баҫтырған, иртәгәһе көнгә өмөт уятҡан аҡ халатлыларға беҙ был көндө барлыҡ изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ һәм һеҙҙең миһырбанлығығыҙ, һөнәри оҫталығығыҙ алдында баш эйәбеҙ.