Ауыл уттары
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри йүнәлеш
2 Июль 2020, 12:54

“Ышанһаң, хыялдар тормошҡа аша!”

Айгөл менән беҙ Йомағужа урта мәктәбендә, төрлө кластарҙа уҡыныҡ. Уҡыған йылдарҙа Айгөлдө мин мөләйем, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, аралашыусан, тырыш ҡыҙ тип хәтерләйем. Мәктәпте тамамлағас, төрлөбөҙ төрлө ҡалаларға уҡырға инеп, бер нисә йыл күрешмәнек. Аҙаҡ беҙ КВН-да осраштыҡ. Үткән йәй ул да, мин дә Бөрйән районында булған КВН мәктәбендә ҡатнаштыҡ. Айгөл ул ваҡытта яңы диплом алып сыҡҡан ине, һәм, әлбиттә, мин унан артабан ҡайҙа урынлашырға теләүе хаҡында белештем. Ул үҙен телевидениела күргем килә, тине. Һәм бына, теүәл бер йылдан һуң мин инде “Тамыр” телеканалының мөхәррире, радиола алып барыусы Айгөл Салауат ҡыҙы МОЗАФАРОВА менән уның эше тураһында әңгәмәмде һеҙгә тәҡдим итәм.

– Сәләм, Айгөл! Мин һине күптән беләм – бер мәктәптә уҡыныҡ, әйҙә гәзит уҡыусыларын үҙең менән таныштырып үт.
– Мин Яңы Яҡуп ауылында тыуҙым,әлеге мәлдә Йомағужа ауылында йәшәйбеҙ. Ғаиләлә беҙ биш кеше – атайым, әсәйем, апайым, ағайым һәм, иң кесеһе, мин.
– Ҡайҙарҙа уҡының?
– Йомағужа урта мәктәбен тамамланым. Ә юғары белемде БДУ-ның Сибай филиалында тәбиғи-математика факультетында алдым, һөнәрем буйынса географ булам.
Әлеге ваҡытта һин телевидениела эшләйһең бит инде. Ниндәй һуҡмаҡтар һине ул өлкәгә илтте?
– Эйе, мин Өфөлә “Тамыр” телеканалында мөхәррир булып эшләп йөрөйөм. Унда барып эләгеүем ҡыҙыҡлы килеп сыҡты. Үткән йәй беҙ, “Ыстағафирулла” КВН командаһы, Иҫке Собханғолда йәйге КВН мәктәбендә булдыҡ. Йәйге мәктәпкә “Тамыр” телеканалының төркөмө лә килде, уларҙы ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтеп торҙом, сөнки бына тап ошо “Тамыр”ҙа эшләү минең баласаҡ хыялым булды. “Сулпылар”, “Байтус”, “Семәр” – бараһын-бараһын йәкшәмбе һайын ҡарап барҙым, һәм, әлбиттә, берәй заман шунда барып эләгеүем тураһында хыяллана инем, әммә ул саҡта был уй-ниәтем тормошҡа ашмаҫтай тойолдо.
Шул КВН мәктәбендә “Тамыр”ҙың хеҙмәткәре – Рәзилә апай Салауатова беҙҙең команданан интервью алды. Рәзилә апай менән һөйләшеп киттек һәм мин үҙемде һәр саҡ телевидениела һынап ҡарағым, зәңгәр экрандың тамашасыға к-ренмәгән эске яғы нисек булыуын күргем килгәнен әйттем. Рәзилә апай: “Әйҙә, кил. Беҙҙә урындар бар. Эшкә инеү ауыр түгел – яҙмаларың булһа, портфолио әҙерләп, шуларҙы күрһәтергә һәм бер нисә һорауға яуап бирергә кәрәк,” - тине. Шулай итеп мин барып эләктем: бер ай стажировка үттем, нисек тапшырыуҙар төшөрөлгәнен күреп, өйрәнеп, барыһына төшөнгәс, эшләй башланым.
“Тамыр”ға барып эләгеүемә КВН ярҙам итте тип уйлайым. Сөнки КВН-да уйнамаһам, ул мәктәпкә лә барып эләкмәҫ инем, Рәзилә апай менән дә танышмаҫ инем, тимәк, хыялым хыял ғына булып ҡалыр ине.
– Кем ул телевидениелағы мөхәррир ?
– Мөхәррирмен икән, тимәк, тапшырыуға сценарий яҙам һәм шуның менән булды, тип уйлай торғайным. Ысынында улай түгел. Һин тапшырыуыңды яҙып, монтажға алып барып, монтажерҙың эргәһендә ултырып, бергәләп эшләйһегеҙ, аҙаҡтан баш мөхәрриргә күрһәтеп, ҡултамға алғандан һуң ғына тапшырыуҙы сығарыу бүлмәһенә тапшыраһың. Ошо оҙон процесс аша үтеп кенә программа телевизорға сыға, ә мөхәррир унда баштан аҙаҡҡа тиклем ҡатнаша.
– Ниндәй тапшырыуҙар өҫтөндә эшләйһең? Радиола ниндәй тапшырыуҙар алып бараһың?
– Иң тәүҙә миңә “Байтус” тапшырыуын бирҙеләр – КВН-сымын, тимәк, шаярта белергә тейешмен, тигән уйҙары булғандыр. Был ҡарарға мин тик шатландым ғына, сөнки “Байтус” – яратҡан тапшырыуым. Минең өсөн был ҙур яуаплылыҡ булды, үҙемде яҡшы яҡтан күрһәтергә тырыштым. Хәҙер инде минең тапшырыуҙарым күбәйҙе. Береһе - “Ал да гөл”, ҡыҙҙар өсөн тапшырыу, унда беҙ стилистар фекерен тыңлайбыҙ, мода тураһында әңгәмә ҡорабаҙ, гөлләмәләр эшләргә өйрәтәбеҙ. Шулай уҡ тағы бер тапшырыуым бар, әммә ул әле экранға сыҡмаған, әлегә сер булып торһон. Радиола инде беҙ “Тамыр” телеканалының радиолағы эфирҙарын алып барабыҙ. “Күпер”, “Кластан тыш” һәм “Иләү” тапшырыуҙары – минең ҡарамаҡта. Шулар өҫтөндә эшләйем. Минеңсә, радио миңә үтә лә яҡын, әммә унда эшләү телевидение менән сығыштырғанда күпкә ауырараҡ. Телевидениела хәрәкәттәрең ярҙам итә, ә бында тауыш менән тыңлаусыларға бар кәйефте дөрөҫ еткерергә, уларҙың иғтибарын тоторға кәрәк. Ошо тапшырыуҙарҙы мин ҡасандыр ябай тыңлаусы булараҡ көтөп ала инем, айырыуса “Иләү”ҙең әкиттәрен яраттым, ә хәҙер үҙем ошо тапшырыуҙа эшләүемә сикһеҙ шатмын. Уларҙы тағы ла яҡшыраҡ, сифатлараҡ эшләргә тырышам.
– Ни өсөн тап ошо өлкәлә эшләргә булдың? Киләсәктә лә үҙеңде ошо урында күрәһеңме?
– Алдан әйтеп үткәнемсә – был минең баласаҡ хыялым. Мин “Тамыр” тапшырыуҙарында үҫтем, “эх, бына беҙ Өфөлә йәшәһәк, мин “Тамыр”ға йөрөр инем,” – тип әйтә торғайным әсәйемә.
Киләсәктә лә ошо өлкәлә эшләрмен тип ышанам. Шулай ҙа үҙемде башҡа яҡтан да асырға теләгем бар, мәҫәлән “Яңылыҡтар” тапшырыуында эшләп ҡарағым килә. Унда ла саҡырғайнылар ҙа ул, тик был тапшырыуға эләгер өсөн тауышың, төҫ-ҡиәфәтең өҫтөндә күп эшләргә кәрәк.
Алған һөнәрем буйынса мин географ бит инде, шуға ла колледж йәки юғары уҡыу йортонда уҡытыусы булып эшләп ҡарағым килә. “Тамыр”ҙа ҡалырмынмы, юҡмы икәнен әйтә алмайым – тормош күрһәтер.
– Ошоға тиклем һин телевидение өлкәһендә эшләп ҡарағаның булманы, тәүге хис-тойғоларыңды хәтерләйһеңме? Ҡурҡытманымы?
– Килгәс тә, әлбиттә, ҡурҡтым, күңелдә шик булды – эшләй алырмынмы? Тик яйлап өйрәнеп киттем, тапшырыуҙар сығара башланым. Ҙур рәхмәтемде мине эшкә саҡырған Рәзилә апай Салауатоваға әйткем килә, ул миңә килгәс тә ҙур ярҙам күрһәтте.
– Килгәс тә телевидениела һине нимә аптыратты?
– Әйтеп үтеүемсә, миңә иң беренсе “Байтус” тапшырыуын бирҙеләр. Тәүге төшөргән көндө бер студияға индерҙеләр. Был студия хромакей тип атала. Йәп-йәшел бүлмә. Мин аптырайым: нисек бында “Байтус”ты төшөрөргә була? Тапшырыуҙа бит артҡы фон – бөтөнләй икенсе! Аҙаҡ режиссерҙың бүлмәһенә ингәс күрҙем – заставканы аҙаҡ компьютерҙа ҡуялар икән, ә алып барыусылар йәшел фонда тороп ҡына төшәләр .
– Эш көнөң нисек үтә?
– Беҙ иртәнге туғыҙҙан алып алтыға тиклем эшләйбеҙ. Аҙнаға план төҙөйбөҙ, сценарий яҙабыҙ. Аҙнаһына ике-өс көн – төшөрөүҙәр. Һәм бына шул көндәрҙә бер юлы өс-дүрт тапшырыу төшөрөп өлгөрөргә кәрәк. Әгәр берәүҙе генә төшөрһәң, аҙаҡ йә сценарий етмәүе, йә ваҡыт тарлығы, йә башҡа сәбәптәр арҡаһында өлөгөрмәүең бар, ә тапшырыу үҙ ваҡытында эфирға сығырға тейеш.
– Уҡып сыҡҡан һөнәрең хәҙерге эшеңә ярҙам итәме, бөтөнләй оҡшаш түгел өлкәләр бит?
– Эйе, ысынлап та шулай. Һөнәрем – географ, эшем – мөхәррир. География миңә яҡын, атайым юлынан барыуым был. Тап атайым миңә ошо фәнгә һөйөү уятты. Киләсәктә мин география фәне менән бәйле балалар тапшырыуы сығарырға хыялланам.
– Сығарылыш класс уҡыусыларына нимә теләр инең, ниндәй кәңәш бирер инең?
– Хыялланһындар! Хыялдарына тоғро булып ҡалһындар, сөнки тап шул ваҡытта ғына маҡсатыңа ирешә алаң. Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: һеҙ тормошоғоҙҙоң яҙыусыһы. Барыһы тик һеҙҙән тора, үҙегеҙгә ышанығыҙ, төшөнкөлөккә бирелмәгеҙ. Һәм иң ҙур теләгем: бер ҡасан да оялмағыҙ. Оялыу кешене үҙ-үҙенә бикләй, шул арҡала хыялығыҙҙан тороп ҡалыуығыҙ бар. Һәм, әлбиттә, теләгегеҙ булһа, “Тамыр”ға килегеҙ, беҙҙең ишектәр һәр саҡ асыҡ!
Ниндәй хыялдар, пландар менән янаһың?
– Мин әлеге көндә яңынан яңы, яҡшы сифатлы тапшырыуҙар асырға тигән пландар менән йәшәйем. Шулай уҡ, белеүегеҙсә, “Тамыр” телеканалы йыш ҡына балалар өсөн матур-матур әкиәттәр төшөрә. Шуға бәйле тағы бер ҙур хыялым – әкиәткә сценарий яҙыу. Барыһы ла килеп сығыр тип ышанам!
- Рәхмәт, Айгөл! Уңыштар һиңә!
Читайте нас: