Ауыл уттары
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри йүнәлеш
22 Ғинуар 2021, 12:16

Һәләтенә хыялы тап килгәндәр тормошта ҙур уңышҡа ирешә

Дилбәр һайлаған һөнәре буйынса ҡолас ташлап эшләргә күптән әҙер инде...

Уңышҡа өлгәшеү өсөн теләк мөһимерәкме, әллә һәләтме? Был һорауға дөрөҫ кенә яуап табыуы ауыр, әммә тормоштан күренеүенсә, Хоҙайҙан бирелгән һәләтенә хыялы тап килеп, шуны ысынбарлыҡҡа ашырғандар ҙур уңышҡа ирешә, үҙен бәхетле тоя. Ә шулай ҙа, кешенең был хыялдарына илтеп еткергән юлдар – студент йылдары булып һыналалыр күрәһең.
Бөгөнгө яҙмам Аҡҡужина Дилбәр Данияр ҡыҙы тураһында булыр. Ул Йомағужа ауылында, Фәтихә һәм Данияр Аҡҡужиндарҙың матур ғаиләһендә тыуып үҫкән, шул уҡ ауылдың урта мәктәбен тамамлаған. Алты йыл Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау факультетында белем алып, участка табип-терапевы һөнәренә диплом алған. Әле ординатурала табип-кардиолог һөнәрен үҙләштереп, ҡулына өҫтәлмә документ алырға торған тәжрибәле студент-табип ул.
Ни өсөн тәжрибәле студент-табип? Эйе, был һорауҙы күптәрегеҙ бер тауыштан миңә төбәрһегеҙ.
Мәктәп йылдарында Дилбәр бик булдыҡлы һәм тырыш уҡыусыларҙың береһе була. Республика, район кимәлендәге барлыҡ предмет олимпиадаларында, фәнни-ғәмәли йүнәлештәге конференцияларҙа юғары һөҙөмтәләргә ирешә. Мәктәптә саҡта уҡ ошондай уңыштарға өлгәшеп, уҡыуҙа ла һәр ваҡыт алдынғы булған Дилбәр ун беренсене алтын миҙалға тамамлай һәм алдына ҡуйған тәүге маҡсатына ирешә – медицина университетына уҡырға инә.
Ябай ауыл ҡыҙының күңелендә табип булыу хыялы ҡайҙан барлыҡҡа килгәндер – был хаҡта хәҙер инде Дилбәр үҙе лә әйтә алмай, әммә аҡ халатлыларға һоҡланыу һәм оло хөрмәт менән ҡарағанлығы күңеленә һеңеп ҡалған.
Йорт ныҡ булһын өсөн тәү сиратта нигеҙ ныҡ булырға тейеш, тиҙәр. Бына ошо һүҙҙәргә таянып, Дилбәр Өфө ҡалаһында уҡыу менән бер рәттән тәүҙә поликлиникала, хәҙер инде йоғошло сирҙәр дауаханаһында эшләп, белемен камиллаштырыуға төплө нигеҙ һалырға тотонған. Республикала булған эпидемиологик хәл-торош та йәш табиптар алдына тап шундай етди талаптар ҡуя. Әлеге мәлдә Дилбәр вирус йоҡторған ауыр сирлеләр менән эшләй.
Был һөнәр бик кәрәкле булғандан бигерәк, һайлаған һөнәренең барлыҡ нескәлектәрен төптән уйлап, аңлы рәүештә ошо юлды һайлай буласаҡ табип. Һигеҙ йыл уҡыу дауамында университет исеменән республика, Рәсәй кимәлендәге конкурстарҙа, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнаша, ғилми эштәр менән сығыштар яһай ул. Ғөмүмән, мәктәптәге бәләкәй уңыштарын юғарыраҡ кимәлдә күрһәтеп, яңы бейеклектәр яулап өлгөрә. Уға Йылайыр район үҙәк дауаханаһында табип-терапевт булып эшләргә лә тура килә. Эйе, был хеҙмәте үҙенә күрә ниндәйҙер бер башланғыс, этәргес көс булып иҫендә ҡалған уның. Дилбәр өсөн иң мөһиме – пациенттарҙың һаулығы. Уларҙың да бит төрлөһө була һәм ышаныс тулы күҙҙәре менән баҡҡандары бигерәк күңелгә үтеп инә. Тыуған районында бер йыл ғына эшләүенә ҡарамаҫтан, ул оло ихтирамға лайыҡ булып өлгөрҙө. Шулай булмай ни, яңы килгән йәш белгес, тырышып, үҙенең эшен белеп кенә эшләй, ошонан сығып Дилбәрҙең ни өсөн тәжрибәле студент-табип булыуына асыҡлыҡ та индерҙек.
Әле Дилбәр бар көсөн һалып уҡыуының һуңғы курсын тамамларға тора. Уҡыу менән эште берләштереү еңел бирелмәй, әлбиттә. Әммә яратып һайлаған һөнәрең буйынса эшләүгә ни етә? Дауахана эше менән аҙмы-күпмелер таныш булғандар яҡшы белә – кемдеңдер ғүмеренә хәүеф янағанда аҡ халатлыларға ал да, ял да юҡ, күп ваҡыт төндә лә дежур итергә тура килә уларға. Дилбәр, ваҡыт менән иҫәпләшмәйенсә, һайлаған һөнәре буйынса ҡолас ташлап эшләргә күптән әҙер инде. Әле ул уҡыуын тамамлағандан һуң хеҙмәтен ҡайҙа дауам итерен аныҡ ҡына әйтә алмай. Шулай ҙа, үҙебеҙҙең районға ла булдыҡлы йәштәрҙең ҡайтыуын теләйбеҙ һәм уны көтөп ҡалабыҙ.
Шундай аҡыллы, йәш, тырыш һәм белемле йәштәребеҙ булыуы беҙҙе һоҡландыра. Дилбәргә ҡуйылған маҡсаттарына ирешеп, теләгән хыялдарының тормошҡа ашыуын, уңыштарының күп булыуын, иң мөһиме, һаулыҡ, бәхет теләйбеҙ.

Читайте нас: