Ауыл уттары
+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри йүнәлеш
9 Февраль 2021, 22:01

Аҡ күңелле, аҡ халатлы Гөлниса Ғиса ҡыҙы

Үҙ һөнәрҽнә тоғро һәм яуаплы булыуы һоҡландыра

Ашҡаҙар ауылы ҡыҙы Гөлниса Рахманғолова Йомағужа ауылына килен булып төшкән. Сибай медицина училищеһының фельдшерҙар әҙерләү бүлеген тамамлаған ҡыҙ 1986 йылда ошо ауылда хеҙмәт юлын башлай. Ҡыпсаҡ егете Вилдан Ишмөхәмәт улы менән ғаилә ҡороп, ике бала тәрбиәләп үҫтерә. Ҡыҙҙары Гөлназ да, әсәһенең юлын дауам итҽп уңышлы эшләп йөрөй, улдары Илфат “Бүребай” тау-байыҡтырыу комбинатында хеҙмәт итә. Ауыл фельдшеры, Йомағужанан тыш, Яңы Яҡуп ауылын да хеҙмәтләндерә. Барлығы 356 кешенең сәләмәтлеге өсөн яуаплы ул. – Күберәк йөрәк-ҡан тамырҙары, быуын ауырыуҙары менән сирлеләр мөрәжәғәт итә. Кешенең хәҙер үҙ һаулығына иғтибарлыраҡ була барыуы ҡыуандыра: тиҙ арала беҙгә килә, тейешле тикшеренеүҙәргә йөрөй, даими медицина ярҙамы ала, – ти Гөлниса Ғиса ҡыҙы. Шулай ҙа башлыса фельдшерлыҡ пунктына оло быуын йышыраҡ һуғыла, ҡан баҫымын үлсәтергә, укол һалдыртырға йәки дарыу алырға килә. Әйткәндәй, медицина учреждениеһының дарыу һатыуға рөхсәте бар. Берәүҙәр үҙенә кәрәгенә заказ бирә, икенселәр көндәлек кәрәк-ярағын ошонда уҡ һатып ала. Көн һайын унға яҡын сирле мөрәжәғәт итә, йәш балалар һәм оло йәштәгеләр янына фельдшер үҙе бара. “Ашығыс ярҙам” машинаһы кәрәк осраҡта район үҙәгенән килә, уны тик фельдшер үҙе генә саҡырта ала. Һаулығың – байлығың, ти халыҡ мәҡәле. Ауыл халҡының иң оло байлығы – уларҙың сәләмәтлеге һағында оҙаҡ йылдар буйы арымай-талмай Гөлниса Рахманғолова кеүек аҡ күңелле, аҡ халатлылар барында, ауыл да йәшәр, халыҡ та һау-сәләмәт булыр.
Читайте нас: