Ауыл уттары
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри йүнәлеш
9 Март 2021, 11:40

Оҫта ҡуллы әсә һәм ҡыҙ

Боронғоларҙың һәр әйткәне дөрөҫкә сыға. Ниндәй матур әйтемдәр, мәҡәлдәр ҡалған ата-бабаларыбыҙҙан. “Әсәнән күргән – тун бескән” тигәне генә лә ҡайһылай тоғро.Йылайыр ауылында йәшәгән Флүрә апай Ҡотоева менән танышҡас та тап ошо мәҡәл тып итеп иҫкә төштө. Ни өсөн тиһегеҙме? Сөнки Флүрә апай үҙе лә, уның ҡыҙы Әлфиә лә бына тигән ҡул оҫталары. Уларҙың матур ҙа, ыҫпай ҙа итеп тегелгән әйберҙәрен кем генә яратып кеймәй икән? Барыһын да тегә әсәле-ҡыҙлы.

Флүрә Мөжәүир ҡыҙы йәштән тегеүгә оҫта була. Баймаҡ районы Темәс ауылы ҡыҙы мәктәпте тамамлағас, Баймаҡ училищеһына тегенселеккә бара.
– Беҙ училище асылған йылды тәүге студенттар булдыҡ. Бәләкәйҙән әсәйемдең һәм апайҙарымдың ҡул оҫталары булғанын күреп үҫкәнгә, һөнәр һайлауға тиҙ килдем. Тегергә өйрәнергә теләк ҙур булғанға, тегенселәр курсына барҙым.
Ул замандағы ҡатын-ҡыҙҙың һәр береһе оҫта тегенсе булғандыр. Өләсәйҙәр, әсәйҙәребеҙ ҙә беҙгә күлдәк, ыштан, хатта пальтоны ла үҙе тегеп кейҙерҙе. Ҡатындарға күлдәклек дауар бирһәләр, шунда уҡ килешле итеп күлдәк тә тегеп кейерҙәр ине.
Уҡыуын тамамлағас, заманында гөрләп эшләп торған Матрай быткомбинатына эшкә юллама ала йәш ҡыҙ.
Ун һигеҙ йәшлек кенә сағымда өйҙән сығып киттем һәм шунан хеҙмәт юлым башланды.
Шул ваҡыттан алып уның ғүмер юлы Йылайыр районы менән бәйләнә. Шул уҡ ауылда совхозда сварщик булып эшләп йөрөгән йәш егет Рәхимйән менән таныша. Йәштәр күп тә дуҫлашып йөрөмәй, өйләнешә. Матрайҙа тәүге улдары Илшат донъяға килә.
– Шул йылдарҙа Рәхимйәнде Йылайырға райсоветҡа эшкә саҡырҙылар. Оҙаҡ уйлап торманыҡ, күстек. Мин район үҙәгендәге быткомбинатҡа эшкә төштөм, – тип һүҙен дауам итә Флүрә апай.
Аралбай ауылы егете Ҡотоев Рәхимйән Баймырҙа улы менән ике балаға ғүмер бүләк итәләр. Ҙур улдары Илшатҡа иш булып, Йылайырҙа ҡыҙҙары Әлфиә тыуа. Флүрә Мөжәүир ҡыҙы 52 йәшенә тиклем тегенсе булып эшләй. Шул йылдарҙа бихисап Маҡтау грамоталары менән бүләкләнеп өлгөрә. Улар араһында башҡорост ан Республикаһы Верховный Советынан бирелгән Маҡтау грамотаһы иң ҡәҙерлеһе булып һаҡлана.
Заманында тегенсе һөнәренә уҡыған ҡатынға был белеме донъя көткәндә ныҡ ярҙам итә. Ул балаларына, үҙенә бөтә нәмәне тегеп кейҙерә, шулай уҡ һораған кешеләргә милли кейем дә тегеп бирә.
– Тегергә шул тиклем яратам. Шуның менән күңелемде баҫам. Әгәр ҙә ошондай яратҡан шөғөлөм булмаһа, күптән инде был донъяла булмаған да булыр инем, бәлки... – ти ул.
Флүрә Мөжәүир ҡыҙы хаҡлы ялға сыҡҡас, уның оҫталығын белгән ауылдаштары өйөнә килеп кейем тектерә башлай. Шуға ла йылайырҙар уны бик ихтирам итә.Уның ҡул йылыһын һаҡлаған кейемде кем генә кеймәй икән?
- Ҡыҙым миңә эйәреп йәштән кейем тегә. Күберәк үҙенә тегеп кейә торғайны, ә бәләкәй бала менән декрет ялына сыҡҡас, был шөғөлгә ныҡлап тотондо һәм заказдар ҙа ҡабул итә.
Әлфиә байтак йылдар Сибай медицина колледжында уҡыта. Хәҙер декрет ялында һәм бөтә буш ваҡытын яратҡан эшенә – тегеүгә бағышлай.
Флүрә Мөжәүир ҡыҙы ике ейәнсәргә һәм өс ейәненә яратҡан өләсәй ҙә. Бар нәмәгә ваҡыт тапҡан ҡатындың өйө лә баҙлап тора. Бөтә ерҙә бөхтәлек хөкөм һөрә. Ә теккән кейемдәренең теүәллегенә. Матурлығына һоҡланып бөтөрлөк түгел. Әйтерһең, ҡул йылыһын ғына түгел, ә күңел йылыһын да ҡушып тегә ул...
Әсәле-ҡыҙлы оҫтабикәләргә киләсәктә лә уңышлы көндәр, ҡыуанып-шатланып йәшәүҙәрен теләйбеҙ.
Читайте нас: