Ауыл уттары
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри йүнәлеш
25 Август 2023, 09:40

Азат Зарипов 500 мең һумлыҡ грант алды

"Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проекты сиктәрендә бирелгән дәүләт ярҙамы йәш эшҡыуарға Урал аръяғында бәләкәй бизнесын үҫтерергә ярҙам итәсәк.

Азат Зарипов 500 мең һумлыҡ грант алды
Азат Зарипов 500 мең һумлыҡ грант алды

Бизнес-проектты тормошҡа ашырыу өсөн грант – бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары өсөн уңайлы дәүләт ярҙамы ҡоралдарының береһе. Ике йыл эсендә 395 йәш эшҡыуар субсидия алған һәм үҙ проекттарын уңышлы тормошҡа ашыра башлаған. Грант алыусылар араһында - теген фабрикалары, ҡәһүәхана, белем биреү ойошмалары, автооҫтаханалар һәм автойыуыу нөктәләре хужалары һәм башҡалар.

“Урал аръяғының эшлекле донъяһы” автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының территориаль бизнес-инкубаторы белгестәре Сибай ҡалаһынан Азат Зариповҡа “Автойыуыу STATUS AUTO” тип аталған бизнес-план һәм презентация әҙерләргә ярҙам итте.

“Финанс ярҙамы алыу ауырға төшмәне: “Минең бизнесым” үҙәгендә бушлай уҡыуҙар үтергә һәм документтар әҙерләргә кәрәк ине. Бизнес-инкубаторҙың тәжрибәле остаздары ярҙамы менән ҡыҫҡа ваҡыт эсендә барлыҡ кәрәкле документтарҙы йыйҙым”, - тип билдәләне шәхси эшҡыуар Азат Зарипов.

Билдәле булыуынса, "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Сибай ҡалаһы хакимиәте.

Автор:Гульгина Тагирова
Читайте нас: