-6 °С
Болотло
“Юрис” махсус хәрби операцияға бер туған ағаһы менән китә. Был ҡарарҙарын улар былтыр май айында ҡабул итә. Ҡыуанысҡа, икәүһе лә бер батальонға эләгә.
- Беҙ өйҙә ултырһаҡ, тыуған илде кем һаҡлар, – тип һорауға һорау менән яуаплай "Юрис".
Үҙ иленең ысын патриоты ул. Ундай ир-егеттәр, билдәле, яу килгәндә боҫоп ятыуҙы, ситтән генә күҙәтеүҙе өнәмәй.
Бер йылға яҡын яу яланында булған һалдат ошо көндәрҙә ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан. Форсаттан файҙаланып, район мәғлүмәт үҙәге директоры вазифаһын башҡарыусы Зөбәржәт Һиҙиәтова башланғысы менән, һалдатты редакцияға ҡунаҡҡа саҡырып алдыҡ. Һалдат тормошо, ундағы хәлдәр тураһында йәмле әңгәмәне “Ауыл уттары”ның киләһе һанында уҡый алаһығыҙ.