Ауыл уттары
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

"Бушлай дауалайҙармы ни ул?.." Йәки Башҡортостан табиптарына ышаныс ҙур

Ошо көндәрҙә бер төркөм тар белгестәрҙән торған бригада Башҡортостанға ҡайта. Алмашҡа 22-се смена килә.    

Луганск Халыҡ Республикаһында Башҡортостандан барған табиптар бригадаһының 21-се сменаһы тамамланыу алдында. Ошо көндәрҙә бер төркөм тар белгестәрҙән торған бригада Башҡортостанға ҡайта. Алмашҡа 22-се смена килә.

21-се смена табиптары әле Красный Луч ҡалаһында эшләй. Улар араһында Илеш район дауаханаһынан йәш табип-оториноларинголог Ринат Ҡунысбаев та бар. Ринат Мәғәфүр улы бында инде икенсе тапҡыр.

- Заявка булғас, күп уйлап тормай бында юлландым. Кеше күп килә. Башҡортостан табиптарына ышаныс ҙур, урында тар белгестәр бөтөнләй тиерлек юҡ. Кешеләр күп килә, сирҙәр күп асыҡлана, - тип һөйләй яңы төбәктәге эше тураһында Ринат Мәғәфүр улы. - Улай ғына ла түгел, дауахана ҡала һәм унан ситтә урынлашҡан ҡала-ауылдарҙы ла хеҙмәтләндерә.

Ринат Ҡунысбаев Күгәрсен районынан. Илеш районына "Ауыл табибы" программаһы буйынса эшкә барған. Йәш белгесте урында торлаҡ менән дә тәьмин иткәндәр.

- Ярҙам кәрәкһә, беҙ һәр ваҡыт әҙер. Беҙ, табиптар, бөтә урында ла кешеләрҙең һаулығы тураһында хәстәрлек күрергә тейешбеҙ, - тип тә өҫтәй Ринат Мәғәфүр улы.

Табиптар һөйләүенсә, шәкәр диабеты, яман шеш һымаҡ сирҙәр менән дә йыш мөрәжәт итәләр икән. Күп осраҡта сир асыҡланыу мәленә тура килә, тик бына дауалау мәле һуңлап ҡуйған осраҡтар ҙа юҡ түгел. Урындағы халыҡ белдереүенсә, ҡайһы бер тар белгестәрҙе улар 2016-2017 йылдан уҡ күргәндәре булмаған. Шуға республикабыҙ табиптары пациенттар өсөн тура мәғәнәлә ғүмерҙәрен ҡотҡарыусы булып тора!

Әле республика дауахананы ремонтлау, мәктәптәрҙе тәртипкә килтереү һәм башҡа урындағы инфраструктураны яҡшыртыу буйынса күп көс һала.

1. Ринат Ҡунысбаев пациенттарҙы ҡабул иткән мәлдә.
2. Башҡортостан табиптары бригадаһының 21-се сменаһы коллегалары менән.

 Эдуард Ҡусҡарбәков фотолары.

Табиптар бригадаһының 21-се сменаһы хаҡында репортажды киләһе яҙмаларҙа уҡырһығыҙ.

 
Автор:
Читайте нас: