Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
9 Ғинуар 2019, 19:26

Хуш киләһең, Театр йылы!

2019 йыл Рәсәй Хөкүмәте тарафынан Театр йылы тип иғлан ителде. Был беҙҙең республика өсөн айырыуса мөһим ваҡиға. Сөнки быйыл Башҡортостандың бер быуатлыҡ юбилейы, Мостай Кәримдең тыуыуының йөҙ йыллығы билдәләнәсәк, төрки телле театрҙарҙың "Туғанлыҡ" фестивале үтеүе көтөлә.

2019 йыл Рәсәй Хөкүмәте тарафынан Театр йылы тип иғлан ителде. Был беҙҙең республика өсөн айырыуса мөһим ваҡиға. Сөнки быйыл Башҡортостандың бер быуатлыҡ юбилейы, Мостай Кәримдең тыуыуының йөҙ йыллығы билдәләнәсәк, төрки телле театрҙарҙың "Туғанлыҡ" фестивале үтеүе көтөлә.
Әйткәндәй, быйыл үҙенең бер быуатлыҡ юбилейын билдәләйәсәк Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры коллективы исемле йылды өр-яңы "Урал батыр" спектакле менән ҡаршылаған. 3D форматындағы заманса декорациялар, билдәле актерҙарҙың уйыны – былар барыһы ла тамашасы күңеленә, һис шикһеҙ, хуш киләсәк.
Опера һәм балет театры өсөн дә йыл мөһим ваҡиғаларға бай буласаҡ. Бина төҙөлөүенә 100 йыл. Ижади коллектив "Шүлгәнташ" балетын, "АттИлла" операһын ҡуясаҡ. Бынан тыш, Нуриев фестивалдәренә дә етди әҙерлек алып барыла. Шулай уҡ республикала "Туғанлыҡ" халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивале үтәсәк.
Ҡурсаҡ театры яңы йылда мәҙәниәт учреждениеһының матди-техник базаһын нығытырға ниәтләй. Ҙур залда ултырғыстар яңыртылып, бәләкәй тамашасыларға яҡшы кәйеф бүләк итер өсөн шарттар булдырыласаҡ.
Республика район-ҡалаларында эшләп килгән бәләкәй театрҙар ҙа яңы премьералар әҙерләй. Бының өсөн төбәктәрҙәге мәҙәниәт усаҡтарында бөтә мөмкинлектәр бар. Ике йыл эсендә генә, мәҫәлән, "Кесе Ватан мәҙәниәте" проекты сиктәрендә 47 клуб ремонтланып, тейешле музыка ҡоралдары менән байытылған. Алдағы 6 йылда ауыл ерендә 26 өр-яңы мәҙәни объект төҙөү ҡаралған.
– Театр йылында бәләкәй төбәктәрҙәге ижади коллек-тивтарға ла ҙур сәхнәгә сығыу мөмкинлеге булыр, тип көтөлә. Тамашасыларға репертуарҙан һайлап ҡарап йөрөрлөк спек-таклдәрҙең артыуы халыҡты рухи яҡтан байытыр, сәнғәткә ылыҡтырыр, тигән ышаныс уята, – ти Башҡортостандың Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.
Беҙҙең районда Театр йылын асыу тантанаһы, декабрь һандарының береһендә хәбәр итеүебеҙсә, Матрай ауылында үтте. Район хакимиәте башлығы И.Л. Фәтҡуллин байрамса шарттарҙа Матрай мәҙәниәт һәм ял үҙәгенең театр коллективы етәксеһе Мәүлиҙә Замановаға символик “Алтын асҡыс” тапшырҙы.
Хуш киләһең, Театр йылы!
З. САЛАУАТОВА.
Читайте нас: