Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
26 Март 2019, 12:07

“Йәйғор”ҙарҙың талант балҡышы

Белеүебеҙсә, 2019 йыл Театр йылы тип иғлан ителде. Беҙҙең Матрай ауылы мәҙәниәт йортонда исемле йылды асыу тантанаһы бик матур шарттарҙа үтте. Ауылыбыҙҙың “Илһам” халыҡ театры етәксеһе Мәүлиҙә Хәлиулла ҡыҙы Заманованың башланғысы менән үткәрелгән был етди сарала райондан килгән ҡунаҡтар һәм хакимиәт башлығының ҡатнашыуы байрамға мәртәбә өҫтәне. “Илһам”дарҙың үҙҙәренең бай репертуарындағы төрлө-төрлө спектаклдәрҙән өҙөктәр күрһәтеүе, сәхнәләштереүҙә ауылымдың йәше-ҡарты дәррәү, ихлас ҡатнашыуы күңелдәрҙе күтәреп, йөрәктәрҙе дәртләндереп ебәрҙе.

Белеүебеҙсә, 2019 йыл Театр йылы тип иғлан ителде. Беҙҙең Матрай ауылы мәҙәниәт йортонда исемле йылды асыу тантанаһы бик матур шарттарҙа үтте. Ауылыбыҙҙың “Илһам” халыҡ театры етәксеһе Мәүлиҙә Хәлиулла ҡыҙы Заманованың башланғысы менән үткәрелгән был етди сарала райондан килгән ҡунаҡтар һәм хакимиәт башлығының ҡатнашыуы байрамға мәртәбә өҫтәне. “Илһам”дарҙың үҙҙәренең бай репертуарындағы төрлө-төрлө спектаклдәрҙән өҙөктәр күрһәтеүе, сәхнәләштереүҙә ауылымдың йәше-ҡарты дәррәү, ихлас ҡатнашыуы күңелдәрҙе күтәреп, йөрәктәрҙе дәртләндереп ебәрҙе.
Шулай итеп, Матрай ауыл биләмәһе быйынса Театр йылына арналған фестиваль – конкурс иғлан ителде. Һәр ойошма ошо конкурста ҡатнашып, йәрәбә буйынса сығыш яһарға тигән берҙәм фекергә килде. Фестиваль сиктәрендә беренселәрҙән булып Матрай ауылының “Йәйғор” балалар баҡсаһы коллективы сығыш яһаны. Конкурсты асып, улар Әнисә Яхинаның “Һөйөнсө” драмаһын сәхнәләштерҙе.
Әҫәрҙә бөгөнгө көн проб-лемаһы күтәрелә. Артистар менән бергә иланыҡ та, көлдөк тә, уйландыҡ та, ғөмүмән, шәп уйнаны “Йәйғор”ҙар.
Ауылда йәшәгән яңғыҙ әсә – Маһикамалдың (Венера Йәрмөхәмәтова) улы Илсур аҡса эшләргә тип алыҫ Себер яҡтарына сығып китә. Шул ваҡыттан ун йыл ғүмер уҙа, ә унан хат-хәбәр ҙә юҡ, ҡайтып әсәһенең хәлен дә белмәй. Әсә кешенең нисек өҙгөләнеүҙәрен һөйләп тә, яҙып та аңлатырлыҡ түгел...Көндәр, айҙар, йылдар үтһә лә ҡаш өҫтөнә ҡулын ҡуйып, оло юлдан күҙен алмай көтә әсә улын. Һағыныу-борсолоулы кисерештәре тураһында үҙәктәргә үтерлек итеп һөйләүе, уның һағыштары залдағыларҙың күңелдәрен тетрәндерҙе. Әсә ролен шундай оҫта итеп башҡара алған, күңеленән, йөрәгенән сыҡҡан һүҙҙәре менән бер кемде лә битараф ҡалдырмаған Венера Ноғоман ҡыҙына ауылдаштарым аяғүрә баҫып ҡул сапты.
Ир-егеттәрҙең ролдәрен уйнаған балалар баҡсаһы ҡарауылсыһы Рәмил Йосопов һәм оператор Морат Ғәләүетдиновтар ҙа үҙҙәрен ысын артистар итеп күрһәтә алдылар. Тәрбиәсе Гөлшат Үтәеваның тракторсы Заһир ролен ысын ирҙәрсә уйнауына тамашасы ихлас ҡул сапты. Ул урыны менән көлдөрҙө лә, уйландырҙы ла. Спектаклдәге Мөслимә (Зимфира Әптикова) һәм Орҡоя (Лилиә Ҡәйепова) персонаждарында ысын ауыл ҡатын-ҡыҙҙарына ғына хас һыҙаттар ярылып ята. Ролдәрҙе башҡарыусыларҙың ихласлығы, ябайлығы, тап ауылса итеп уйнауҙары күңелдәргә хуш килде. Ә иң бәләкәй артист – ейәнсәр Әҙилә ролен 3-сө класс уҡыусыһы Зөлхизә Йәрмөхәмәтова шундай оҫта итеп башҡарҙы. Сәхнә тултырып ырғып-һикереп уйнап йөрөүҙәре, өләсәһе менән ололарса әңгәмә ҡороуы, фәһемле һәм төплө фекерҙәрен ярып әйтеп һалыуы менән ул тамашасыларҙың һөйөүен яуланы.
Был матур, тормошсан спектакль күңел түренә үтеп инеп, йөрәктәрҙе тетрәндереп, юғары нотала тамамланды. Матрайҙар артистарҙы аяғүрә баҫып алҡышланылар. Хатта, күңелдәре тулып, түҙмәйенсә сәхнәгә күтәрелеп ҡат-ҡат рәхмәт һүҙҙәрен ҡабатланы тамашасылар. Ҙур тулҡынланыу менән әйтелгән йөрәк һүҙҙәре алҡыштарҙы тағы ла көсәйтте. Афарин, “Йәйғор”ҙар!
– Беҙҙең коллектив һәр ваҡыт “Берҙәмлектә – көс” тигән девиз аҫтында эшләй. Шуға күрә һәр яңы эшкә һәм шөғөлгә айырым бер дәрт һәм илһам менән тотонабыҙ, – ти балалар баҡсаһы мөдире Әлиә Рафаэль ҡыҙы Аҡҡусҡарова. – Форсаттан файҙаланып, яратҡан коллективыма һаулыҡ, уңыштар, яңынан-яңы ижади бейеклектәр, юғары үрҙәр теләйем!
Ауылыбыҙҙың “Илһам” халыҡ театры етәксеһе Мәү-лиҙә Хәлиулла ҡыҙы Заманова ла талантлы артистарҙы ихлас ҡотланы һәм спектаклдәр ҡуйыусы булараҡ, үҙ фекер-ҙәрен әйтте:
– Беҙҙең Матрайҙа халыҡ шул тиклем талантлы, уларҙы таба, күрә белергә, сәхнәгә сығарырға ғына кәрәк. Мин ошондай матур күңелле, ихлас, дәртле ауылдаштарым менән ғорурланам, һоҡланам. Шундай талантлы ауылдаштарым – үҙе үк хазина бит ул. Улар менән бергә булыуым, бергә йәшәүем менән сикһеҙ бәхетлемен, – тине шатлығын йәшермәйенсә театр режиссеры.
Фестиваль-конкурс эстафе-таһын артабан Матрай ауылының үҫмерҙәр һәм балалар приюты коллективы ҡабул итеп алды.
Һүҙемде йомғаҡлап, “Йәй-ғор” балалар баҡсаһы коллективына тағы ла ҙурыраҡ уңыштар, ғаилә бәхете, һәр ваҡыт шулай татыу һәм берҙәм булып ҡалыуҙарын теләйем. Ошо матур башланғысты башҡа коллективтар ҙа юғары бейеклектә дауам итер, тип ышанып һәм көтөп ҡалабыҙ.
Асия Әмирова.
Матрай ауылы.
Читайте нас: