Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
2 Апрель 2019, 11:41

Йыл штандарты ейәнсураларға тапшырылды

Уҙған аҙнала райондың мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә Театр йылына арналған саралар сиктәрендә республикала иғлан ителгән театрҙар фестиваль-марафонын дауам итеп, йыл штандартын Йылайырҙан Ейәнсура районына тапшырыу тантанаһы булып үтте.

Уҙған аҙнала райондың мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә Театр йылына арналған саралар сиктәрендә республикала иғлан ителгән театрҙар фестиваль-марафонын дауам итеп, йыл штандартын Йылайырҙан Ейәнсура районына тапшырыу тантанаһы булып үтте.
Матур сарала хөрмәтле ҡунаҡтар: үҙешмәкәр театрҙар араһындағы фести-валь-марафоны модераторы, Башҡортостан Респуб-ликаһының атҡаҙанған мәҙә-ниәт хеҙмәткәре, Республика халыҡ ижады үҙәгенең театр сәнғәте белгесе Тәнзилә Сәғит ҡыҙы Ҡалмырҙина, Башҡортостандың халыҡ артисы, Бәҙәр Йосопова премияһы лауреаты Рәмилә Ғәле ҡыҙы Сәлимгәрәева, Ейәнсура районы мәҙәниәт бүлеге начальнигы Айҙар Зиннәт улы Мөхәмәтйәнов ҡатнашты. район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Андрей Александрович Сухов, Йыла-йыр ауылындағы мәҙәниәт һәм ял үҙәге директоры Рәмилә Мырҙағәле ҡыҙы Мостафиналар ҙа булды.
Тантаналы өлөш тамамлан-ғандан һуң, Ейәнсура райо-нының театр коллективы Салауат Әбүзәр пьесаһы буйынса ҡуйылған «Йәшлеккә ҡайтыу» спектаклен күрһәтте. Ҡуйыусы режиссеры – Радмир Дәүләтбәков.
Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Александр Васильевич Коротков Театр йылының әһәмиәте, урындарҙа халыҡ театрҙары ойоштороу, булғандарын артабан үҫтереү тураһында һөйләне, ейәнсураларға матур спектаклдәре өсөн тамашасылар исеменән рәхмәт белдерҙе. Артабан һүҙ район мәҙәниәт бүлеге начальнигы А.А.Суховҡа бирелде. Андрей Александрович "Үҫәргән" халыҡ театрына ижади уңыштар теләне һәм Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары менән шулай уҡ Өфө ҡунаҡтары ла бүләкләнде.
Ошо сара сиктәрендә Хәйбулла районына барып, спектакль ҡуйып ҡайтҡан "Илһам" халыҡ театры (Матрай ауылы, етәксеһе – Мәүлиҙә Заманова) ла Т.С. Ҡалмырҙина ҡулынан фестиваль-марафон лауреаты дипломын алып ҡыуанды.
Театр йылы Йылайырҙа мәҙәни сараларға бай бул-маҡсы. Театр йылын асыу ҙа быға асыҡ миҫал. Тантана юғары кимәлдә ойошторолдо, мәҙәниәт һарайы, бер ҡасан да булмағанса, халыҡ менән шығырым тулы булды, тимәк, халыҡ театрға һыуһаған...
Гөлгөнә ТАҺИРОВА.
Читайте нас: