Ауыл уттары
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
5 Декабрь 2019, 18:00

Мәжит Ғафури исемендәге театрҙың бер быуатлыҡ тарихы бар

Был айырыуса беҙҙең республика өсөн мөһим ваҡиға. Сөнки быйыл Башҡортостандың бер быуатлыҡ юбилейы, Мостай Кәримгә йөҙ йыллығы, төрки телле театрҙарҙың "Туғанлыҡ" фестивале үтеүе көтөлә. Республика театрҙары тамашасыны береһенән-береһе сағыу премьералар менән һөйөндөрә.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры коллективы Театр йылын "Урал батыр" спектакле менән ҡаршыланы. Сәхнәләге декорация тамасыларҙы бигерәк тә һоҡландырҙы. Ябай селтәрҙәге ептәр төрлө төҫтәге яҡтылыҡтан 3 Д форматын булдыра. Әртистәр тамашасыны әсир итерҙәй итеп уйнай. Әйткәндәй, Мәжит Ғафури театры быйыл үҙенең бер быуатлыҡ юбилейын билдәләй.
Читайте нас: