Ауыл уттары
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Һалымдар
9 Март 2017, 20:35

Килемдәрҙе декларациялау башланды

Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса 37-се район-ара инспекцияһы физик шәхестәрҙең уҙған йылда алған килемдәренә һалым буйынса декларация кампанияһының башланыуы тураһында хәбәр итә.

2017 йылдың 2 майынан да һуңлатмай физик шәхестәрҙең түбәндәге категориялары килемдәре тураһында 3-НДФЛ формаһы буйынса мотлаҡ һалым декларацияһы бирә:

шәхси эшҡыуарҙар – эшмәкәрлектәренән алған килемдәре суммаһы буйынса;

шәхси практика менән шөғөлләнгән нотариустар, адвокат кабинеттары булдырған адвокаттар һәм ғәмәлдәге ҡануниәт билдәләгән тәртиптә шәхси практика алып барған башҡа кешеләр;

граждандарҙың милкендә кәмендә 3 йыл булған күсемле һәм күсемһеҙ мөлкәттең бөтә төрҙәрен, шулай уҡ ҡиммәтле ҡағыҙҙарҙы һәм устав капиталындағы өлөштө һатыуҙан килем алған физик шәхестәр;

торлағына йәшәп торорға кеше индереүҙән, түләүлә хеҙмәттәр күрһәтеүҙән (репетиторлыҡтан, йорт буйынса хеҙмәтсе, бала ҡараусы, ауырыуҙы бағыусы һ.б. булып эшләүҙән), ремонт-төҙөлөш эштәре башҡарыуҙан килем алған физик шәхестәр;

үҙҙәре файҙаһына бүләк итеү килешеүҙәре төҙөлгән, шулай уҡ лотерея, тотализатор һ.б. ойоштороусыларҙан отош алған физик шәхестәр;

фән, әҙәбиәт, сәнғәт әҫәрҙәре авторҙарының, шулай уҡ уйлап табылған нәмәләр, моделдәр һәм сәнәғәт өлгөләре авторҙарының вариҫтары (хоҡуҡ вариҫтары) булараҡ уларға түләнгән түләүҙәр рәүешендә килем алған физик шәхестәр;

Рәсәй Федерацияһынан ситтә урынлашҡан сығанаҡтарҙан килем алыусы РФ һалым резиденттары булған физик шәхестәр – шундай килемдәрҙең суммаһынан сығып.

2017 йылдан һалым агенты тотоп ҡалмаған НДФЛ-да (физик шәхестәр килеменә һалымды) һалым түләүсе уға һалым органы ебәргән белдереү ҡағыҙы нигеҙендә түләй. Был осраҡта һалым декларацияһы биреү талап ителмәй, тик һалым 1 декабрҙән дә һуңлатмай түләнгән булырға тейеш.

2016 йыл өсөн декларацияны фәҡәт НДФЛ буйынса һалым ташламаһы алыу маҡсатында биреүсе граждандар уны, 30 апрель менән сикләнеп ҡалмай, йыл әйләнәһенә теләгән бер ваҡытта бирә ала.

2016 йылғы киләмдәр буйынса декларация тултырыу өсөн “Декларация 2016” программаһын файҙаланырға була. Ул һалым хеҙмәтенең сайтында “Программные средства для физических лиц” бүлегендә ҡуйылған. Программа һалым түләүсе тураһында персональ мәғлүмәттәрҙе декларацияға автоматик рәүештә күсерергә мөмкинлек бирә, уңайлы һәм аңлайышлы интерфейсы, өйрәтеп барыуы декларацияны тултырғанда хата ебәрмәҫкә ярҙам итә.

Бынан тыш, “Личный кабинет налогоплательщика для физических лиц” сервисынан файҙаланыусылар НДФЛ буйынса һалым декларацияһын Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте сайтында интерактив режимда (онлайн) тултыра һәм электрон рәүештә ебәрә ала. Бының өсөн электрон ҡултамғаны сервистың үҙендә бушлай алырға була.

Ҡағыҙҙа тултырылған декларацияны йәшәгән урынығыҙҙағы инспекцияға үҙегеҙ алып килә алаһығыҙ, шулай уҡ ышаныслы кешегеҙ аша йә почта менән ебәрергә мөмкин. Декларацияны ышаныслы кешегеҙ аша биреп ебәргәндә нотариус раҫлаған ышаныс ҡағыҙы булыуы мотлаҡ. Почта аша декларацияны ҡиммәтле хат итеп, эсенә документтарҙың исемлеген һалып, тапшырылыуы тураһында белдереү ҡағыҙы (уведомление) ебәреү шарты менән һалырға кәрәк.

Шуны иҫтә тотоғоҙ: 2016 йылда алған килемдәре тураһында мотлаҡ декларация бирергә тейешле кеше уны билдәләнгән ваҡыт үткәс, йәғни 2017 йылдың 2 майынан һуң бирһә, уға кәмендә 1000 һум күләмендә штраф һалыныуы ихтимал.

Хөрмәтле һалым түләүселәр! Декларация тултырғанда эшегеҙҙе еңеләйтеү һәм ваҡытығыҙҙы экономиялау өсөн “Онлайн запись на прием в инспекцию” сервисынан файҙаланырға була.

Декларация мәсьәләләре буйынса “ҡыҙыу линия” телефоны: 8 (800) 222-22-22.

Читайте нас: