Бының өсөн дауалау ойошмаһына барып дарыуға рецепт яҙҙыраһың һәм уны дарыухананан һатып алаһың. Һалым аҡсаһын кире ҡайтарып алыу өсөн рецепт һәм чекты һалым инспекцияһына илтәһең. Ул эште үҙең башҡара алмаһаң, һалым ойошмаларына йәки танышыңа мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Ғаиләлә ике кеше икән, дәүләттән 31 200 һумға тиклем аҡсаны кире ҡайтарып буласаҡ. Әлеге яңылыҡты ил буйынса тиҫтә миллион кеше файҙаланасаҡ.
Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары фекеренсә, был система көйлө эшләп киткәндә, киләсәктә дарыуҙар өсөн тағы ла күберәк аҡсаны ҡайтарыу мөмкинлеге тыуҙырыласаҡ. Быға тиклем халыҡ Рәсәй Хөкүмәте билдәләгән айырым исемлектәге дарыуҙар хаҡын ғына кире ҡайтара алды.