“Транспорт һалымы тураһында” законға үҙгәрештәр индереү хаҡында закон проекты республика парламентының апрелдәге пленар ултырышында ҡараласаҡ.
Закон проектында күп балалы ғаиләләр өсөн двигатель ҡеүәте 150-нән 200-гә тиклем ат көсө булған автомобилдәргә транспорт һалымын 50 процентҡа кәметергә тәҡдим ителә. Ташламаны ата-әсәнең йәки уллыҡҡа алыусыларҙың береһе бер транспорт сараһына ала ала. Был турала, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың матбуғат үҙәгенә һылтанып, “Молодежная газета” хәбәр итә.
Белеүегеҙсә, хәҙерге ваҡытта ишле ғаиләләр ҡеүәте 150-гә тиклем ат көсө булған автомобилдәренә транспорт һалымы түләүҙән тулыһынса азат ителгән.